Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 2 - Изге Яҙма


Дауыттың Йәһүҙәгә батша булыуы

1 Шунан һуң Дауыт Раббыға мөрәжәғәт итте: – Йәһүҙәнең берәй ҡалаһына барырғамы миңә? – тип һораны. – Бар, – тине Раббы. – Ҡайҙа барырға һуң? – тип һораны Дауыт. – Хевронға, – тине Раббы.

2 Дауыт шунда китте. Ике ҡатыны: Изреғилдән алған Ахиноғам һәм Кармәл кешеһе Навалдың тол ҡатыны Авигаил да уның менән бергә ине.

3 Янындағы кешеләрҙе лә ғаиләһе-ние менән алып китте Дауыт. Улар Хевронда һәм уның тирәһендәге ҡалаларҙа төпләнделәр.

4 Йәһүҙә халҡы Хевронға килеп, Дауытты Йәһүҙә ырыуына батша итеп мәсехләне. Шул ваҡыт Дауытҡа, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡы Шаулды ерләгән, тигән хәбәр килтерҙеләр.

5 Дауыт, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡына илселәр ебәреп, шуны әйтергә ҡушты: – Хакимығыҙ Шаулға тоғролоҡ күрһәтеп уны ерләгәнегеҙ өсөн Раббы алдында фатихалы һеҙ.

6 Шуға күрә Раббы һеҙгә Үҙенең мәрхәмәтен һәм тоғролоғон насип итһен. Был яҡшылығығыҙ өсөн мин дә һеҙгә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырмын.

7 Ә хәҙер көслө һәм ҡыйыу булығыҙ; хакимығыҙ Шаул вафат булды, ә Йәһүҙә ырыуы мине үҙенә батша итеп мәсехләне.


Исраил менән Йәһүҙә араһындағы һуғыш

8 Ул арала Шаулдың ғәскәр башлығы Нер улы Авнер, Шаулдың улы Иш-Бошеҫты Маханаимға алып килеп,

9 Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте.

10 Исраилға батша булып ултырғанда Шаул улы Иш-Бошеҫҡа ҡырҡ йәш ине. Ул ике йыл батшалыҡ итте. Йәһүҙә ырыуы иһә Дауыт яғында ҡалды.

11 Дауыт Хевронда Йәһүҙә ырыуына барлығы ете йыл да алты ай батша булып торҙо.

12 Бер ваҡыт Нер улы Авнер менән Шаул улы Иш-Бошеҫтың хеҙмәтселәре Маханаимдан Ғивғонға барҙы.

13 Серуяһ улы Йоав та Дауыттың хеҙмәтселәре менән шунда килде. Улар Ғивғон быуаһы янында осраштылар ҙа, берәүҙәре быуаның бер яғына, икенселәре ҡаршы яғына ултырҙылар.

14 Авнер Йоавҡа: – Егеттәр тороп беҙҙең алда көс һынашып алһындар әле, – тине. – Әйҙә, һынашһындар, – тине Йоав.

15 Шунан Шаул улы Иш-Бошеҫ яғынан Бинйәмин ырыуының ун ике кешеһе һәм Дауыт хеҙмәтселәре араһынан ун ике кеше сығып баҫты.

16 Бына улар бер-береһенең баштарынан тотоп алдылар, береһе икенсеһенең ҡабырғаһына ҡылыс менән сәнсте һәм уның менән бергә йығылды. Шуға күрә лә Ғивғондағы был урын Хелҡаҫ-Һассурим тип аталды.

17 Ул көндө алыш бик ҡаты булды. Дауыттың хеҙмәтселәре Авнер менән килгән Исраил кешеләрен еңде.

18 Алышта Серуяһтың өс улы: Йоав, Авишай һәм Ғасаһил ҡатнашҡайны. Ғәзәл кеүек етеҙ аяҡлы ине Ғасаһил.

19 Ул Авнерҙың артынан ҡыуып китте, уңға ла, һулға ла тайпылмайынса, туп-тура уның эҙенән барҙы.

20 Авнер артына әйләнеп ҡараны ла: – Һинме был, Ғасаһил? – тип һораны. – Мин, – тине тегеһе.

21 Авнер уға: – Уңға йәки һулға борол, йәштәрҙең берәйһен тот та ҡоралын һалдырып ал, – тине. Әммә Ғасаһил уның артынан ҡалманы.

22 Авнер тағы Ғасаһилға: – Эҙәрләмә мине, юғиһә ергә йығып һалам, тик мин унан һуң ағайың Йоав күҙенә нисек ҡарармын?

23 Ләкин тегеһе һаман эҙәрләүен дауам итте. Шунан һуң Авнер һөңгөһөнөң һабы менән уның ҡорһағына ҡаҙаны. Һөңгө Ғасаһилды үтәнән-үтә тишеп сыҡты. Ғасаһил торған урынында йығылып йән бирҙе. Ғасаһил үлеп ятҡан урынға килгәндәрҙең бөтәһе лә туҡтап ҡалды.

24 Әммә Йоав менән Авишай Авнерҙы ҡыуып китте. Улар Амма ҡалҡыулығына килеп еткәндә, ҡояш байығайны инде. Ғивғон сүленә барған юл буйындағы Гиах ҡаршыһында ине был ҡалҡыулыҡ.

25 Бинйәмин ырыуы кешеләре йыйылып килеп Авнерҙы уратып алдылар ҙа, ҡалҡыулыҡ өҫтөндә туҡтап ҡалдылар.

26 Авнер Йоавҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Ҡасанға тиклем бер-беребеҙҙе ҡылыстан ҡырырбыҙ? Әллә һин бының ҡайғы-хәсрәт кенә килтеререн белмәйһеңме? Кешеләреңә: «Үҙ туғандарыбыҙҙы эҙәрләмәйек», – тип ниңә һаман әйтмәйһең?

27 – Тере Алла шаһит! Әгәр һин үҙең бының киреһен һөйләмәгән булһаң, кешеләр иртәнсәктән үк үҙ туғандарын эҙәрләүҙән туҡтар ине, – тип яуап ҡайтарҙы Йоав.

28 Йоав борғо ҡысҡыртты, барыһы ла туҡтап ҡалды, исраилдарҙы башҡаса баҫтырманылар, һуғыш тамам булды.

29 Авнер менән уның кешеләре Ғарава тигеҙлегенән төнө буйы барҙылар, Иорданды аша сығып, Битронды үттеләр һәм Маханаимға ҡайттылар.

30 Йоав, Авнерҙы эҙәрләүҙән туҡтап, үҙенең кешеләрен йыйҙы. Ғасаһилдан башҡа Дауыттың ун туғыҙ хеҙмәтсеһе һәләк булғайны.

31 Дауыттың хеҙмәтселәре иһә Авнерҙың ҡул аҫтындағы өс йөҙ алтмыш Бинйәмин ырыуы кешеһен үлтергәйне.

32 Ғасаһилды Бейт-Ләхәмдә атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар. Шунан Йоав үҙенең кешеләре менән төнө буйы барып, таң атҡанда ғына Хевронға ҡайтып инде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan