Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Йылъяҙма 9 - Изге Яҙма


Шева батшабикәһенең Сөләймәнгә килеүе
( 3 Бат 10:1-13 )

1 Шева батшабикәһе Сөләймән тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килә. Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төшә; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлаған була. Батшабикә Сөләймәнгә килә һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләшә.

2 Сөләймән уның бөтә һорауҙарына ла яуап бирә. Батша белмәгән һәм аңлатып бирә алмаған бер генә нәмә лә булмай.

3 Шева батшабикәһе Сөләймәндең аҡылын, һалдырған һарайын,

4 табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китә.

5 – Һинең ҡылған ғәмәлдәрең һәм зирәк аҡылың тураһында үҙ илемдә ишеткәндәрем дөрөҫ булып сыҡты, – ти ул батшаға. –

6 Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең тәрән аҡылың тураһында яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Һин мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк тораһың икән.

7 Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.

8 Һиңә илтифат менән ҡараған, Үҙенең вәкиле сифатында һине Исраил тәхетенә ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Һинең Аллаң Исраилға булған мөхәббәте хаҡына, уны мәңге ҡаҡшамаҫ итеү теләге менән, уға хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын тип, һине уның өҫтөнән батша итеп ҡуйған.

9 Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгән була. Ул батшаға бүләк иткән кеүек еҫле майҙарҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне булмай.

10 Хирамдың хеҙмәтселәре Сөләймәндең хеҙмәтселәре менән Офирҙан алтын ғына түгел, затлы ағас, аҫыл таштар ҙа алып ҡайта.

11 Батша был затлы ағастан Раббы ҡорамына һәм дә батша һарайына баҫҡыстар, йырсылар өсөн арфа һәм лиралар яһата. Йәһүҙә ерендә ошоғаса быға оҡшаш бер ни күрелгәне булмай.

12 Сөләймән батша, Шева батшабикәһенең бүләктәренә яуап итеп, уның йәне нимә теләй, шуларҙың барыһын да бирә. Ул бүләктәр Шева батшабикәһе алып килгәндән күпкә артығыраҡ була. Шунан һуң батшабикә хеҙмәтселәре менән үҙ иленә ҡайтып китә.


Сөләймәндең байлығы
( 3 Бат 10:14-29 ; 2 Йыл 1:14-17 )

13 Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килеп тора.

14 Бынан тыш һатыусылар һәм сауҙагәрҙәр, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшалар һәм Исраилдың өлкә башлыҡтары ла Сөләймәнгә алтын-көмөш килтереп тора.

15 Сөләймән батша ике йөҙ ҙур ҡалҡан яһата һәм уларҙың һәр береһен алты йөҙ шекел сүкелгән алтын менән көпләтә.

16 Бынан башҡа һәр береһенә өсәр йөҙ шекел сүкелгән алтын тотоноп, өс йөҙ бәләкәйерәк ҡалҡан эшләтә. Батша был ҡалҡандарҙы «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайға ҡуя.

17 Шулай уҡ батша фил һөйәгенән ҙур тәхет яһата һәм уны саф алтын менән көпләтә.

18 Тәхеттең баҫҡыстары алтау, аяҡ ҡуйыр өсөн тәхеткә алтын эскәмйә беркетелгән. Ултырғысының ике яғында терһәк ҡуйғыс бар, терһәк ҡуйғыстар янында берәр арыҫлан һыны ҡуйылған.

19 Һәр бер баҫҡыстың ике яғында берәр арыҫлан һыны булып, тәхеттең алты баҫҡысында йәмғеһе ун ике арыҫлан тора. Бер генә батшалыҡта ла бындай тәхеттең булғаны булмай.

20 Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан була. Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнә.

21 Батшаның караптары Хирам хеҙмәтселәре менән Таршишҡа йөрөп, өс йылға бер тапҡыр алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған була.

22 Сөләймән үҙенең байлығы һәм аҡылы менән донъялағы бөтә батшаларҙан да өҫтөнөрәк була.

23 Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн ерҙәге бөтә батшалар уны күрергә атлығып тора.

24 Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер була, йылдың-йылына был шулай дауам итә.

25 Сөләймәндең аттар һәм яу арбалары ҡуя торған дүрт мең аҙбары, ун ике мең һыбайлыһы була; ул уларҙы арбалы ҡалаларға һәм үҙе янына Йәрүсәлимдә урынлаштыра.

26 Ул Евфрат йылғаһынан алып пелешти еренәсә, Мысыр сигенә тиклем булған бөтә батшалар өҫтөнән хакимлыҡ итә.

27 Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә булып ҡала. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп була.

28 Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм башҡа яҡтарҙан килтерәләр.


Сөләймәндең вафаты
( 3 Бат 11:41-43 )

29 Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.

30 Сөләймән Йәрүсәлимдә бөтә Исраилға ҡырҡ йыл буйы батшалыҡ итә.

31 Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнә. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултыра.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan