ІІ Йылъяҙма 4 - Изге ЯҙмаҠорам өсөн йыһаз һәм кәрәк-яраҡ эшләү ( 3 Бат 7:23-51 ) 1 Сөләймән баҡырҙан ҡорбан усағы эшләтә, уның буйын да, иңен дә егерме терһәк, бейеклеген ун терһәк иттерә. 2 Сөләймән түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ эшләтә: уның бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк була. 3 Диңгеҙҙең аҫҡы өлөшө үгеҙ һүрәттәре менән уратып алынған була. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолған була. 4 Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған була. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны – эске яҡта. 5 Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы өс мең бат була. 6 Тағы ун киҫмәк яһап, бишеһен баҡыр диңгеҙҙең уң, бишеһен һул яғына ҡуйҙыра. Был һауыттарҙа тотош яндырыу ҡорбандарын йыуалар, диңгеҙ иһә ҡаһиндар йыуыныр өсөн тәғәйенләнгән була. 7 Ҡағиҙәгә ярашлы, алтындан ун шәмдәл эшләтә һәм ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ултырттыра. 8 Тағы ла ун өҫтәл яһатып, ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ҡуйҙыра, шулай уҡ ҡан һирпеү өсөн йөҙ алтын сеүәтә эшләтә. 9 Сөләймән ҡаһиндар өсөн ихата менән ҙур эске ихата, ике ихатаға ла ишектәр яһата, ишектәрҙе баҡыр менән көпләтә. 10 Баҡыр диңгеҙҙе ҡорамдың көньяҡ-көнсығышына ҡуйҙырта. 11 Хурам көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләй. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Алла ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамлай: 12 ике бағана, уларҙың башына сеүәтә рәүешендә ике таж, таждарҙы биҙәү өсөн ике селтәр, 13 бағаналарҙың башындағы сеүәтә һымаҡ таждарҙы уратып алған селтәрҙәрҙең икеһен дә биҙәү өсөн икешәр рәт итеп теҙелгән дүрт йөҙ анар емеше; 14 таяуҙар һәм улар өҫтөндә киҫмәктәр; 15 бер баҡыр диңгеҙ һәм диңгеҙ аҫтындағы ун ике үгеҙ һыны; 16 көл көршәктәре, көрәктәр, сәнскеләр һәм башҡа кәрәк-яраҡ. Хурам-Ави Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан була. 17 Батша уларҙы Иордан үҙәнендә Суккоҫ менән Середа араһындағы балсыҡ сыҡҡан ерҙә ҡойҙора. 18 Сөләймән эшләткән был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булмай. 19 Сөләймән Алла йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтә: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға өҫтәлдәр, 20 ҡағиҙәгә ярашлы, ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһында тоҡандырыла торған майшәмдәр менән уларҙың шәмдәлдәре лә саф алтындан; 21 сәскәләр, майшәмдәр, ҡыҫҡыстар, 22 филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәре һәм ҡорам залының ишектәре алтындан була. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia