ІІ Йылъяҙма 28 - Изге ЯҙмаЙәһүҙә батшаһы Ахаз ( 4 Бат 16:1-20 ) 1 Тәхеткә ултырғанда Ахазға егерме йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. Ахаз боронғо бабаһы Дауыт батша кеүек булмай, Раббы күҙендә дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр ҡыла. 2 Ул Исраил батшаларының юлын ҡыуа, хатта Бәғел һындарын ҡойҙора, 3 Бен-Һинном үҙәнендә хуш еҫ төтәтә һәм Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрә, хатта, үҙ улдарын ҡорбанға килтереп, утта яндыра. 4 Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан сала һәм хуш еҫ төтәтә. 5 Быларҙы күреп, Раббы Алла уны арамиҙар батшаһы ҡулына тапшыра. Улар Ахазды еңә һәм, күптәрҙе әсирлеккә алып, Дамаскка алып китә. Бынан тыш Раббы Ахазды Исраил батшаһы ҡулына тапшыра, һәм Ахаз уның тарафынан ныҡ ҡыйратыла. 6 Ремалъяһ улы Пеҡах батша бер көндә Йәһүҙәнең йөҙ егерме мең яугирен ҡырып һала, сөнки улар ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлаған була. 7 Әфраимдарҙан ғәйрәтле Зихри иһә батша улы Мағасеяһты, һарай мөдире Ғазриҡамды һәм батшанан һуң икенсе булған Әлҡананы үлтерә. 8 Исраилдар үҙҙәренең туғандары йәһүҙиҙәрҙең ике йөҙ мең кешеһен – ҡатындарын, улдарын һәм ҡыҙҙарын әсирлеккә ала; шулай уҡ уларҙан бик күп яумал талап, Самарияға оҙата. 9 Унда Раббы пәйғәмбәре йәшәгән була, исеме – Ғодед. Ул, Самарияға ҡайтып килгән ғәскәр ҡаршыһына сығып, былай ти: – Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы, йәһүҙиҙәргә асыуланып, уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, ә һеҙ уларҙы күктәргә олғашырлыҡ нәфрәт менән ярһып ҡырҙығыҙ. 10 Хәҙер һеҙ Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡының ирҙәрен һәм ҡатын-ҡыҙҙарын үҙегеҙгә ҡол итергә йыйынаһығыҙ. Ә Аллағыҙ Раббы алдында үҙегеҙҙең ғәйептәрегеҙ юҡмы ни? 11 Хәҙер минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ: әсиргә алған туғандарығыҙҙы ҡайтарып ебәрегеҙ, юғиһә Раббы Үҙенең асыуын өҫтөгөҙгә төшөрөр. 12 Әфраимдарҙан ҡайһы бер түрәләр – Ғазаръяһ Йеһоханан улы, Бәрәхъяһ Мешиллемоҫ улы, Йехизкияһ Шаллум улы һәм Ғамаса Хадлай улы яуҙан ҡайтып килеүселәрҙең ҡаршыһына сыға ла 13 уларға былай ти: – Әсирҙәрҙе бында алып килмәгеҙ, юғиһә Раббы алдында гонаһҡа батырбыҙ. Булған гонаһтарыбыҙ һәм енәйәттәребеҙгә яңыларын өҫтәргә уйлайһығыҙмы? Ғәйебебеҙ былай ҙа үтә ҙур, Раббы былай ҙа Исраилға асыулы! 14 Яугирҙәр әсирҙәрҙе һәм яумалды хәрби түрәләр һәм йыйылған халыҡҡа ҡалдыра. 15 Әсирҙәр тураһында хәстәрлек күреү өсөн исемләп кешеләр тәғәйенләнә. Улар яланғастарына яумалға алынған әйберҙәр араһынан кейем-һалым, аяҡ кейеме бирә, ашата, эсерә, яраларына зәйтүн майы һөртә. Шунан, хәлһеҙҙәрен ишәктәргә мендереп, хөрмәләр ҡалаһы Йерихоға, уларҙың туғандарынан алыҫ булмаған урынға, алып бара. Унан үҙҙәре Самарияға әйләнеп ҡайта. 16 Шул саҡ Ахаз батша Ашшур батшаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, 17 сөнки эдомдар тағы килә, Йәһүҙә халҡын ҡыра, әсирҙәрҙе алып китә. 18 Пелештиҙәр ҙә Йәһүҙәнең Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларына һөжүм итеп, Бейт-Шәмәште, Айялонды, Гедероҫты, Сохоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә, шулай уҡ Тимна менән Гимзоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ала һәм шунда төпләнә. 19 Ахаз батша Раббыға үтә күп хыянат ҡылып, Йәһүҙә халҡын аҙҙырған өсөн, Раббы Йәһүҙәне шулай түбәнһетә. 20 Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп, Ахазға ярҙам итер урынға, уны ҡыҫырыҡлай башлай. 21 Ахаз Раббы ҡорамында, үҙ һарайында һәм түрәләрҙә булған хазиналарҙы алып Ашшур батшаһына бирә, әммә бының файҙаһы теймәй. 22 Үҙе өсөн ошолай ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, Ахаз батша Раббыға хыянат ҡылыуын дауам итә. 23 Уны еңгән Дамаск аллаларына ҡорбан килтерә: «Арам батшаларының аллалары уларға ярҙам итә лә баһа, мин дә уларға ҡорбан салайым да, улар миңә лә ярҙам итер», – тип өмөтләнә. Әммә был илаһтар Ахаз менән бөтә Исраилдың һәләкәтенә сәбәп була. 24 Ахаз иһә Алла ҡорамындағы бөтә һауыттарҙы йыйып ала, вата-ҡыра, Раббы ҡорамының ишектәрен бикләй һәм Йәрүсәлимдең һәр бер мөйөшөндә сит аллаларға ҡорбан усаҡтары яһап ҡуя, 25 Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында сит аллаларға төтәтеү өсөн табыныу ҡалҡыулыҡтары булдырып, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны асыуландыра. 26 Ахаздың башҡа ғәмәлдәре һәм ҡылған эштәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған. 27 Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм уны Йәрүсәлим ҡалаһында дәфен ҡылалар, тик Исраил батшалары төрбәһенә ҡуймайҙар. Уның урынына улы Хизкияһ батша була. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia