ІІ Йылъяҙма 11 - Изге ЯҙмаШемағъяһтың пәйғәмбәрлек ҡылыуы 1 Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир туплай. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш була. 2 Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерә: 3 – Йәһүҙә батшаһы Сөләймән улы Рехавғамға, Йәһүҙәлә йәшәгән бөтә исраилдарға һәм Бинйәмин ырыуына әйт, 4 Раббы былай ти: «Туғандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ, өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббы әйткәнде тыңлай, кире борола, Яровғамға ҡаршы бармай. Йәһүҙә батшаһы Рехавғам 5 Рехавғам Йәрүсәлимдә йәшәй. Ул Йәһүҙәләге ҡалаларҙы диуарҙар менән ураттыра. 6 Бейт-Ләхәм менән Ғетамды, Теҡоғаны, 7 Бейт-Сур, Сохо, Ғадулламды, 8 Ғаҫ, Мареша, Зифты, 9 Адораим, Лахиш, Ғазыҡаны, 10 Сорға, Айялон һәм Хевронды – Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарына ҡараған ҡалаларҙың барсаһын нығыттыра. 11 Ул ҡәлғәләрҙе нығыта, уларға мөдирҙәр ҡуйып сыға, ашлыҡ, зәйтүн майы һәм шарап һаҡлағыстар яһата. 12 Һәр ҡаланы ҡалҡан һәм һөңгөләр менән тәьмин итә, уларҙы бик ныҡ нығыта. Йәһүҙәләр һәм бинйәминдәр уның ҡул аҫтында ҡала. 13 Исраил ерендәге ҡаһиндар менән левиҙәр барлыҡ төбәктәрҙән уның эргәһенә ағыла. 14 Левиҙәр, үҙҙәренең көтөүлек ерҙәрен һәм мөлкәттәрен ташлап, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә күсенә, сөнки Яровғам да, улдары ла уларға Раббының ҡаһиндары сифатында хеҙмәт итергә юл ҡуймай. 15 Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарына үҙ ҡаһиндарын тәғәйенләй. Улар Яровғам яһаттырған кәзә тәкәһе, башмаҡ һындарына табына. 16 Левиҙәр артынса Исраил ырыуҙарынан Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән хеҙмәт итергә ынтылғандар, ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ҡорбан килтерергә тип, Йәрүсәлимгә ағыла. 17 Улар Йәһүҙә батшалығын нығыта һәм өс йыл буйы Сөләймән улы Рехавғам яҡлы була, сөнки ошо өс йыл буйы улар Дауыт менән Сөләймән юлынан тайпылмайҙар. 18 Рехавғам Дауыт улы Йеримоҫтың ҡыҙы Махалаҫҡа өйләнә. Махалаҫтың әсәһе Авиһаил иһә Ишай улы Әлиавтың ҡыҙы була. 19 Махалаҫ уға Йеғуш, Шемаръяһ, Заһам исемле өс ул табып бирә. 20 Артабан Рехавғам Авшалом ҡыҙы Мағаханы ала, ул иһә Авияһты, Ғаттайҙы, Зизаны, Шеломиҫты табып бирә. 21 Рехавғам бөтә ҡатындары һәм йәриәләренә ҡарағанда ла Авшалом ҡыҙы Мағаханы нығыраҡ ярата. Уның ун һигеҙ ҡатыны менән алтмыш йәриәһе булып, уларҙан тыуған егерме һигеҙ улы менән алтмыш ҡыҙы була. 22 Рехавғам Мағаханан тыуған улы Авияһты, һуңынан батша итеү ниәте менән, бөтә ағай-ҡустылары өҫтөнән түрә итеп ҡуя. 23 Ул бик уйлап эш итә, бөтә улдарын Йәһүҙә һәм Бинйәмин ерҙәрендәге нығытылған ҡалаларға ебәреп бөтә, муллыҡта йәшәүҙәрен хәстәрләй һәм бик күп ҡатын алып бирә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia