ІІ Йылъяҙма 17 - Изге ЯҙмаЙәһүҙә батшаһы Йеһошафат 1 Асанан һуң тәхеткә улы Йеһошафат ултыра һәм илде Исраилға ҡаршы торорлоҡ итеп көсәйтә. 2 Ул Йәһүҙәнең бөтә нығытылған ҡалаларына ғәскәрҙәр ҡуя, Йәһүҙә еренә, атаһы Аса яулап алған Әфраим ҡалаларына һаҡсы ғәскәрҙәр урынлаштыра. 3 Раббы Йеһошафат менән була, сөнки ул боронғо бабаһы Дауыт башлап һалған юлдан тайпылмай, бәғелдәргә табынмай, 4 ә атаһының Аллаһына ынтыла, Уның бойороҡтарын үтәй, исраилдарға эйәрмәй. 5 Раббы уның батшалығын нығыта. Бөтә йәһүҙиҙәр Йеһошафатҡа бүләктәр килтерә һәм ул бик бай һәм данлыҡлы була. 6 Йеһошафат бөтөн күңелен биреп Раббы юлында йөрөргә тырыша. Ул Йәһүҙәнән табыныу ҡалҡыулыҡтарын да, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ла юҡ итә. 7 Батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында ул ярандары Бен-Хаил менән Ғовадъяһты, Зәкәрьяһ менән Неҫанилды, Михаяһты Йәһүҙә ҡалаларына халыҡты уҡытырға ебәрә. 8 Улар менән бергә левиҙәр Шемағъяһ, Неҫанъяһ, Зевадъяһ, Ғасаһил, Шемирамоҫ, Йонаҫан, Адонияһ, Товияһ, Тов-Адонияһ, шулай уҡ ҡаһиндар Әлишамағ менән Йеһорам була. 9 Улар Йәһүҙәлә Раббының ҡанун китабынан һабаҡ бирә. Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында халыҡты уҡытып йөрөйҙәр. 10 Йәһүҙә тирәһендәге бөтә батшалыҡтарҙы Раббы дәһшәте биләп ала, шуға күрә улар Йеһошафатҡа ҡаршы һуғыш асмай. 11 Ҡайһы бер пелештиҙәр Йеһошафатҡа көмөштө бүләккә һәм яһаҡ итеп килтереп тора; ғәрәптәр ваҡ малдан ете мең ете йөҙ баш һарыҡ тәкәһе менән ете мең ете йөҙ баш кәзә тәкәһе алып килә. 12 Йеһошафат күтәрелгәндән-күтәрелә, Йәһүҙәлә ҡәлғәләр, кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтә. 13 Йәһүҙә ҡалаларында ул күп итеп кәрәк-яраҡ туплай, Йәрүсәлимдә үҙенең ҡаһарман яугирҙәрен урынлаштыра. 14 Бына уларҙың нәҫел буйынса төҙөлгән исемлеге: Йәһүҙә ырыуынан мең баштары: ғәскәр башы Ғадна һәм уның өс йөҙ мең ҡаһарман яугире; 15 уның артынса – ғәскәр башы Йеһоханан һәм уның ике йөҙ һикһән мең яугире; 16 унан – Зихри улы Ғамасъяһ һәм уның ике йөҙ мең баһадир яугире. Ғамасъяһ үҙ ихтыяры менән Раббыға хеҙмәт итә. 17 Бинйәмин ырыуынан яугирҙәрҙең башлығы Әлъядағ була. Был баһадир һуғышсының уҡ-һаҙаҡлы һәм ҡалҡанлы ике йөҙ мең яугире; 18 унан һуң – йөҙ һикһән мең ҡораллы яугире менән Йеһозавад. 19 Был яугирҙәр батшаға хеҙмәт итә. Уларҙан тыш батша бөтә Йәһүҙәләге нығытылған ҡалаларға башҡа ғәскәрҙәрҙе урынлаштырған була. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia