Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Йылъяҙма 7 - Изге Яҙма


Ете көнлөк байрам
( 3 Бат 8:62-66 )

1 Сөләймән доғаны тамамлағас, күктән ут төшә, тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарҙы ялмай. Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.

2 Ҡаһиндар Раббы ҡорамына инә алмай, сөнки уға Раббы шөһрәте тула.

3 Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра.

4 Батша һәм бөтә халыҡ Раббы хозурында ҡорбан сала.

5 Сөләймән батша егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһен ҡорбан ҡыла. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Алла йортон изгеләндерә.

6 Ҡаһиндар үҙ урындарын ала. Левиҙәр, Дауыт батшаның Раббыны маҡтау өсөн яһаттырған һәм «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип мәҙхиә йырлағанда ҡуллана торған уйын ҡоралдарын күтәреп, ҡаһиндарҙың эргәһендә үҙ урындарына тора. Ҡаһиндар, левиҙәр ҡаршыһында баҫып, борғо ҡысҡырта, барлыҡ исраилдар аяғүрә тора.

7 Сөләймән Раббы йорто алдындағы ихатаның урта өлөшөн изгеләндереп, тотош яндырыу ҡорбанын, татыулыҡ ҡорбанының эс майын ошонда тәҡдим итә, сөнки ул яһатҡан баҡыр ҡорбан усағы тотош яндырыу ҡорбанын, икмәк саҙаҡаһын һәм эс майын һыйҙырып бөтә алмай.

8 Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итә.

9 Ете көн буйы ҡорбан усағын изгеләндергәндән һуң, тағы ете көн Ҡыуыш байрамын билдәләйҙәр, ә һигеҙенсе көндө изге йыйын үткәрәләр.

10 Етенсе айҙың егерме өсөнсө көнөндә Сөләймән халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрә. Улар Раббының Дауыт менән Сөләймәнгә, Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып тарала.


Раббының Сөләймәнгә яңынан күренеүе
( 3 Бат 9:1-9 )

11 Сөләймән Раббы ҡорамы менән батша һарайын төҙөтөп бөтә, ниәт иткәндең барыһын да уңышлы бойомға ашыра.

12 Төнөн уға Раббы күренә һәм былай ти: – Мин һинең доғаңды ишеттем, был урынды Үҙемә ҡорбан килтерә торған йорт итеп һайланым.

13 Әгәр Мин күкте бикләп, ямғыр яуҙырмаһам, әгәр саранчаларға ер йөҙөндәге бөтә нәмәне ашап бөтөргә бойорһам йәки халҡыма үләт ҡырғыны һалһам,

14 Минең исемем менән аталған халҡым, ғәйебен танып, буйһонһа, яман юлдарын ташлап, Миңә ынтылһа, Мин асмандан уларҙы ишетермен дә гонаһтарын ярлыҡармын, илдәрен сәләмәтләндерермен.

15 Бынан ары ошо урында ҡылынған доғаларға күҙем дә, ҡолағым да һәр ваҡыт иғтибарлы булыр.

16 Инде, исемем мәңге ошонда булһын, тип был ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.

17 Һин дә атайың Дауыт кеүек Минең юлымдан йөрөһәң, барыһын да Мин бойорғанса эшләһәң, ҡағиҙәләрем һәм күрһәтмәләремде ғәмәл ҡылһаң,

18 атайың Дауытҡа: «Һинең нәҫелеңдән Исраилға хакимлыҡ иткән ир заты өҙөлмәҫ», – тип биргән һүҙемде тотоп, батшалығыңды тотороҡло ҡылырмын.

19 Әгәр ҙә һеҙ Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙән тайпылып, баш тартһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ,

20 Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды йолҡоп ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән был ҡорамдан ваз кисермен һәм, бөтә халыҡтар алдында уны мәсхәрәгә ҡалдырып, ғибрәткә әйләндерермен.

21 Әле бейек булып торған ошо ҡорам янынан үткән һәр кем, аптырап һәм ҡурҡып: «Раббы ниңә был илде һәм ҡорамды шул хәлгә ҡалдырҙы икән?» – тип әйтеп ҡуйыр.

22 Уларға: «Ата-бабаларының Аллаһынан, Мысыр еренән алып сыҡҡан Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan