Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 24 - Изге Яҙма


Дауыттың халыҡ иҫәбен алырға бойороуы
( 1 Йыл 21:1-27 )

1 Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине.

2 Батша үҙенең ғәскәр башлығы Йоавҡа: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарын – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем йөрөп, халыҡтың иҫәбен алығыҙ, мин ҡайҙа күпме кеше барлығын беләйем, – тип бойорҙо.

3 Әммә Йоав батшаға: – Аллаң Раббы халыҡтың хәҙерге һанын йөҙ тапҡырға арттырһын, хакимым батшаға шуны күрергә яҙһын! Тик хакимым батшаға был эш ниңә кәрәк? – тип яуапланы.

4 Ләкин батша һүҙе Йоав һәм уның ғәскәр башлыҡтарынан өҫтөн булып ҡалды. Улар, батша янынан сығып, Исраил халҡын һанарға китте.

5 Иордан йылғаһын кисеп, Ғароғер янында, ҡаланың көньяғында туҡталдылар. Ҡала Ғад үҙәне уртаһында, Яғзергә барған юлда урынлашҡайны.

6 Улар Ғилғәдкә һәм Ҡадешҡа яҡын булған хиттиҙәр еренә барҙы; Дан-Яғанға барып, Сидонды урап сыҡты,

7 Тир ҡәлғәһендә булды, хиууиҙәр менән ҡәнғәниҙәрҙең бөтә ҡалаларын йөрөп сығып, ахырҙа Йәһүҙәнең көньяғындағы Беер-Шәвәғкә килеп сыҡты.

8 Улар, бөтә илде урап йөрөп, туғыҙ ай ҙа егерме көндән һуң Йәрүсәлимгә ҡайтып керҙе.

9 Йоав батшаға халыҡтың иҫәбен еткерҙе. Ҡулына ҡылыс тоторлоҡ көслө ир-егеттәр Исраилда һигеҙ йөҙ мең, ә Йәһүҙәлә биш йөҙ мең кеше булып сыҡты.

10 Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.

11 Дауыт иртәгәһен иртән торғас, Ғад пәйғәмбәргә, Дауыттың әүлиәһенә, Раббы һүҙе булды:

12 – Бар ҙа Дауытҡа еткер: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һиңә өс төрлө яза тәҡдим итәм. Шуларҙың береһен һайлап ал да, Мин һиңә шуны ебәрермен“».

13 Ғад Дауытҡа килеп: – Илеңдә ете йыл аслыҡ булһынмы, әллә өс ай буйына дошмандарың эҙәрләп, уларҙан ҡасып йөрөйһөңмө, йәки илеңдә өс көнгә үләт таралһынмы? Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерҙе.

14 Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.

15 Бынан һуң Раббы исраилдарға шул көндөң иртәһенән алып билдәләнгән ваҡытҡа тиклем үләт ебәрҙе. Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем етмеш мең кеше ҡырылды.

16 Фәрештә Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн ҡулын күтәргәйне, әммә Раббы кире уйлап бәләгә сик ҡуйҙы. Ул халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – тине. Раббы фәрештәһе был ваҡытта йевуси халҡынан булған Арауна тигән кешенең ырҙыны янында тора ине.

17 Дауыт, халыҡты ҡырған фәрештәне күргәс, Раббыға былай тине: – Мин гонаһ ҡылдым, енәйәтте мин эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә.

18 Шул көндә Ғад, Дауытҡа килеп: – Бар, йевуси Араунаның ырҙынында Раббыға ҡорбан усағы эшлә, – тине.

19 Дауыт Раббының Ғад аша бойорған һүҙен үтәргә китте.

20 Арауна батшаның ярандары менән үҙенә табан килә ятҡанын күрҙе лә, уларҙың ҡаршыһына сығып, Дауыттың алдында ергә тиклем бөгөлөп баш эйҙе.

21 – Хакимым батша үҙенең ҡолона ниңә килде? – тип һораны. – Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин Раббыға ҡорбан усағы эшләргә һинең ырҙыныңды һатып алырға итәм, – тине Дауыт.

22 – Хакимым батша, ҡорбан килтереү өсөн нимә кәрәк, бөтәһен дә алһын. Тотош яндырыу өсөн үгеҙҙәр ҙә, утын өсөн ашлыҡ һуҡҡыс менән ҡалыптар ҙа бар.

23 Батшаға барыһын да бирәм, – тине Арауна һәм: – Аллаң Раббы һинән риза була күрһен, – тип өҫтәне.

24 Әммә батша Араунаға: – Юҡ, мин һиңә бөтәһе өсөн дә тулы хаҡын түләйем, Аллам Раббыға бушҡа алғанды ҡорбан итә алмайым, – тип яуап ҡайтарҙы. Дауыт ырҙын менән үгеҙҙәрҙе илле шекел көмөшкә һатып алды.

25 Дауыт шул урында Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Шунан һуң Раббы шәфҡәтен һалды һәм исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan