ІІ Йылъяҙма 8 - Изге ЯҙмаСөләймән батшаның башҡа ғәмәлдәре ( 3 Бат 9:10-28 ) 1 Сөләймән егерме йыл буйы Раббы ҡорамын һәм үҙ һарайын төҙөй. 2 Ул Хирам батша биргән ҡалаларҙы ла төҙөкләндерә һәм уларға Исраил халҡын төйәкләндерә. 3 Шунан Сөләймән Хамаҫ-Соваға ҡаршы яу асып, уны ҡулға төшөрә. 4 Сүллектә Тадмор ҡалаһын һәм Хамаҫта кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтөп бөтөрә. 5 Ул Үрге Бейт-Хорон менән Түбәнге Бейт-Хоронды ҡайтанан ҡора, уларҙы диуарҙар менән уратылған, бикле ҡапҡалы ҡәлғә-ҡалаларға әйләндерә. 6 Бағалаҫты төҙөкләндерә, шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдыра. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә, нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөтә. 7 Илдә исраилдарҙан булмаған башҡа халыҡтар – хитти, әмөри, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр тоҡомона килгәндә, 8 Сөләймән исраилдар ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итә. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай. 9 Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәй. Улар батшаға һуғышсылар, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итә. 10 Сөләймән батшаның халыҡҡа етәкселек итеү өсөн ике йөҙ илле мөдире була. 11 Ә фирғәүен ҡыҙын Сөләймән Дауыт ҡалаһынан уның өсөн махсус һалдырған һарайға күсерә. Ул былай ти: – Минең ҡатыным Исраил батшаһы Дауыттың һарайында йәшәргә тейеш түгел, сөнки был урын изге, унда Раббының һандығы ингәйне. 12 Шул осорҙа Сөләймән ҡорамдың айуаны ҡаршыһында төҙөткән ҡорбан усағында Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерә башлай. 13 Быны ул көндәлек ҡағиҙә буйынса, Мусаның күрһәтмәләренә ярашлы, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, йыл эсендәге өс байрамда – Сөсө икмәк, Аҙналар, Ҡыуыш байрамдарында килтерер була. 14 Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була. 15 Батшаның ҡаһиндар менән левиҙәр тураһындағы, шулай уҡ хазиналарға һәм теләһә ниндәй башҡа эшкә ҡағылышлы күрһәтмәләре һис тайпылышһыҙ үтәлә. 16 Раббы ҡорамына нигеҙ һалғандан алып уны төҙөп бөткәнгә тиклем, Сөләймәндең барлыҡ эше шулай ойошторолған була. Шулай итеп, Раббы ҡорамын төҙөү тамамлана. 17 Шунан Сөләймән диңгеҙ буйына, Эдом ерендәге Ғәсйон-Ғәвәр һәм Элаҫ ҡалаларына юл тота. 18 Хирам үҙенең тәжрибәле диңгеҙселәре менән бергә Сөләймәнгә караптар ебәрә. Улар, Сөләймәндең кешеләре менән Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ илле талант алтын алып ҡайтып бирә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia