Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Йылъяҙма 23 - Изге Яҙма


Ғаҫалъяһҡа ҡаршы баш күтәреү
( 4 Бат 11:4-20 )

1 Етенсе йылына Йеһоядағ, тәүәккәлләп, йөҙ баштары Ғазаръяһ Йерохам улы, Исмәғил Йеһоханан улы, Ғазаръяһ Ғовед улы, Мағасеяһ Ғадаяһ улы, Әлишафат Зихри улы менән килешеү төҙөй.

2 Улар, Йәһүҙә буйлап йөрөп, бөтә ҡалаларҙан левиҙәрҙе һәм Исраилдың ғаилә башлыҡтарын йыя һәм Йәрүсәлимгә алып килә.

3 Был йыйын Алла йортонда батша менән килешеү төҙөй. Йеһоядағ йыйылыусыларға былай ти: – Бына был батша улы! Раббының Дауыт нәҫеле хаҡында биргән вәғәҙәһенә ярашлы, тәхеткә ул ултырырға тейеш.

4 Һеҙ былай итегеҙ: шәмбе көндө хеҙмәтен башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәрҙең өстән бер өлөшө ҡапҡаларҙы һаҡлаһын,

5 өстән бер өлөшө – батша һарайында, өстән бере Нигеҙ ҡапҡаһы төбөндә булһын. Ә бар халыҡ Раббы ҡорамының ихаталарында торһон.

6 Раббы ҡорамына ҡаһиндар менән хеҙмәттәге левиҙәрҙән башҡа берәү ҙә инмәһен. Улар пакланыу йолаһын үткән, шуға күрә инә алалар. Ә ҡалған кешеләр Раббының бойороғон үтәһен.

7 Левиҙәр, һәр ҡайһыһы ҡорал тотоп, батшаны уратып баҫһын, кем ҡорамға инә – шул үлтерелһен. Батша ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалмағыҙ.

8 Левиҙәр һәм барлыҡ йәһүҙиҙәр Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәй. Йөҙ баштары шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде үҙ янына туплай, сөнки Йеһоядағ ҡаһин бер кемгә лә китергә рөхсәт бирмәй.

9 Йеһоядағ ҡаһин йөҙ баштарына һөңгөләр менән Дауыт батшаның Алла ҡорамында һаҡланған ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарын таратып бирә.

10 Ул ҡулдарына ҡорал тотҡан кешеләрҙе, батшаны һәр яҡтан һаҡлар өсөн, ҡорамдың көньяғынан төньяғына тиклем ҡорбан усағы һәм ҡорам тирәләй ҡуйып сыға.

11 Шунан батша улын алып киләләр, башына таж кейҙерәләр, ҡанун китабы тотторалар. Йоашты батша тип иғлан итәләр. Йеһоядағ менән улдары Йоашты мәсехләй һәм халыҡ: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡыра.

12 Ғаҫалъяһ, йүгерешкән һәм батшаны сәләмләгән халыҡтың шаулашҡанын ишетеп, улар янына, Раббы ҡорамына килә

13 һәм ни күрә: батша ишек төбөндә ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта, уйын ҡоралдары тотҡан йырсылар береһенән-береһе уҙҙырып маҡтау йырлай. Ғаҫалъяһ, өҫтөндәге кейемен йыртып: «Хыянат! Хыянат!» – тип ҡысҡыра.

14 Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойора. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелгәнен теләмәй.

15 Ғаҫалъяһты тотоп алалар һәм, һарайҙың Ат ҡапҡаһына инә торған еренә алып килеп, шунда үлтерәләр.


Йеһоядағ ҡаһин индергән үҙгәрештәр

16 Йеһоядағ үҙенең, халыҡтың һәм батшаның Раббы халҡы булыуы тураһында килешеү төҙөй.

17 Шунан һуң бөтә халыҡ барып, Бәғелдең ҡорамын емерә. Ундағы ҡорбан усаҡтарын, боттарын ваталар; Бәғел ҡаһины Маттанды ҡорбан усаҡтары алдында үлтерәләр.

18 Артабан Йеһоядағ Дауыттың Раббы ҡорамы хаҡындағы күрһәтмәләрен үтәп, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙән Раббы ҡорамы өсөн яуаплы кешеләр билдәләй. Улар, Муса ҡанунында яҙылғанса, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә һәм был йоланы Дауыт ҡушҡанса ҡыуанышып, йырлаша-йырлаша башҡарырға тейеш була.

19 Нимәнән булһа ла нәжесләнгән кеше инә алмаһын өсөн Раббы ҡорамы ҡапҡаһы төбөнә һаҡсылар ҡуя.

20 Шунан йөҙ баштары, түрәләр, халыҡ башлыҡтары һәм илдең бар халҡы оҙатыуында батшаны Раббы ҡорамынан алып сыға. Улар Юғары ҡапҡа аша батшаны һарайға алып киләләр һәм тәхеткә ултырталар.

21 Ил халҡы күңел аса. Ғаҫалъяһ ҡылыстан үткәрелгәндән һуң, ҡалала тыныслыҡ урынлаша.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan