ІІ Йылъяҙма 16 - Изге ЯҙмаАса менән Бағша араһындағы һуғыш ( 3 Бат 15:17-24 ) 1 Аса хакимлығының утыҙ алтынсы йылында Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотона. 2 Аса, Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған алтын-көмөштө ала ла Дамаскта йәшәгән Арам батшаһы Бен-Һададҡа ебәрә. Уға былай тип әйтергә ҡуша: 3 «Минең менән һинең арала минең атайым менән һинең атайың араһындағы кеүек килешеү булһын. Бына мин һиңә алтын-көмөш ебәрәм. Ә һин Исраил батшаһы Бағша менән төҙөгән килешеүеңде өҙ – ул ғәскәрҙәрен минең ерҙәремдән сығарһын». 4 Бен-Һадад Аса батшаның тәҡдимен тыңлай һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрә. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Майимды һәм Нафтали ерендәге келәт ҡәлғәләрҙе баҫып ала. 5 Был хаҡта ишеткәс, Бағша Раманы нығытыуҙан туҡтай һәм был эшен ташлап ҡуя. 6 Ә Аса батша барса йәһүҙиҙәрҙе алып килеп, Бағша төҙөлөштә файҙаланған таштарҙы, бүрәнәләрҙе Раманан ташытып бөтөрә лә улар менән Гевағ һәм Миспа ҡалаларын нығыта. 7 Шул осорҙа Ханани әүлиә Йәһүҙә батшаһы Асаға килеп, уға былай ти: – Һин Аллаң Раббыға ышанмайынса, Арам батшаһына ышандың. Шуның өсөн, Арам батшаһының ғәскәре ҡулыңдан ысҡынды ла инде. 8 Куштар менән ливиялыларҙың ғәскәрҙәре ҡеүәтле, яу арбалары һәм һыбайлылары иҫәпһеҙ-һанһыҙ түгел инеме ни? Ләкин һин Раббыға ышанғас, Ул уларҙы һинең ҡулыңа тапшырғайны. 9 Раббы ер йөҙөндәге бар нәмәне күҙәтеп тора, Үҙенә тоғроларға көс-ҡеүәт бирә. Һин алйоттарса эш иттең. Бынан һуң башың һуғыштан сыҡмаясаҡ. 10 Аса әүлиәгә бик ныҡ асыулана һәм, ярһып, уны зинданға яптыра. Шул осорҙа ул ҡайһы бер башҡа кешеләрҙе лә ҡыйырһыта. 11 Асаның бөтә ғәмәлдәре башынан аҙағына тиклем Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған. 12 Батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында аяҡтары һыҙлаған Асаның хәле ныҡ ауырая. Әммә ауырыған саҡта ла ул Раббынан түгел, ә табиптарҙан ярҙам һорай. 13 Аса батшалыҡ итеүенең ҡырҡ беренсе йылында вафат була һәм ата-бабалары хозурына күсә. 14 Уны иҫән сағында үҙе өсөн Дауыт ҡалаһында ҡаяла уйҙырған төрбәгә ҡуялар. Уны төрлө хуш еҫле матдәләр, еҫле майҙар тултырылған ятаҡҡа һалалар, уның хөрмәтенә ҙур итеп усаҡ яндыралар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia