Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Йылъяҙма 30 - Изге Яҙма


Ҡотҡарылыу байрамын үткәреү

1 Хизкияһ батша бөтә Исраил һәм Йәһүҙә халҡына, шулай уҡ Әфраим менән Менашше ырыуҙарына хәбәр ебәреп, уларҙы Исраил Аллаһы Раббыға бағышланған Ҡотҡарылыу байрамын уҙғарыу өсөн Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорамына саҡыра.

2 Хизкияһ батша үҙенең түрәләре һәм Йәрүсәлим халҡы менән кәңәшләшеп, Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙа үткәрергә ҡарар иткән була.

3 Исраил халҡы Ҡотҡарылыу байрамын үҙ ваҡытында билдәләй алмай, сөнки күп ҡаһиндар әлегә изгеләнеү йолаһын үтмәгән һәм кешеләрҙең күпселеге Йәрүсәлимгә йыйылмаған була.

4 Батша ла, халыҡ та тап шулай эшләүҙе дөрөҫ тип таба.

5 Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем барлыҡ исраилдарға, һәммәһенә Исраил Аллаһы Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләү өсөн Йәрүсәлимгә килергә ҡушып иғлан ителә, сөнки уны ҡанун ҡушҡанса бөтөн халыҡ менән үткәргәндәре булмай.

6 Батша менән уның түрәләре исеменән яҙылған хаттарҙы бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡына еткереүсе сапҡындар юлға сыға. Хатта былай тиелгән була: «Исраил халҡы! Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ бороғоҙ, һәм Ул да Ашшур батшаларынан иҫән ҡалған һеҙгә табан боролор.

7 Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға хыянат иткән аталарығыҙ һәм туғандарығыҙ кеүек булмағыҙ. Үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ, Раббы уларҙы ҡот осҡос ҡаты язаланы.

8 Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.

9 Раббыға ҡабат йөҙ борһағыҙ, туғандарығыҙ һәм балаларығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алғандарҙың миһырбанына юлығыр һәм ошо ергә әйләнеп ҡайтыр, сөнки Аллағыҙ Раббы мәрхәмәтле һәм рәхимле, Уға ҡайтһағыҙ, Ул һеҙҙән ситкә боролмаҫ».

10 Сапҡындар Әфраим менән Менашше ерҙәрендә ҡаланан ҡалаға йөрөй, зевулундарға ла барып етә, тик уларҙы көлөп һәм мыҫҡыллап ҡаршылайҙар.

11 Шулай ҙа Ашер, Менашше һәм Зевулун ырыуҙарының ҡайһы берәүҙәре күнеп, Йәрүсәлимгә килә.

12 Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.

13 Икенсе айҙа Сөсө икмәк байрамын үткәреү өсөн Йәрүсәлимгә бик күп халыҡ йыйыла.

14 Йәрүсәлимдәге бөтә сит аллаларға булған ҡорбан усаҡтарын емереп ташлайҙар, хуш еҫ төтәтеү урындарын ватып, Ҡидрон үҙәненә ырғыталар.

15 Икенсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар менән левиҙәр оялалар һәм инде үҙҙәрен ваҡытында изгеләндерәләр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандарын килтерәләр

16 һәм үҙҙәренең ҡағиҙәләренә, Алла бәндәһе Муса ҡанунына ярашлы, тәғәйен урынды биләйҙәр. Ҡаһиндар левиҙәр биргән ҡанды һирпә.

17 Йыйылғандарҙың күбеһе үҙҙәрен изгеләндермәгәнгә күрә, пакланмаған һәм үҙенең бәрәсен Раббыға бағышлай алмағандар өсөн Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен левиҙәргә салырға тура килә.

18-19 Әфраим һәм Менашше, Исасхар һәм Зевулун ырыуҙарынан килгәндәрҙең күбеһе таҙарынмаған булһа ла, ҡанунда яҙылғанға ҡаршы килеп, Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен ашай. Ләкин Хизкияһ улар өсөн доға ҡылып: «Эй игелекле Раббы! Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн күңеле менән ынтылған һәр кемде, улар Изге торлаҡ ҡануны буйынса тейешенсә таҙарынып килмәгән булһалар ҙа, ғәфү итә күр!» – ти.

20 Раббы Хизкияһты ишетә һәм халыҡҡа зыян ҡылмай.

21 Йәрүсәлимгә йыйылған исраилдар ете көн буйы Сөсө икмәк байрамын билдәләй, күңел аса, левиҙәр менән ҡаһиндар, көн һайын уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыны данлай.

22 Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар.

23 Бөтә йыйын тағы ете көн байрам итергә була һәм был ете көндө лә бик ҡыуанышып үткәрәләр,

24 сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә.

25 Йәһүҙәнән йыйылған барса халыҡ, ҡаһиндар ҙа, левиҙәр ҙә, Исраилдан килгән кешеләр ҙә, Исраилдан күсеп килеп, Йәһүҙәлә йәшәүсе килмешәктәр ҙә – һәммәһе күңел аса.

26 Йәрүсәлимдә иҫ киткес шатлыҡ хөкөм һөрә, Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улы заманынан бирле бындай хәл күрелгәне булмай.

27 Һуңынан ҡаһиндар һәм левиҙәр аяғүрә баҫып халыҡты фатихалай. Уларҙың доғалары Алланың күктәрҙәге мөҡәддәс торлағына етеп, ҡабул ҡылына.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan