Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Йылъяҙма 29 - Изге Яҙма


Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ

1 Тәхеткә ултырғанда Хизкияһҡа егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе – Авияһ Зәкәрьяһ ҡыҙы була.

2 Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.

3 Батшалыҡ итеүенең тәүге йылының тәүге айында уҡ ул Раббы ҡорамының ишектәрен ҡайтанан астыра һәм уларҙы йүнәттерә.

4 Унда ҡаһиндар менән левиҙәрҙе саҡырып ала, уларҙы көнсығыш майҙанға йыйып,

5 былай ти: – Мине тыңлағыҙ, левиҙәр! Үҙегеҙҙе паклағыҙ, ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббының ҡорамын изгеләндерегеҙ, мөҡәддәс урындан уны нәжесләгән бөтә нәмәләрҙе сығарып ташлағыҙ.

6 Сөнки ата-бабаларыбыҙ тоғролоҡ һаҡламаны, Аллабыҙ Раббыға хуш килмәҫтәйҙе ҡылып йөрөнө, Уны ташланы, Раббы торлағынан йөҙ сөйөрөп, уға арҡалары менән боролдо.

7 Улар хатта айуан ишектәрен бикләп ҡуйҙы, майшәмдәрҙе һүндерҙе, хуш еҫ төтәтмәне, Исраил Аллаһының мөҡәддәс урынында тотош яндырыуҙар башҡарманы.

8 Шуның өсөн Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төштө һәм Ул уларҙы мәсхәрәгә ҡалдырҙы, бөлдөрҙө, мыҫҡыл итте – быларҙы үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп тораһығыҙ.

9 Шуның өсөн аталарыбыҙ ҡылыстан ҡырылды, ә улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ әсирлектә.

10 Раббы беҙҙән Үҙенең ялҡынлы асыуын ҡайтарһын тип, мин Исраил Аллаһы Раббы менән килешеү төҙөргә теләйем.

11 Балаларым минең! Вайымһыҙ булмағыҙ, сөнки Раббы Үҙенең хозурында хеҙмәт итеү, ҡорбан килтереү өсөн һеҙҙе һайлап алған.

12 Бына левиҙәр эшкә тотона: Ҡыһаҫ нәҫеленән Махаҫ Ғамасай улы һәм Йоил Ғазаръяһ улы; Мерари нәҫеленән Ҡиш Ғавди улы һәм Ғазаръяһ Йеһалләлил улы; Гершон нәҫеленән Йоах Зимма улы һәм Ғедән Йоах улы;

13 Әлисафан нәҫеленән Шимри һәм Йеғиил; Асаф нәҫеленән Зәкәрьяһ һәм Маттанъяһ;

14 Һеман нәҫеленән Йехиил һәм Шимғи; Йедуҫун нәҫеленән Шемағъяһ һәм Ғуззиил.

15 Улар ағай-энеһен йыйып ала, паклана һәм, батша бойороғо буйынса, Раббы күрһәтмәһенә ярашлы, Раббы ҡорамын пакларға китә.

16 Ҡаһиндар Раббы ҡорамын паклар өсөн уның эсенә инә, ундағы бөтә нәжес әйберҙәрҙе ихатаға сығара, ә левиҙәр быларҙы Ҡидрон үҙәненә алып барып ташлай.

17 Улар беренсе айҙың беренсе көнөндә эшкә керешеп, һигеҙенсе көндә Раббы ҡорамының айуанына етәләр. Раббы ҡорамын изгеләндереү тағы ла һигеҙ көн бара һәм беренсе айҙың ун алтынсы көнөндә тамамлана.

18 Шунан улар Хизкияһ батшаның һарайына барып, былай тиҙәр: – Беҙ Раббының ҡорамын тулыһынса таҙарттыҡ, тотош яндырыу ҡорбандары өсөн ҡорбан усағын, уның барлыҡ һауыт-һабаһын, изге икмәк өҫтәлен, уның бөтә һауыт-һабаһын пакланыҡ.

19 Ахаз батша үҙе батшалыҡ иткән осорҙа хыянат ҡылып сығарып ташлаған бөтә һауыт-һабаны алып килеп изгеләндерҙек. Бына улар Раббының ҡорбан усағы алдында тора.

20 Икенсе көндө Хизкияһ батша иртән иртүк ҡала түрәләрен йыйып ала һәм Раббы ҡорамына китә.

21 Улар батшалыҡ өсөн, Изге торлаҡ өсөн һәм Йәһүҙә өсөн ҡорбан салырға тип, ете үгеҙ башмаҡ, ете һарыҡ тәкәһе, ете һарыҡ бәрәсе һәм гонаһ ҡорбанлығы өсөн ете кәзә тәкәһе алып килә. Хизкияһ Һарун тоҡомонан булған ҡаһиндарға Раббының ҡорбан усағында уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерергә ҡуша.

22 Бына үгеҙҙәрҙе салалар, ҡаһиндар, ҡанын алып, ҡорбан усағына һирпә, һарыҡ тәкәләрен салалар һәм ҡорбан усағына ҡанын һирпәләр; һарыҡ бәрәстәрен салып, ҡорбан усағына ҡанын һирпәләр.

23 Шунан һуң батша һәм йыйылған халыҡ алдына гонаһ өсөн ҡорбан ителәсәк кәзә тәкәләрен килтерәләр. Тегеләр ҡулдарын тәкәләр өҫтөнә ҡуя.

24 Ҡаһиндар уларҙы сала, бөтә Исраилды гонаһтарынан паклар өсөн, уларҙың ҡанын ҡорбан усағына һирпә, сөнки батша тотош яндырыу менән гонаһ ҡорбанын бөтә исраилдар өсөн килтерергә ҡушҡан була.

25 Батша һуҡма тәрилкәләр, лира һәм арфалар тотҡан левиҙәрҙе Раббы ҡорамына ҡуя, быны Дауыт менән батша әүлиәһе Ғад һәм Наҫан пәйғәмбәр ҡағиҙәһенә ярашлы эшләй. Был – Раббының уның пәйғәмбәрҙәре аша ебәрелгән ҡағиҙәһе була.

26 Бына левиҙәр – Дауыттың уйын ҡоралдары, ҡаһиндар борғолары менән тороп баҫа.

27 Хизкияһ ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанын килтерергә бойора. Ҡорбан килтереү йолаһына керешкәс, борғоларға һәм Исраил батшаһы Дауыттың уйын ҡоралдарына ҡушылып, Раббыға бағышланған йыр башлана.

28 Бөтә йыйын сәждә ҡыла, йырсылар йырлай, борғолар уйнай, тотош яндырыу тамамланғансы шулай була.

29 Тотош яндырыу тамам булғас, батша һәм уның янындағылар һәммәһе лә теҙ сүгә һәм сәждә ҡыла.

30 Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.

31 Хизкияһ, дауам итеп, былай ти: – Бына һеҙ үҙегеҙҙе Раббыға арнанығыҙ. Хәҙер тороп, Раббы ҡорамына ҡорбандар менән шөкөр саҙаҡаларын килтерегеҙ. Йыйын ҡорбандар, шөкөр саҙаҡалары килтерә башлай, айырыуса ихластар тотош яндырыу ҡорбандары сала.

32 Йыйын килтергән ҡорбандар һаны түбәндәгесә була: етмеш үгеҙ, йөҙ һарыҡ тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ бәрәсе – былар барыһы ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны.

33 Изге ҡорбан итеп алты йөҙ баш эре мал, өс мең ваҡ мал килтерелә.

34 Әммә ҡаһиндар аҙ һанлы булған өсөн, улар тотош яндырыу ҡорбанына тәғәйенләнгән малдарҙың бөтәһенең дә тиреһен тунап өлгөртә алмай. Шуға күрә уларҙың туғандары левиҙәр, башҡа ҡаһиндар үҙҙәрен изгеләндергәнсе һәм эш бөткәнгә тиклем, уларға ярҙамлаша. Левиҙәр ҡаһиндарға ҡарағанда үҙҙәрен изгеләндереүгә етдирәк мөнәсәбәттә була.

35 Тотош яндырыу ҡорбандары ғәйәт күп була. Уларҙан тыш, татыулыҡ ҡорбандарының эс майы һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелгән түкмә ҡорбандар күп була. Раббы ҡорамындағы хеҙмәт ошолай итеп тергеҙелә.

36 Алланың Үҙ халҡына ҡылған был эшенә Хизкияһ менән бар халыҡ ифрат ҡыуана, сөнки был эш ҡапыл ғына ғәмәлгә аша.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan