Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Йылъяҙма 19 - Изге Яҙма


Йеһу әүлиәнең Йеһошафатты битәрләүе

1 Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Йәрүсәлимдәге өйөнә иҫән-аман ҡайтып етә.

2 Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.

3 Ярай әле һинең яҡшы эштәрең дә бар. Һин Ашераның ҡолғаларынан арындырҙың, йөрәгеңде Алланы эҙләүгә бағышланың.


Йеһошафаттың яҡшы ғәмәлдәре

4 Йеһошафат Йәрүсәлимдә йәшәй. Ул Беер-Шәвәғтән алып Әфраим таулығына тиклемге ерҙәрҙә көн иткән халҡын йәнә ҡат-ҡат урап сыға, уларҙы ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ҡайтырға инандыра.

5 Йәһүҙәләге бөтә нығытылған ҡалаларҙа хөкөмдарҙар тәғәйенләп,

6 уларға былай ти: – Һәр эшегеҙҙә иғтибарлы булығыҙ, һеҙ кеше хөкөмөн түгел, Раббы хөкөмөн ҡылыуығыҙҙы, хөкөм эшендә Уның ҡатнашҡанын белеп тороғоҙ.

7 Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел.

8 Йеһошафат Йәрүсәлимдә ҡайһы бер левиҙәрҙе, ҡаһиндарҙы һәм Исраил нәҫелдәре башлыҡтарын Раббы ҡанунына нигеҙләнеп хөкөм сығырырға һәм кешеләр араһындағы дәғүәләрҙе хәл итергә тәғәйенләй. Улар Йәрүсәлимдә йәшәй.

9 Йеһошафат уларға шундай бойороҡ бирә: – Вазифағыҙҙы Раббынан ҡурҡып, тоғролоҡ һәм саф күңел менән башҡарығыҙ.

10 Үҙ ҡалаларында йәшәгән ағай-энегеҙҙән килгән бәхәсле эштәрҙең ҡайһыһын ҡарағанда ла – үлтереш булһынмы ул, ҡанун, бойороҡ, ҡағиҙә йә ҡарар үтәлешенә ҡағылһынмы – Раббы алдында гонаһ ҡылып ҡуймаһындар, үҙҙәренең һәм һеҙҙең башығыҙға Раббының ҡәһәрен төшөрмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртегеҙ; шулай итһәгеҙ, гонаһҡа тарымаҫһығыҙ.

11 Бына баш ҡаһин Амаръяһ – Раббыға ҡағылышлы эштәрҙә, Исмәғил улы Зевадъяһ, Йәһүҙә ырыуы башлығы, батшаның бөтә эштәрендә һеҙҙең өҫтә торор, ә левиҙәр эргәгеҙҙә идара эштәрен башҡарыр. Ҡыйыу эш итегеҙ, Раббы яҡшылыҡ ҡылыусы менән булһын!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan