Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 20 - Изге Яҙма


Шевағтың баш күтәреүе

1 Шунда осраҡлы рәүештә бер йүнһеҙ әҙәм – Бинйәмин ырыуынан Бихри улы Шевағ килеп эләккән була. Шул кеше, борғо ҡысҡыртып, халыҡты йыйҙы ла: – Дауытта беҙҙең өсөн өлөш юҡ, Ишай улында биләмә юҡ беҙгә. Эй исраилдар, һәр кем үҙ өйөнә ҡайтһын әйҙә, – тип ҡысҡырҙы.

2 Бөтә исраилдар, Дауытты ташлап, Бихри улы Шевағ артынан эйәрҙе лә китте. Йәһүҙиҙәр иһә, батшаларына тоғро ҡалып, Иордандан алып Йәрүсәлимгә тиклем уны оҙатып барҙы.

3 Дауыт Йәрүсәлимдәге өйөнә ҡайтты. Батша, өй ҡарарға тип ҡалдырған ун йәриәһен айырым өйгә сығарып, һаҡсылар ҡуйҙы. Дауыт уларҙы ашатып-эсерҙе, тик үҙе бер ваҡытта ла яндарына барманы. Улар, тол ҡатындар һымаҡ, үлгәнсе шунда йәшәнеләр.

4 Дауыт Ғамасаға: – Өс көн эсендә Йәһүҙәнең бөтә ирҙәрен минең янға саҡыр, үҙең дә кил, – тине.

5 Ғамаса йәһүҙиҙәрҙе саҡырырға китте, ләкин билдәләнгән ваҡытҡа өлгөрмәне.

6 Дауыт Авишайға: – Инде Бихри улы Шевағтың беҙгә Авшаломға ҡарағанда ла күберәк зыян килтереүе бар. Минең кешеләремде ал да уны эҙәрләргә сыҡ. Юғиһә уның, берәй нығытылған ҡалаға барып, күҙебеҙҙән юғалыуы бар, – тине.

7 Йоавтың кешеләре – батшаның йәнһаҡсылары керетиҙәр менән пелеҫиҙәр, бөтә ҡыйыу һуғышсылар Йәрүсәлимдән сығып, Бихри улы Шевағты эҙәрлекләй китте.

8 Ғивғондағы ҙур ташҡа барып еткәс, уларға Ғамаса осраны. Йоав һуғыш кейемендә ине һәм биленә ҡылыс таҡҡайны. Алға атлаған сағында, ҡылысы ҡынынан һурылып сыҡты.

9 – Һаумы, ҡустым? – тип иҫәнләште Йоав Ғамаса менән. Шунан Йоав, үбергә теләгән кеше булып, уң ҡулы менән Ғамасаның һаҡалынан тотто.

10 Ғамаса уның ҡулындағы ҡылысынан һаҡланырға уйламаны, Йоав уның ҡорһағын ярып ебәрҙе. Ғамасаның эсәк-бауыры килеп сыҡты, икенсе тапҡыр ҡаҙарға ла тура килмәне. Ғамаса йән биргәйне инде. Йоав ҡустыһы Авишай менән Бихри улы Шевағты ҡыуа китте.

11 Йоавтың бер йәш яугире Ғамасаның үле кәүҙәһе янында туҡталып: – Кем дә кем Йоавҡа тоғро, кем Дауыт яҡлы, шулар Йоавҡа эйәрһен! – тип ҡысҡырҙы.

12 Ғамаса иһә юл уртаһында ҡан эсендә ята ине. Теге йәш яугир үтеп барған һәр кешенең уның янында туҡталғанын күреп, Ғамасаның кәүҙәһен юлдан ситкә сығарып һалды ла өҫтөнә кейем ырғытты.

13 Мәйет юлдан алып ташланғас, бөтә һуғышсылар Йоавҡа эйәреп, Бихри улы Шевағты эҙәрләп китте.

14 Шевағ, Исраилдың бөтә ырыуҙары йәшәгән ерҙәрҙе үтеп, Авел-Бейт-Мағахаға барып етте. Уға Бихри нәҫеле ҡушылды һәм уның менән бергә ҡалаға инде.

15 Йоав, үҙенең кешеләре менән Авел-Бейт-Мағахаға килеп етеп, ҡаланы ҡамауға алды һәм ҡала диуары тирәләй уба күтәрҙе. Йоав яугирҙәре диуарҙы емерергә тырышҡанда,

16 бер аҡыллы ҡатын ҡала диуарынан: – Тыңлағыҙ әле, тыңлағыҙ! Йоавты бында саҡырығыҙ, минең уға әйтәһе һүҙем бар! – тип ҡысҡырҙы.

17 Йоав яҡынлашҡас, ҡатын: – Йоав һин булаһыңмы? – тип һораны. – Мин булам, – тип яуап бирҙе ул. – Мин ҡолоңдо тыңла әле, – тине ҡатын. – Тыңлайым, – тине Йоав.

18 – Борон замандарҙа: «Кәңәш кәрәк булһа, Авелдан һора», тигәндәр. Эште ана шулай хәл иткәндәр.

19 Беҙҙең ҡала Исраилдың тыныс, тоғро ҡалаларының береһе, һин Исраил ҡалаларының әсәһе һаналған ошо ҡаланы юҡ итергә уйлайһыңмы? Ни өсөн Раббының биләмәһен емерергә теләйһең? – тип һораны ҡатын.

20 – Уйымда ла юҡ! Берәй нәмәне юҡ итһәм, емерһәм, мине ҡәһәр һуҡһын! – тип яуап бирҙе Йоав. –

21 Эш улай тормай. Әфраим тауҙары яғынан Бихри улы Шевағ тигән бер әҙәм Дауыт батшаға ҡаршы баш күтәрҙе. Миңә ул ғына кәрәк. Уны тотоп бирһәгеҙ, мин ҡалағыҙҙы тыныслыҡта ҡалдырам. – Уның башы ошо диуарҙан ырғытылыр, – тине ҡатын Йоавҡа.

22 Шунан ҡатын, ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп, үҙенең аҡыллы кәңәшен бирҙе. Бихри улы Шевағтың башын киҫеп, Йоавҡа ырғыттылар. Шунан һуң Йоав мөгөҙ ҡысҡыртты ла һуғышсылар ҡаланы ташлап, өйҙәренә таралышты. Йоав иһә Йәрүсәлимгә батша янына ҡайтты.

23 Йоав бөтә Исраил ғәскәренең башлығы ине. Йеһоядағ улы Бенаяһ керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә етәкселек итте.

24 Адорам – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы,

25 Шеуа – кәтип, Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар,

26 Яирҙан Ғира иһә Дауыттың ҡаһины ине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan