Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 5 - Изге Яҙма


Дауыттың Исраилға батша булыуы
( 1 Йыл 11:1-9 ; 14:1-7 ; 3:5-8 )

1 Исраилдың бөтә ырыуҙары Хевронға, Дауыт янына килеп, былай тине: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән.

2 Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.

3 Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килде. Дауыт батша Хевронда Раббы хозурында улар менән килешеү төҙөнө. Аҡһаҡалдар Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләне.

4 Батша тәхетенә ултырғанда Дауытҡа утыҙ йәш ине. Ул ҡырҡ йыл батшалыҡ итте.

5 Хевронда ете йыл да алты ай Йәһүҙәгә батшалыҡ итте, Йәрүсәлимдә бөтә Исраил менән Йәһүҙәгә утыҙ өс йыл батша булып торҙо.

6 Бына бер ваҡыт батша үҙенең ғәскәрен алып, Йәрүсәлимгә, был ерҙә йәшәгән йевусиҙәргә ҡаршы китте. Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында. Һине хатта һуҡырҙар менән сатандар ҙа ҡыуып сығарасаҡ, – тине. Улар: «Дауыт бында инә алмаясаҡ», – тип уйлай ине.

7 Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып алды, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы.

8 Дауыт ул көндө кешеләренә: – Йевусиҙәргә ҡаршы һуғышҡан һәр кем Дауытты күрә алмаған ул сатандар менән һуҡырҙарға һыу үткәргес аша барып етһен, – тине. Бына шуға күрә лә әйтәләр: «Һуҡыр менән сатан һарайға инмәҫ».

9 Дауыт нығытмаға инеп урынлашты һәм уны Дауыт ҡалаһы тип атаны. Ул Миллонан башлап ҡаланың үҙәгенә тиклем төҙөнө.

10 Дауыттың ҡеүәте арта барҙы, абруйы күтәрелде, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән булды.

11 Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәр ебәрҙе. Улар кедр ағастары алып килде. Шулай уҡ балта оҫталары, ташсылар килде. Улар Дауытҡа бер һарай төҙөп бирҙе.

12 Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәреүен аңланы.

13 Хеврондан Йәрүсәлимгә килгәс, Дауыт йәнә ҡатындар һәм йәриәләр алды. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.

14 Бына уның Йәрүсәлимдә тыуған балаларының исемдәре: Шаммуағ, Шовав, Наҫан, Сөләймән,

15 Ивхар, Әлишуағ, Нәфәг, Яфияғ,

16 Әлишамағ, Әлъядағ һәм Әлифәләт.


Дауыттың пелештиҙәрҙе ҡырыуы
( 1 Йыл 14:8-17 )

17 Дауыттың Исраилға батша итеп мәсехләнгәнен ишеткәс, бөтә пелештиҙәр уны эҙләргә кереште. Был хаҡта белеп ҡалғас, Дауыт нығытмаға йүнәлде.

18 Пелештиҙәр Рефалар үҙәненә килеп урынлашты.

19 Дауыт Раббынан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һораны. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.

20 Дауыт, Бәғел-Перасимға барып, пелештиҙәрҙе тар-мар итте. Шунда Дауыт былай тине: – Һыу ташҡыны ҡаршылыҡтарҙы емереп үткән һымаҡ, Раббы алдымда дошмандарымды туҙҙырып ташланы. Шуға күрә был урынды Бәғел-Перасим тип атанылар.

21 Был урында пелештиҙәр илаһтарының һындарын ташлап ҡасты, ә Дауыт уларҙы үҙенең кешеләре менән алып китте.

22 Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә Рефалар үҙәненә килеп урынлашты.

23 Дауыт тағы Раббыға һорау менән мөрәжәғәт итте, һәм Ул былай тип яуап ҡайтарҙы: – Уларҙың ҡаршыһынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар.

24 Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Раббы Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был.

25 Дауыт Раббы нисек бойорһа, шулай эшләне һәм пелештиҙәрҙе Гевағтан алып Гәзәргә тиклем юл буйы ҡырып барҙы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan