ІІ Батшалар 4 - Изге ЯҙмаИш-Бошеҫтың үлтерелеүе 1 Хевронда Авнерҙың үлтерелгәнен ишеткәс, Шаул улы Иш-Бошеҫтың күңеле төштө. Барлыҡ исраилдар ҙа хәүефкә ҡалды. 2 Шаул улы Иш-Бошеҫтың яугирҙәрҙе барымтаға йөрөткән Бағана һәм Рехав исемле ике кешеһе бар ине. Беероҫ ҡалаһынан булып, Бинйәмин ырыуынан Риммон тигән кешенең улдары ине улар. Беероҫ ҡалаһы Бинйәмин еренә инә. 3 Ҡасандыр Беероҫ халҡы Гиттаимға ҡасып киткән була һәм шунда ошо көнгә тиклем килмешәк хәлендә йәшәй. 4 Шаул улы Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар ине. Изреғилдән Шаул менән Йонаҫандың үлеме тураһында хәбәр килгән көндө, бала ҡараусы ҡатын ошо биш йәшлек малайҙы алып ҡаса. Ашыға-ашыға йүгереп барғанда, ул ҡатын уны ҡулынан төшөрөп ебәрә лә бала аҡһаҡ булып ҡала. Мефи-Бошеҫ исемле була ул. 5 Бер ваҡыт Беероҫтан булған Риммон улдары Рехав менән Бағана көндөң иң ҡыҙыу мәлендә Иш-Бошеҫтың өйөнә килә. Ә ул төш ваҡытында үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡан була. 6 Шул ваҡыт Рехав менән Бағана, бойҙай алырға тигән булып өй эсенә инәләр ҙә Иш-Бошеҫтың эсенә сәнсеп, уны үлтерәләр. Шунан Рехав менән туғаны Бағана сығып ҡасалар. 7 Улар өйгә ингән саҡта Иш-Бошеҫ үҙенең йоҡо бүлмәһендә түшәктә ятҡан була. Уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерәләр ҙә, башын киҫеп алып, сығып китәләр. Төнө буйы Ғарава тигеҙлеге буйлап баралар. 8 Иш-Бошеҫтың башын Хевронға Дауыт батшаға алып киләләр ҙә былай тиҙәр: – Бына һине үлтерергә теләгән дошманың Шаул улы Иш-Бошеҫтың башы! Раббы бөгөн һин хакимыбыҙ батша өсөн дошманың Шаулдан һәм уның тоҡомонан үс алды. 9 Әммә Дауыт Рехав менән уның ҡустыһы Бағанаға – Беероҫ кешеһе Риммондың улдарына – былай ти: – Йәнемде бөтә бәләләрҙән йолоп алған тере Раббы шаһит! 10 Сиҡлағта саҡта: «Шаул үлде!» – тип һөйөнсө алырға килгән кешене бүләкләр урынға тотоп алғанмын һәм үлтерергә ҡушҡанмын икән, 11 хәҙер һеҙҙән – бер ғәйепһеҙ кешене өйөнә инеп, түшәгендә үлтереп сыҡҡан йүнһеҙ бәндәләрҙән – уның ҡаны өсөн ҡон ҡайтармам, ер йөҙөнән юҡ итмәм, тип уйлайһығыҙмы? 12 Дауыт хеҙмәтселәренә әмер бирҙе һәм улар ағалы-энеле был икәүҙе үлтерҙе. Уларҙың аяҡ-ҡулдарын киҫеп, кәүҙәләрен Хеврон быуаһы буйына аҫып ҡуйҙылар. Ә Иш-Бошеҫтың башын Хевронда Авнерҙың төрбәһенә дәфен ҡылдылар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia