Йоил 3 - Изге ЯҙмаРаббының башҡа халыҡтарҙы хөкөм итәсәге 1 Шул көндәрҙә, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимгә Әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарам. 2 Бөтә халыҡтарҙы йыйып, Йеһошафат үҙәненә килтерәм. Үҙемдең халҡым, биләмәм Исраилға ҡаршы Ҡылған ғәмәлдәре өсөн уларҙы хөкөмгә тарттырам. Сөнки халҡымды башҡа ҡәүемдәр араһына тараттылар, Еремде үҙ-ара бүлешеп алдылар. 3 Улар халҡымды йәрәбә ташлап бүлделәр, Ир балаларҙы фәхишәгә хаҡ итеп бирҙеләр, Шарап өсөн ҡыҙҙарҙы һаттылар. 4 Эй Тир һәм Сидон ҡалалары, Пелешеҫ ерендәге бөтә өлкәләр! Миңә ҡаршы нимә эшләмәк булаһығыҙ? Әллә ҡон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Ул сағында, ҡара уны, ҡылғанығыҙҙы бик тиҙ, йәһәт кенә үҙ башығыҙға төшөрөрмөн. 5 Сөнки Минең көмөшөмдө, алтынымды алдығыҙ, иң гүзәл ҡомартҡыларымды илаһтарығыҙҙың ҡорамдарына индереп ҡуйҙығыҙ. 6 Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын, тыуған ерҙәренән айырып, яуандарға һаттығыҙ. 7 Хәҙер Мин уларҙы һеҙ һатып ебәргән ерҙәрҙән кире ҡайтарам, уларға ҡылған золомоғоҙҙо үҙ башығыҙға төшөрәм. 8 Ул-ҡыҙҙарығыҙҙы Йәһүҙә халҡына һатырмын, ә улар алыҫ ҡәүемгә – шеваларға һатып ебәрер, – ти Раббы. – 9 Халыҡтарға былай тип иғлан итегеҙ: „Һуғышҡа әҙерләнегеҙ, Батырҙарҙы яуға саҡырығыҙ. Яугирҙәрегеҙ, тупланып, һөжүмгә күсһен. 10 Төрәндәрегеҙҙән ҡылыс, Урағығыҙҙан һөңгө башаҡтары ҡойоғоҙ. Хатта иң көсһөҙө лә: ‘Мин ҡеүәтле!’ – тиһен. 11 Эй эргә-тирәләге ҡәүемдәр, Тиҙерәк килеп бер урынға тупланығыҙ“». Йә Раббы, батырҙарыңды шунда ебәр. 12 «Ҡәүемдәр күтәрелеп килһендәр, Йеһошафат үҙәнендә йыйылһындар. Мин шул ерҙә ултырырмын, Һәммә халыҡтарға хөкөм сығарырмын». 13 Ураҡ алығыҙ – иген өлгөргән. Килегеҙ, тапағыҙ – йөҙөм һыҡҡыс тулған, Һауыттар ашып түгелә. Ҡәүемдәрҙең залимлығы шулай хаттин ашҡан. 14 Өйөр-өйөр халыҡ – Хөкөм үҙәнендә. Хөкөм үҙәненә Раббы көнө яҡынлаша! 15 Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры һүнер. 16 Раббы Сиондан күкрәр, Йәрүсәлимдән гөрһөлдәр, Күк менән ер тетрәп торор. Әммә Раббы Үҙ халҡы өсөн – ышыҡ, Исраилдар өсөн ҡәлғә булыр. Раббының халҡына фатиха бирәсәге 17 «Шунда Минең Раббы – Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Йәрүсәлим изге урын булыр; Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ. 18 Ул көндәрҙә былай булыр: Тауҙарҙан татлы шарап, Ҡалҡыулыҡтарҙан һөт ағып торор; Йәһүҙәнең һәр йырынына һыу тулыр. Раббы ҡорамынан ағып сыҡҡан шишмә Шиттим үҙәнен һуғарыр. 19 Йәһүҙәнең халҡын яфалаған, Ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡанын түккәнгә күрә Мысыр харабаға әйләнер, Эдом буш далаға әүерелер. 20 Йәһүҙә – мәңгелеккә, Йәрүсәлим быуындан-быуынға ҡалыр. 21 Уларҙың түгелгән ҡаны өсөн үс алырмын, Ғәйеплене язаһыҙ ҡалдырмам. Раббы Сионда йәшәр!» |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia