Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йоил 2 - Изге Яҙма


Раббы көнө яҡынлаша

1 Мөгөҙ ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге тауымда хәүеф иғлан итегеҙ. Илдә йәшәгән һәр кем тетрәнһен! Сөнки Раббы көнө килә, ул бик яҡын.

2 Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.

3 Алдарынан – ялҡын ялмап бара, Арттан ут көйрәтеп ҡала; Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә. Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай.

4 Ҡиәфәттәре атҡа оҡшаған, Һуғыш аттары кеүек сабалар.

5 Шулай тау армыттарынан Яу арбалары гөрһөлдәп елә; Шулай һаламды ялмаған ут сытырҙай, Шулай олоғара ғәскәр Саф-саф теҙелеп алышҡа килә.

6 Халыҡтар улар алдында ҡалтырап төшә, Ҡурҡыуҙан йөҙҙәре ағарып ҡата.

7 Улар яугир һымаҡ һөжүм итә, Диуарға һуғышсылай тырмашып менә. Һәр кем үҙ урынын белә, Берәү ҙә һуҡмағынан тайпылмай.

8 Бер-береһен этмәй-төртмәй, Сафтарҙы боҙмай туп-тура елә, Ҡоралдар араһынан йырып үтәләр, Уларҙы туҡтатыу мөмкин түгел.

9 Ҡалаға бәреп керәләр, Диуар буйлап йүгерәләр, Тәҙрәләрҙән ҡараҡ кеүек Өйҙәргә үрмәләйҙәр.

10 Ҡаршыларында ер ҡалтыраныр, Дер һелкенер күктәр. Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры шиңер.

11 Раббы Үҙ ғәскәренең алдында һөрән һалыр. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ Уның сиреүе. Уның һүҙен үтәүселәр ҡеүәтле. Раббының көнө бөйөк, дәһшәтле! Быға кем түҙә алыр?


Раббыға ҡайтығыҙ

12 Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –

13 Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.

14 Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.

15 Борғо ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ!

16 Халыҡты йыйығыҙ, Уларҙы изге йыйынға саҡырығыҙ: Ҡарттар ҙа, балалар ҙа йыйылһын, Имсәк имгән сабыйҙар ҙа ҡалмаһын; Кейәү менән кәләш тә бүлмәләренән сыҡһын.

17 Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап, Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. ‘Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?’ – тимәһендәр“».


Раббының яуабы

18 Шул заманда Раббы, Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр.

19 Раббы халҡына былай тип яуап бирер: «Бына Мин һеҙгә ашлыҡ, яңы шарап, Зәйтүн майы бирермен. Шуларҙы туйғансы ашап-эсерһегеҙ. Башҡаса ҡәүемдәр араһында Һеҙҙе оятҡа ҡалдырмам.

20 Төньяҡтан ябырылған дошманды Һеҙҙән алыҫҡа ҡыуырмын. Уны ҡыуан ерҙәргә, сүллеккә, Алдан килгәнен – көнсығыш диңгеҙгә, Арттағыһын көнбайыш диңгеҙгә быраҡтырырмын. Үләкһәләренән ҡот осҡос һаҫыҡ еҫ таралыр». Ысынлап та Раббы бөйөк эштәр ҡыла!

21 Эй тупраҡ, ҡурҡма, ҡыуан, рәхәтлән, Раббы бөйөк эштәр башҡарҙы!

22 Эй ҡыр йәнлектәре, ҡурҡмағыҙ! Далалағы көтөүлектәр йәшелләнер, Ағастар емеш бирер, Инжир менән йөҙөм ишелеп уңыр.

23 Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.

24 Ырҙындарығыҙ ашлыҡҡа тулы булыр, Һыҡҡыстарҙан шарап менән зәйтүн майы ташып ағыр.

25 «Ябырылған саранчалар сиреүенең, Күс-күс саранчалар рәүешендә Һеҙгә ебәрелгән бөйөк ғәскәремдең Ҡырып ашап бөткәнен артығы менән бирәм.

26 Туйғансы рәхәтләнеп ашарһығыҙ, Һеҙҙең өсөн мөғжизәләр ҡылған Аллағыҙ Раббының исемен данларһығыҙ. Халҡым башҡа бер ваҡытта ла хурлыҡҡа ҡалмаҫ.

27 Белерһегеҙ, Исраил халҡы араһындамын, Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, башҡаһы юҡ. Халҡым башҡа бер ваҡытта ла хурлыҡҡа ҡалмаҫ!


Бөтәһе өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын

28 Бынан һуң Мин барлыҡ кешеләргә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, Ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер, Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер.

29 Ул көндәрҙә Үҙ Рухымды хатта Ир һәм ҡатын ҡолдарға ла яуҙырырмын.

30 Күктә һәм ер йөҙөндә хикмәтле билдәләр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер.

31 Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килерҙән алда Ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер!

32 Ул заманда Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор, сөнки, Раббы әйткәнсә, Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә ҡотолоп иҫән ҡалыусылар һәм улар араһында Раббы Үҙе саҡырғандар булыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan