ІІ Йылъяҙма 35 - Изге ЯҙмаҠотҡарылыу байрамының шартына килтереп үткәрелеүе ( 4 Бат 23:21-23 ) 1 Йошияһ Йәрүсәлимдә Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы уҙғара. Беренсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салалар. 2 Ул ҡаһиндарҙы тәғәйен вазифаларына тотонорға ҡуша, Раббы ҡорамында хеҙмәт башҡарыуға дәртләндерә. 3 Үҙҙәрен Раббыға бағышлаған һәм халыҡҡа ғилем биргән левиҙәргә былай ти: – Изге һандыҡты Исраил батшаһы Дауыттың улы Сөләймән төҙөгән ҡорамға ҡуйығыҙ. Бынан ары һеҙгә уны күсереп йөрөтөүҙең хәжәте юҡ. Хәҙер Аллағыҙ Раббыға һәм Уның халҡы Исраилға хеҙмәт итегеҙ. 4 Исраил батшаһы Дауыт һәм уның улы Сөләймән ҡушҡанса, ғаилә-ғаилә булып сиратығыҙға теҙелегеҙ. 5 Изге урында үҙҙәренең туғандарының вәкиле булған һәр төркөмгә бер төркөм левиҙәр тура килерлек итеп баҫығыҙ. 6 Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салығыҙ, изгеләнегеҙ, Муса аша Раббы хәбәр иткәнгә ярашлы, уны туғандарығыҙ өсөн бешерегеҙ. 7 Йошияһ халҡына, шундағыларҙың һәммәһенә, Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанлығы итеп, утыҙ мең баш һарыҡ һәм кәзә бәрәстәре, өс мең баш үгеҙ бирә. Былары батша мөлкәтенән була. 8 Түрәләр ҙә үҙ теләктәре менән халыҡҡа, ҡаһиндарға һәм левиҙәргә хәйер тарата: Хилҡияһ, Зәкәрьяһ, Йехиил, Алла ҡорамындағы мөдирҙәр Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбаны итеп ҡаһиндарға ике мең алты йөҙ һарыҡ һәм кәзә бәрәстәре, өс йөҙ үгеҙ бирә. 9 Конанияһ, уның ир туғандары Шемағъяһ, Неҫанил, левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Йеғиил, Йозавад Ҡотҡарылыу байрамына ҡорбанлыҡ итеп биш мең баш ваҡ мал һәм биш йөҙ үгеҙ бүләк итә. 10 Хеҙмәт шулай ойошторола. Батша бойороғон үтәп, ҡаһиндар вазифаларына баҫа, левиҙәр үҙ төркөмөнә килеп баҫа. 11 Артабан Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар левиҙәр биргән ҡанды һирпә, ә левиҙәр ҡорбан малының тиреһен тунарға керешә. 12 Муса китабында яҙылғанса, ҡорбан өсөн тәғәйенләнгән малдарҙың Раббыға бағышлап яндырылырға тейешле өлөшөн айырып алып, һәр бер ғаилә-йортҡа таратып бирәләр. Үгеҙҙәрҙе лә шулай итәләр. 13 Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен, ҡағиҙәгә ярашлы, утта ҡуралар. Изге ҡорбандарҙы ҡаҙандарҙа, көршәктәрҙә һәм табаларҙа бешереп, йәһәт кенә халыҡҡа тараталар. 14 Шунан һуң үҙҙәренә һәм ҡаһиндарға бешерәләр, сөнки быға тиклем ҡаһиндар, Һарун улдары, төнгә тиклем тотош яндырыу ҡорбанын һәм эс майын яндырыу менән мәшғүл була. Шул сәбәпле левиҙәр һуңынан үҙҙәре менән Һарун нәҫелдәре – ҡаһиндар өсөн әҙерләй. 15 Асаф нәҫеле йырсылары ла, Дауыт менән Асаф, Һеман һәм батша әүлиәһе Йедуҫун ҡушҡанса, урындарында тора, һәр ҡапҡа төбөндәге һаҡсылар урынынан ҡуҙғалмай: уларға хеҙмәтен ташлап йөрөргә сәбәп сыҡмай, сөнки леви туғандары уларға ла бешерә. 16 Ул көндө, Йошияһ батша ҡушҡанса, Ҡотҡарылыу байрамын билдәләү һәм Раббының ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбандары килтереүҙән ғибәрәт булған Раббы хеҙмәте шулай ҡорола. 17 Шул ваҡытта унда булған исраилдар Ҡотҡарылыу байрамын билдәләйҙәр һәм ете көн буйы Сөсө икмәк байрамын үткәрәләр. 18 Исраилдар бындай Ҡотҡарылыу байрамын Шемуил пәйғәмбәр дәүеренән бирле үткәргәне булмай. Исраил батшаларынан Йошияһ, уның осорондағы ҡаһиндар, левиҙәр, бөтә йәһүҙиҙәр, исраилдар, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр үткәргән кеүек Ҡотҡарылыу байрамын бер батша ла билдәләмәгән була. 19 Был Ҡотҡарылыу байрамы Йошияһ батшалыҡ иткәндең ун һигеҙенсе йылында була. Йошияһтың вафаты ( 4 Бат 23:28-30 ) 20 Йошияһ Алла ҡорамын тәртипкә һалғандан һуң, Мысыр батшаһы Нехо яу менән Евфрат буйындағы Каркемишҡа йүнәлә. Йошияһ уға ҡаршы сыға. 21 Нехо уға илселәр аша шундай хәбәр ебәрә: «Һинең миндә ни эшең бар, Йәһүҙә батшаһы? Әле мин һиңә түгел, үҙем дошман булған батшалыҡҡа ҡаршы яуға барам. Алла миңә ашығырға ҡуша. Аллаға ҡаршы сыҡма, Ул – минең менән, һине харап итеп ҡуймаһын». 22 Ләкин Йошияһ фекеренән ҡайтмай, ә уның менән алышҡа әҙерләнә, Нехоның Алла ҡушыуы буйынса әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай һәм Мегиддо тигеҙлегенә һуғышырға тип сыға. 23 Уҡсыларҙың Йошияһ батшаға атҡан уғы килеп тейә. Батша хеҙмәтселәренә: – Ҡаты яраландым, мине бынан алып китегеҙ, – тип бойора. 24 Хеҙмәтселәре уны, яу арбаһынан төшөрөп, икенсе арбаға ултырта һәм Йәрүсәлимгә алып ҡайта. Ул вафат була, ата-бабалары төрбәһенә дәфен ҡылына. Бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлим Йошияһ өсөн ҡайғырып илай. 25 Йошияһ тураһында Йермеяһ һыҡтау йыры сығарған; бөгөнгө көнгө тиклем ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсылар ошо һыҡтау йырын башҡара. Был Исраилда йола булып киткән һәм улар Һыҡтау йырҙарына индерелгән. 26 Йошияһтың башҡа ғәмәлдәре һәм Раббы ҡанунына ярашлы изге эштәре 27 башынан аҙағынаса Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia