ІІ Йылъяҙма 15 - Изге ЯҙмаАса индергән яңылыҡтар ( 3 Бат 15:13-16 ) 1 Ғодед улы Ғазаръяһҡа Алла Рухы иңә. 2 Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар. 3 Оҙаҡ йылдар Исраил халҡы хаҡ Аллаһыҙ, юл күрһәтеүсе ҡаһинһыҙ, ҡанунһыҙ йәшәне. 4 Ләкин баштарына бәлә килгәс, улар Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ борҙолар, Уны эҙләнеләр, һәм Раббы уларға табылды. 5 Ул дәүерҙә юлға сығыу ҡурҡыныс ине, килгәнгә лә, киткәнгә лә именлек булманы, ерҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҡуҙғыны. 6 Бер халыҡ икенсе халыҡты юҡ итте, бер ҡала икенсе ҡаланы емерҙе, сөнки Алла төрлө хәтәрҙәр менән уларҙы хафаға һалды. 7 Әммә һеҙ ныҡ булығыҙ. Беләктәрегеҙ талмаһын, сөнки ҡылған ғәмәлдәрегеҙ әжерһеҙ ҡалмаясаҡ. 8 Ғодед улы Ғазаръяһ пәйғәмбәрҙең ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен ишеткәс, Аса рухланып китә һәм бөтә Йәһүҙә менән Бинйәмин ерҙәрендәге, Әфраим таулығында үҙе яулап алған ҡалаларҙағы ерәнгес боттарҙы тотошлайы менән ҡыйрата, Раббы ҡорамының айуаны алдындағы Раббының ҡорбан усағын яңырта. 9 Бөтә йәһүҙиҙәр менән бинйәминдәрҙе, улар менән бергә йәшәргә тип күсеп килгән әфраимдарҙы, менашшеларҙы һәм шимғондарҙы саҡыра – Аллаһы Раббы Аса менән икәнлеген күргәс, исраилдарҙың күбеһе уның яғына сыҡҡан була. 10 Асаның хакимлығының ун бишенсе йылында, йылдың өсөнсө айында Йәрүсәлимгә йыйылалар. 11 Ошо көндө яумал малынан ете йөҙ баш эре малды, ете мең баш ваҡ малды Раббыға ҡорбан итәләр, 12 ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән һәм бар булмыштары менән ынтылырға вәғәҙә итеп, килешеү төҙөйҙәр. 13 Ә Исраил Аллаһы Раббыға ынтылмағандар, оломо ул, кесеме, ир кешеме ул, ҡатын-ҡыҙмы, үлергә тейеш була. 14 Шау-гөр килеп, шат ауаздар сығарып, борғолар һәм мөгөҙҙәр өрөп, Раббыға ант бирәләр. 15 Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә. 16 Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итә һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндыра. 17 Исраилда табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирә, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Аллаға тоғро була. 18 Атаһы һәм үҙе Раббыға бағышланған алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Алла йортона тапшыра. 19 Асаның хакимлығының утыҙ бишенсе йылына тиклем һуғыштар булмай. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia