Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 23 - Изге Яҙма


Дауыттың һуңғы һүҙҙәре

1 Бына Дауыттың һуңғы һүҙҙәре: «Алла юғары күтәргән, Яҡуптың Аллаһы мәсехләгән заттың – Исраилдың һөйөклө йырсыһы Дауыт Ишай улының һуңғы һүҙҙәре ошо:

2 Раббы Рухы минең аша һөйләй, Телемдең осонда – Уның һүҙе.

3 Исраил Аллаһы әйтте миңә, Исраилдың Ҡаяһы былай тине: „Кешеләргә ғәҙеллек менән, Алланан ҡурҡып хакимлыҡ иткән шәхес

4 Таңғы шәфәҡҡә, аяҙ иртәлә ҡалҡҡан ҡояшҡа, Ямғырҙан һуң күтәрелгән үлән емелдәүенә тиң“.

5 Алла ҡаршыһында минең йорт-ғаиләм дә шулай түгелме? Ул минең менән мәңгелек килешеү төҙөнө, Был килешеү ҡаҡшамаҫ һәм ышаныслы. Ул мине һәр саҡ ҡотҡара, теләгәнемде бирә.

6 Ә яуыздар сәнскеле үләнгә оҡшар, Уларҙы хатта ҡулға ала алмаҫтар, Бары тик сығарып ырғытырҙар.

7 Әгәр уға ҡағылыр булһалар, Ҡулдарына йә тимер нәмә, йә һөңгө һабы алырҙар. Шул ерҙә үк утта яндырырҙар».


Дауыттың иң ҡаһарман яугирҙәре
( 1 Йыл 11:10-41 )

8 Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемдәре: Тахкемондан Йошев-Башшәвәҫ өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы ине. Ул, һөңгөһөн һигеҙ йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һалды.

9 Унан һуң Ахоах нәҫеленән Әлғазар Додо улы – Дауыттың өс батыр яугиренең береһе. Һуғышырға әҙерләнгән пелештиҙәрҙе мәсхәрәләп көлгәндә, ул Дауыт менән бергә ине. Исраилдар алыш майҙанынан кире сигенгәндә лә

10 Әлғазар ныҡ торҙо; ҡулы хәлһеҙләнеп, усы ҡылысына йәбешкәнсе пелештиҙәрҙе ҡырҙы. Раббы ул көндә исраилдарға оло еңеү насип итте. Кире боролоп килгән ғәскәр Әлғазар артынан мәйеттәрҙең әйберен йыйып ҡына йөрөнө.

11 Унан һуң – Һарарҙан Аге исемле кешенең улы Шамма. Пелештиҙәр һуғышыр өсөн Лехиҙә, унда булған яҫмыҡ баҫыуында, йыйылды. Шунда исраилдар уларҙан ҡаса башланы.

12 Шул саҡ Шамма баҫыу уртаһында тороп алды ла ошо ерҙе һаҡлап ҡалды һәм пелештиҙәрҙе тар-мар итте – Раббы исраилдарҙы оло еңеүгә өлгәштерҙе.

13 Бер заман ураҡ ваҡытында утыҙ башлыҡ араһынан ошо өс ҡаһарман Ғадуллам мәмерйәһенә Дауыт янына килде. Был мәлдә пелештиҙәр Рефалар үҙәнендә туплам ҡорғайны.

14 Дауыт – нығытма эсендә, ә пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Бейт-Ләхәмдә ине.

15 Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап: – Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – тине.

16 Шунан һуң ошо өс батыр, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килде. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәне, Раббы ризалығына тип ергә түкте.

17 Ул шунда былай тине: – Раббы һаҡлаһын был һыуҙы эсеүҙән! Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән кешеләрҙең ҡаны бит был! Эсмәне Дауыт был һыуҙы. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтте ул өс батыр!

18 Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды.

19 Ул утыҙ батыр араһында иң арҙаҡлыһы ине, уларҙың башлығы булды, әммә теге өсәү иҫәбенә инмәне.

20 Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр ине. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыйҙы. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫлан үлтерҙе.

21 Мысырҙың бер бәһлеүән кешеһен дә үлтерҙе ул. Мысырлының ҡулында һөңгө ине, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән китте. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыйҙы.

22 Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтте Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы булды.

23 Ул утыҙ ҡаһарман араһында айырылып торһа ла, теге өсәү иҫәбенә инмәй ине. Дауыт Бенаяһты йәнһаҡсыларының башлығы итеп тәғәйенләне.

24 Иң батыр утыҙ яугир иҫәбенә түбәндәгеләр инә: Йоавтың туғаны Ғасаһил; Бейт-Ләхәмдән Додоның улы Әлханан;

25 Хародтан Шамма менән Әлиҡа;

26 Пелеттән Хәләс; Теҡоғанан Ғиҡҡыштың улы Ғира;

27 Ғанаҫоҫтан Авиғәзәр; Хушанан Мебуннай;

28 Ахоахтан Салмон; Нетофанан Маһрай;

29 Нетофанан Бағананың улы Хелев; Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһынан Ривай улы Иттай;

30 Пирғаҫондан Бенаяһ; Гағаш үҙәненән Һиддай;

31 Ғарванан Ави-Ғалвон; Бархумдан Ғазмауыҫ;

32 Шағалбондан Әлъяхба; Яшен улдары; Йонаҫан;

33 Һарарҙан Шамма; Һарарҙан Шарар улы Ахиам;

34 Мағаханан Ахасбай улы Әлифәләт; Гилонан Ахиҫофел улы Әлиғам;

35 Кармәлдән Хесро; Арабтан Пағарай;

36 Сованан Йигал Наҫан улы; Ғадтан Бани;

37 Ғаммондан Селек; Беероҫтан Нахрай, ул Серуяһ улы Йоавтың ҡорал йөрөтөүсеһе;

38 Йетерҙән Ғира менән Гарев;

39 хитти Урияһ – йәмғеһе утыҙ ете кеше.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan