Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Йылъяҙма 12 - Изге Яҙма


Йәһүҙәгә Шишаҡтың һөжүм итеүе
( 3 Бат 14:21-31 )

1 Батшалығы көсәйеп, үҙе тәхеттә нығынып киткәс, Рехавғам һәм уның менән бергә бөтә Исраил халҡы Раббы ҡанунын ташлай.

2 Улар Раббыға тоғролоҡ һаҡламағанға күрә, Рехавғамдың батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимгә һөжүм итә.

3 Шишаҡтың бер мең ике йөҙ яу арбаһы, алтмыш мең һыбайлыһы була, ә уның менән бергә Мысырҙан килгән ливиялыларҙың, суккиҙарҙың, куштарҙың иҫәбе-һаны булмай.

4 Шишаҡ, Йәһүҙәнең нығытылған ҡалаларын ҡулға төшөргәс, Йәрүсәлимгә юл тота.

5 Шул сағында Шишаҡтан ҡасып, Йәрүсәлимдә йыйылған Йәһүҙә башлыҡтары менән Рехавғам янына Шемағъяһ пәйғәмбәр килә лә: – Раббы былай ти: «Һеҙ Мине ташланығыҙ, шуның өсөн Мин һеҙҙе ташлайым, Шишаҡ ҡулына тапшырам», – тип белдерә.

6 Исраил башлыҡтары һәм батша үҙҙәренең ғәйебен танып: – Раббы ғәҙел! – тиҙәр.

7 Раббы уларҙың ғәйептәрен танығанын күргәс, Шемағъяһҡа Үҙенең һүҙен еткерә: «Улар ғәйептәрен таныны, шуның өсөн уларҙы ҡырыуҙан тыйылам, тиҙҙән ҡотолоу ебәрермен. Йәрүсәлимгә асыуымды Шишаҡ ҡулы аша түкмәҫмен.

8 Әммә, Миңә хеҙмәт итеү менән ерҙәге батшаларға хеҙмәт итеү араһындағы айырманы аңлаһындар өсөн, улар Шишаҡҡа хеҙмәтсе булыр».

9 Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимде яулап ала. Шунан һуң ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талай, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән алтын ҡалҡандарҙы ла алып китә.

10 Рехавғам батша улар урынына баҡыр ҡалҡандар яһата һәм батша һарайының ишектәрен һаҡлаған ҡарауыл башлыҡтары ҡарамағына тапшыра.

11 Батша Раббы ҡорамына ингән һайын, һаҡсылар был ҡалҡандарҙы тотоп килә, аҙаҡтан йәнә һаҡсылар бүлмәһенә индереп ҡуя торған була.

12 Рехавғам үҙенең ғәйебен танығас, Раббының асыуы уға төшмәй, уны бөтөнләйгә һәләк итмәй, сөнки Йәһүҙәлә яҡшы нәмәләр ҙә булған була бит.

13 Шулай итеп, Рехавғам батша Йәрүсәлимдә нығына һәм хакимлыҡ итә. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә була. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы була.

14 Рехавғам, ысын йөрәктән Раббыға ынтылмаған өсөн, яуыз эштәр ҡыла.

15 Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара.

16 Рехавғам үлеп ата-бабалары хозурына күсә һәм Дауыт ҡалаһында ерләнә. Тәхеткә улы Авияһ ултыра.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan