Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Йылъяҙма 34 - Изге Яҙма


Йәһүҙә батшаһы Йошияһ
( 4 Бат 22:1-2 ; 23:4-20 )

1 Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш була. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итә.

2 Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, боронғо бабаһы Дауыттың юлын тота, уңға ла, һулға ла тайпылмай.

3 Батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында, үҫмер генә сағында, ул боронғо бабаһы Дауыттың Аллаһына ынтыла башлай, ә ун икенсе йылында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде табыныу ҡалҡыулыҡтарынан, Ашера ҡолғаларынан, уйылған һәм ҡойолма боттарҙан таҙартырға тотона.

4 Уның бойороғо менән халыҡ Бәғелдең ҡорбан усаҡтарын һәм улар янындағы хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерә, Ашера ҡолғаларын ҡырҡа, уйылған һәм ҡойолма боттарҙы вата, онтаҡтарын уларға ҡорбан килтергәндәрҙең ҡәберҙәре өҫтөнә һибә.

5 Ә боттарға табынған ҡаһиндарҙың һөйәктәрен ошо боттарға ҡорбан килтергән ҡорбан усаҡтарында яндыра, шул рәүешле Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде паклай.

6 Нафтали ерҙәренә тиклем һуҙылған Менашше, Әфраим, Шимғон ырыуҙары ҡалаларында һәм уларҙың эргә-тирәһендәге бушап ҡалған ерҙәрҙә,

7 бөтә Исраил илендә уларҙың ҡорбан усаҡтарын, Ашера ҡолғаларын юҡ иттерә, боттарын селпәрәмә килтереп ташлай. Шунан һуң Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта.


Ҡанун китабының табылыуы
( 4 Бат 22:3-20 )

8 Батшалыҡ итеүенең ун һигеҙенсе йылында, илде, Алла ҡорамын таҙартҡас, Йошияһ Асалъяһ улы Шафанды, ҡала мөдире Мағасеяһты, йылъяҙмасы Йоах Йоахаз улын Аллаһы Раббының ҡорамын төҙөкләндерергә ебәрә.

9 Улар баш ҡаһин Хилҡияһҡа килә, Алла ҡорамына бирелгән көмөштәрҙе уға тапшыра. Был көмөштәрҙе тупһа һаҡлаусы левиҙәр менашшеларҙан, әфраимдар һәм башҡа исраилдарҙан, бөтә йәһүҙиҙәрҙән, бинйәминдәрҙән, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙән йыйған була.

10 Был көмөш Раббы ҡорамындағы эштәргә етәкселек итергә тәғәйенләнгән кешеләргә бирелә. Улар йортто йүнәткән һәм аяҡҡа баҫтырған эшселәргә түләй.

11 Улар балта оҫталарына, төҙөүселәргә Йәһүҙә батшалары емергән биналарҙы йүнәтеү өсөн юнылған таш менән өрлөк һәм элгес-күгәндәр өсөн ағас һатып алырға тип тарата.

12 Был кешеләр эштә намыҫлы була, уларға күҙәтеүселәр итеп Мерари нәҫеле левиҙәре Яхаҫ менән Ғовадъяһ, Ҡыһаҫ нәҫеленән Зәкәрьяһ менән Мешуллам тәғәйенләнә. Уйын ҡоралдарында яҡшы уйнай белгән бөтә левиҙәр

13 йөк ташыусыларҙы оҙатып йөрөй һәм һәр төрлө вазифа башҡарыусыларҙың эшен күҙәтә; сәркәтиптәр ҙә, мөдирҙәр ҙә, ҡапҡа һаҡсылары ла левиҙәрҙән була.

14 Раббы йортона килтерелгән көмөштө алған саҡта, Хилҡияһ ҡаһин Раббының Муса аша бирелгән ҡанун китабын таба.

15 Хилҡияһ кәтип Шафанға: – Раббы ҡорамында ҡанун китабы табып алдым, – ти һәм кәтип Шафандың ҡулына бер төргәк китап тоттора.

16 Шафан иһә китапты батшаға алып китә һәм уға бер юлы: – Һинең хеҙмәтселәрең, ни ҡушылған булһа, шуның һәммәһен үтәп йөрөй.

17 Раббы ҡорамында булған бөтә көмөштө ҡорамды төҙөкләндереү менән етәкселек итеүселәрҙең һәм эшселәрҙең ҡулына бирҙеләр, – тип хәбәр итә.

18 Шафан кәтип батшаға Хилҡияһ ҡаһиндың үҙенә китап биргәнен дә еткерә. Ул уны батшаға уҡып ишеттерә.

19 Батша, ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, өҫтөндәге кейемдәрен йыртып ташлай.

20 Ул Хилҡияһҡа, Шафан улы Ахиҡамға, Миха улы Ғавдонға, Шафан кәтипкә, батшаның хеҙмәтсеһе Ғасаяһҡа былай тип бойора:

21 – Барығыҙ, минең хаҡҡа, Исраил менән Йәһүҙәлә ҡалғандар хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Сөнки, ата-бабаларыбыҙ Раббы һүҙен тотмағаны, ошо китаптағыса йәшәмәгәне өсөн, Уның беҙгә төшәһе асыуы көслө.

22 Шунан Хилҡияһ ҡаһин һәм батша ебәргән кешеләр Раббы ҡорамында кейем-һалымдарҙы ҡараусы Хасраның улы Тоҡһаҫтың улы Шаллумдың ҡатынына – Хулда пәйғәмбәргә юллана. Ул Йәрүсәлимдең яңы биҫтәһендә йәшәгән була. Хулда менән ошо хаҡта һөйләшәләр.

23 Хулда уларға былай ти: – Исраилдың Аллаһы Раббы әйтә: «Һеҙҙе Миңә ебәргән кешегә еткерегеҙ.

24 „Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә һәләкәт ебәрәм – Йәһүҙә батшаһы алдында уҡылған китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарҙы күндерәм.

25 Сөнки улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә асыуым был урынға түгеләсәк һәм ул һүнмәйәсәк“.

26 Һеҙҙе Раббынан һорашып-белешер өсөн ебәргән Йәһүҙә батшаһына иһә белдерегеҙ: „Исраилдың Аллаһы Раббы әле һин ишеткәндәр хаҡында былай ти:

27 Алланың ошо ергә һәм унда йәшәүселәргә ҡаршы һүҙҙәрен ишетеп, күңелең йомшарҙы һәм Алла алдында үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең. Эйе, Минең алда ысынлап та тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –

28 Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға һәм унда йәшәүселәргә Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып был яуапты батшаға һөйләп бирәләр.

29 Батша, хәбәр ебәреп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең бөтә аҡһаҡалдарын янына йыйып ала.

30 Шунан Йәһүҙә кешеләрен, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе, ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙе, олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә халыҡты эйәртеп, Раббы ҡорамына сыға. Шунда ул Раббы ҡорамында табылған Килешеү китабын уларға бәйнә-бәйнә ҡысҡырып уҡый.

31 Батша, үҙ урынына баҫып, Раббы менән килешеү төҙөй: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирә.

32 Батша Йәрүсәлимдә һәм Бинйәмин ерендә йәшәгән һәр кемгә шуны раҫларға бойора. Шулай итеп, Йәрүсәлим кешеләре ата-бабалары Аллаһының килешеүе буйынса йәшәй башлай.

33 Йошияһ Исраил халҡы ерендәге бөтә әшәкене юҡ иттерә һәм Исраилдағы һәр кемгә үҙҙәренең Аллаһы Раббыға хеҙмәт итергә бойора. Уның дәүерендә улар ата-бабаларының Аллаһы Раббынан тайпылмай.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan