ІІ Йылъяҙма 21 - Изге ЯҙмаЙәһүҙә батшаһы Йеһорам ( 4 Бат 8:16-24 ) 1 Йеһошафат вафат булып, ата-бабаларына ҡушыла һәм Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылына. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултыра. 2 Уның бер туғандары – Ғазаръяһ, Йехиил, Зәкәрьяһ, Азаръяһ, Михаил, Шефатъяһ. Улар һәммәһе Исраил батшаһы Йеһошафаттың улдары була. 3 Аталары уларға Йәһүҙәнең нығытылған ҡалалары менән бергә күп алтын-көмөш, затлы әйберҙәр бүләк итә, батшалыҡты иһә, баш балаһы булғанлыҡтан, Йеһорамға тапшыра. 4 Йеһорам атаһы урынына тәхеткә ултырып, хакимлығын нығытҡандан һуң, бөтә ҡустыларын, шулай уҡ Исраилдың ҡайһы бер түрәләрен ҡылыстан үткәрә. 5 Батша булғанда Йеһорамға утыҙ ике йәш була. Ул Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл хакимлыҡ итә. 6 Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам да, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуа, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. 7 Шулай булһа ла, Раббы Дауыт менән төҙөлгән килешеү хаҡына Дауыт йортон һәләк итергә теләмәй, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргән була. 8 Йеһорам батша булған ваҡытта, эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп, уның хакимлығы аҫтынан сыға һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуя. 9 Йеһорам бөтә ғәскәр башлыҡтары, яу арбалары менән бергә шул тарафҡа йүнәлә. Бында уны Эдом ғәскәре уратып ала. Әммә Йеһорам төндә яу арбаларының башлыҡтары менән бергә ҡамалышты йырып сыға. 10 Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрә, сөнки Йеһорам ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлай. 11 Йәһүҙәләге ҡалҡыулыҡтарҙа табыныу урындары булдыра, Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәп, йәһүҙиҙәрҙе юлдан яҙҙыра. 12 Уға Ильяс пәйғәмбәрҙән хат килә. Унда былай тиелгән була: Һинең боронғо бабаң Дауыттың Аллаһы Раббы бына нимә ти: «Һин атайың Йеһошафаттың, Йәһүҙә батшаһы Асаның юлынан йөрөмәнең, 13 ә Исраил батшаларына эйәрҙең. Ахав нәҫеле Исраилды аҙҙырған кеүек, һин Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәнең. Өҫтәүенә, һин ҡустыларыңды, атайыңдың улдарын, үлтерттең, ә улар һинән яҡшыраҡ ине. 14 Бына шуның өсөн Раббы һинең халҡыңа, балаларыңа, ҡатындарыңа, барлыҡ мөлкәтеңә ауыр ҡаза ебәрәсәк. 15 Үҙең иһә ауыр эс ауырыуына юлығырһың. Ул ауырыу көндән-көн аҙа барып, эсеңдәге бөтә ағзаларың ҡойолоп төшәсәк». 16 Раббы пелештиҙәр менән ғәрәптәрҙе, куштарҙың күршеләрен, Йеһорамға ҡаршы ҡуҙғыта. 17 Улар Йәһүҙәгә табан юллана, уға бәреп инә һәм батша һарайында табылған барлыҡ мөлкәтте, шулай уҡ улдарын һәм ҡатындарын алып китә. Уның кинйәһе Йеһоахаздан башҡа улы ҡалмай. 18 Ошоларҙан һуң Раббы уны ҡотолоп булмаҫлыҡ эс ауырыуына юлыҡтыра. 19 Көндән-көнгә был дауам итә, ә икенсе йылдың аҙағына ауырыуҙан уның эсе ҡойола һәм бик ныҡ һыҙланып-яфаланып, Йеһорам донъя ҡуя. Уның ата-бабаларын ҡуйғанда ерләү усаҡтары яндырған халыҡ Йеһорам хаҡына усаҡ яғыуҙы кәрәк тапмай. 20 Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia