ІІ Йылъяҙма 26 - Изге ЯҙмаЙәһүҙә батшаһы Ғуззияһ ( 4 Бат 14:21-22 ; 15:1-3 , 5-7 ) 1 Шунан һуң Йәһүҙә халҡы ун алты йәшлек Ғуззияһты атаһы Амасъяһ урынына батша итеп ҡуя. 2 Ул, атаһы үлеп ата-бабалары хозурына күскәс, Элаҫ ҡалаһын Йәһүҙәгә ҡайтара һәм ҡайтанан ҡора. 3 Тәхеткә ултырғанда Ғуззияһҡа ун алты йәш була. Ул Йәрүсәлимдә илле ике йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йехольяһ Йәрүсәлимдән була. 4 Ғуззияһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатлай. 5 Алланан ҡурҡырға өйрәткән Зәкәрьяһ иҫән саҡта, Ғуззияһ Аллаға ынтылып йәшәй. Ғуззияһ Раббыға ынтылған дәүерҙә, Алла уның тормошон уңышлы итә. 6 Ғуззияһ, пелештиҙәргә ҡаршы һуғыш башлап, Ғаҫ, Явне һәм Ашдод ҡалаларының диуарҙарын емерә, Ашдод эргәһендә һәм пелештиҙәргә ҡараған башҡа урындарҙа ҡалалар төҙөй. 7 Ул пелештиҙәргә, Гур-Бәғелдә йәшәгән ғәрәптәргә һәм мағондарға ҡаршы һуғышҡанда, Алла уға ярҙам итә. 8 Ғаммондар Ғуззияһҡа яһаҡ түләп тора. Уның даны Мысыр сиктәренә тиклем тарала, сөнки ул шундай көсәйеп китә. 9 Бынан тыш, Ғуззияһ Йәрүсәлимдәге Мөйөш ҡапҡаһы, Үҙән ҡапҡаһы башына һәм диуарҙың мөйөшөндә манаралар төҙөп, уларҙы нығыттыра. 10 Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була. 11 Ғуззияһтың төркөмдәргә бүленгән, һуғышҡа әҙер, өйрәтелгән ғәскәре була. Яугирҙәрҙе батша түрәләренең береһе Хананъяһтың ҡулы аҫтында кәтип Йеғиил менән мөдир Мағасеяһ исемлеккә теркәгән була. 12 Был батыр яугирҙәргә ике мең алты йөҙ нәҫел башлыҡтары етәкселек итә. 13 Улар ҡулы аҫтында өс йөҙ ете мең биш йөҙ ҡаһарман яугир булып, улар батшаға фиҙаҡәр рәүештә ярҙам итергә, дошманға ҡаршы һуғышҡа инергә әҙер тора. 14 Ғуззияһ бөтә ошо ғәскәре өсөн ҡалҡандар һәм һөңгөләр, торҡа һәм һарайталар, уҡ-һаҙаҡ һәм һапҡы таштары әҙерләтә. 15 Тағы ла ул Йәрүсәлимдә бик оҫта итеп уйланған ҡулайламалар эшләтә, улар манараларға һәм мөйөштәргә ҡуйылып, уҡтар һәм ҙур таштар яуҙырыу өсөн тәғәйенләнгән була. Хикмәтле ярҙам алған өсөн ул ҡеүәтле булып китә, даны алыҫтарға тарала. 16 Әммә шулай көсәйгәс, Ғуззияһ үҙ башына була маһайып китә һәм Аллаһы Раббыға ҡаршы енәйәт ҡыла. Ул ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтер өсөн Раббы ҡорамына инә. 17 Ғазаръяһ ҡаһин Раббының һикһән ҡыйыу ҡаһины менән уның артынан эйәрә. 18 Улар Ғуззияһ батшаның юлына арҡыры төшөп: – Эй Ғуззияһ! Раббыға хуш еҫ төтәтеү һинең эшең түгел. Был Һарун нәҫеленән булған, төтәтергә бағышлау алған ҡаһиндарҙың эше. Изге торлаҡтан сыҡ, Раббыға ҡаршы енәйәт ҡылаһың бит, был һиңә Алла Раббынан шөһрәт килтермәҫ, – тиҙәр. 19 Ҡулына төтәҫләгес алған Ғуззияһ быға бик ныҡ асыулана. Әммә уның ҡаһиндарға асыуланыуы була, Раббы ҡорамында, ҡаһиндар алдында, хуш еҫ төтәтеү усағы янында торғанында, маңлайына махау ауырыуы сыға. 20 Баш ҡаһин Ғазаръяһ менән башҡа ҡаһиндар уға ҡараһа, маңлайында – махау! Улар батшаны тышҡа алып сығырға ашыға, хәйер, ул үҙе лә сығып китеү яғын ҡарай, сөнки уға Раббы язаһы төшкән була. 21 Ғуззияһ батша ғүмеренең аҙағына тиклем махау ауырыулы була һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәй. Раббы ҡорамына инеү уға ҡырҡа тыйыла. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итә. 22 Ғуззияһтың башҡа ғәмәлдәрен, башынан аҙағынаса, Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр яҙып ҡалдырған. 23 Ғуззияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны батша төрбәләре эргәһендә, батшаларҙыҡы булған ҡырҙа ата-бабалары янында ерләйҙәр, сөнки уны, ул махаулы, тиҙәр. Уның урынына улы Йоҫам батша була. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia