ІІ Йылъяҙма 22 - Изге ЯҙмаЙәһүҙә батшаһы Ахазъяһ ( 4 Бат 8:25-29 ; 9:14-29 ) 1 Ғәрәптәр менән бергә йәһүҙиҙәр тупламына һөжүм иткән баҫҡынсылар Йеһорамдың өлкән улдарын үлтереп киткән була. Шул сәбәпле Йәрүсәлим халҡы Йеһорам урынына уның кинйә улы Ахазъяһты батша итеп ҡуя. Шулай итеп, Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултыра. 2 Ахазъяһ егерме ике йәшендә батша була һәм Йәрүсәлимдә бер йыл батшалыҡ итә. Уның әсәһе Ғомриҙың ейәнсәре Ғаҫалъяһ була. 3 Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуа, сөнки уны әсәһе ҡанунһыҙ ғәмәлдәргә этәрә. 4 Ул, Ахав нәҫеленә оҡшап, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡыла, сөнки атаһы мәрхүм булғандан һуң, Ахав йортоноң ағзалары уның кәңәшселәре булып, уны һәләкәткә килтерә. 5 Ахазъяһ, уларҙың кәңәшен тыңлап, Исраил батшаһы Ахавтың улы Йорам менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға бара. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яралай. 6 Ул, Рама ҡалаһында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышҡанда алған яраларын дауаларға, Изреғилгә ҡайта. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ иһә йәрәхәтләнгән Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килә. 7 Раббы ихтыяры буйынса Ахазъяһ, Йорам янына килеп, үлемен шунда табырға тейеш була. Бында килгәс, улар Йорам менән бергәләп Нимши улы Йеһуҙы ҡаршы алырға сығалар. Йеһуҙы Раббы Ахав йортон юҡ иттерер өсөн һайлап алған була. 8 Йеһу, Ахав нәҫеленә сығарылған хөкөмдө бойомға ашырған саҡта, Йәһүҙә түрәләрен һәм Ахазъяһҡа хеҙмәт иткән ағай-энеһенең улдарын осрата һәм барыһын да үлтерә. 9 Шунан Йеһу Ахазъяһты эҙләргә тотона. Уны, Самарияла йәшенеп йөрөгән еренән табып, Йеһуға алып киләләр һәм үлтерәләр. Әммә уны дәфен ҡылалар, сөнки: «Ул бөтөн йөрәге менән Раббыға ынтылған Йеһошафат улы бит!» – тиҙәр. Шулай итеп, Ахазъяһ йортонда батша булырлыҡ берәү ҙә ҡалмай. Йәһүҙә батшабикәһе Ғаҫалъяһтың тәхеткә ултырыуы ( 4 Бат 11:1-3 ) 10 Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, Йәһүҙә батшаһы нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға керешә. 11 Ләкин Йеһошавғаҫ, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш тигән улын урлап алып, уны һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерә. Шулай итеп, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Йеһоядағ ҡаһиндың ҡатыны, Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны Йеһошавғаҫ Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерә һәм ул тере ҡала. 12 Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала алты йыл буйына улар менән Алла ҡорамында йәшенеп йәшәй. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia