Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 17 - Изге Яҙма

1 Ахиҫофел Авшаломға былай тине: – Ун ике мең кеше йыйып алайым да ошо төндә Дауытты ҡыуа китәйем.

2 Хәҙер ул арыған, хәлдән тайған, уға һөжүм итеп ҡурҡытһам, янындағылар барыһы ла ҡасып китәсәк. Мин тик батшаны ғына үлтерермен.

3 Шулай итеп бөтә халыҡты һинең яҡҡа ауҙарам. Һин эҙәрләгән кеше үлһә, бөтә халыҡ, тынысланып, кире ҡайтасаҡ.

4 Был кәңәште Авшалом да, Исраил аҡһаҡалдары ла хуп күрҙе.

5 Тик Авшалом: – Арки Хушайҙы саҡырығыҙ әле, уның ни әйтерен тыңлап ҡарайыҡ, – тине.

6 Хушай Авшалом янына килде. Авшалом уға мөрәжәғәт итеп: – Бына нимә ти бит әле Ахиҫофел, уны тыңларғамы-юҡмы? Юҡ икән – һин ниндәй кәңәш бирерһең? – тип һораны.

7 – Был юлы Ахиҫофелдың кәңәше бик үк йүнле түгел, – тине Хушай Авшаломға.

8 Шунан һүҙен дауам итте: – Һин үҙеңдең атайыңды ла, уның янындағы кешеләрҙе лә беләһең. Улар ысын яугирҙәр – ҡыйыуҙар, өҫтәүенә, әле улар, балаһынан айырылған инә айыу кеүек асыулылар. Атайың бит – тәжрибәле яугир, ул төндө үҙенең кешеләре янында үткәрмәҫ.

9 Хәҙер ул, моғайын, берәй мәмерйәлә йә башҡа ерҙә йәшенеп яталыр. Әгәр беренсе бәрелештә үк һинең кешеләрең араһында юғалтыу булһа, быны ишетеп халыҡ: «Авшалом яҡлылар еңелгән икән», – тиәсәк.

10 Ул ваҡытта инде арыҫлан йөрәкле кеше лә ҡаушап төшөр, сөнки атайыңдың да, уның янындағыларҙың да ниндәй ғәйрәтле икәне бөтә Исраилға мәғлүм.

11 Шуға күрә кәңәшем ошо: Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған бөтә Исраил һинең тарафыңда тупланһын. Халыҡ диңгеҙ буйындағы ҡом һымаҡ күп бит! Һин уларҙы алышҡа үҙең алып барырһың.

12 Бына шул саҡта беҙ, Дауыт ҡайҙа ғына булһа ла, уға ҡаршы китербеҙ. Беҙ уның өҫтөнә көтмәгәндә, иртәнге ысыҡ төшкәндәй, ябырылырбыҙ – Дауыттың үҙен дә, янындағыларҙы ла, береһен дә тере ҡалдырмаҫбыҙ.

13 Әгәр инде ул берәй ҡалаға инеп йәшенә ҡалһа, ул сағында бөтә Исраил арҡан алып шул ҡалаға килер. Шунда барыбыҙ бергәләп ҡаланы ауҙарырбыҙ, бер бөртөк ташын да ҡалдырмай үҙәнгә һөйрәп төшөрөрбөҙ.

14 Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.


Иҫкәртеү алғас, Дауыттың был ерҙән китеүе

15 Хушай Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарға Ахиҫофелдың Авшаломға һәм Исраил аҡһаҡалдарына ниндәй кәңәш биргәнен һәм үҙенең нимә әйткәнен хәбәр итте.

16 – Хәҙер тиҙ генә кеше ебәрегеҙ ҙә Дауытҡа әйтегеҙ, – тине Хушай, – был төндә ҡырҙа ҡалмаһындар, ә тиҙерәк йылғаны аша сыҡһындар. Юҡһа батша ла, уның янындағы кешеләр ҙә һәләк булыр.

17 Йонаҫан менән Ахимағас Рогел инеше янында көтөп ҡалды. Уларға ҡалала күренергә ярамағанлыҡтан, Дауытҡа әйтә торған бөтә һүҙҙе хеҙмәтсе ҡатын барып һөйләне.

18 Тик уларҙы бер үҫмер егет күреп ҡалды ла был хаҡта Авшаломға еткерҙе. Улар тиҙ генә китә һалып, Бахуримда бер кешенең өйөнә инделәр. Был кешенең ишек алдында ҡоҙоҡ бар ине, улар шунда төштө.

19 Өй хужабикәһе ҡоҙоҡтоң ауыҙына япма йәйҙе лә өҫтөнә ашлыҡ һалып ҡуйғайны – бер ни ҙә күренмәне.

20 Авшаломдың кешеләре был өйгә ҡатындың янына килделәр ҙә: – Ахимағас менән Йонаҫан ҡайҙа? – тип һоранылар. – Улар шишмә аша сығып китте, – тип яуапланы ҡатын. Тегеләр эҙләштереп ҡараны ла, бер ни ҙә тапмағас, Йәрүсәлимгә ҡайтып китте.

21 Тегеләр киткәс, Ахимағас менән Йонаҫан ҡоҙоҡтан сығып, Дауыт батшаға әйтелгән хәбәрҙе еткерҙе: «Ҡуҙғалығыҙ ҙа тиҙерәк һыуҙы аша сығығыҙ, юғиһә Ахиҫофел һеҙҙең хаҡта шундай-шундай кәңәш биргән», – тинеләр.

22 Дауыт бөтә кешеләре менән Иорданды кисеп, йылға аръяғына сыҡты, таңға табан ярҙың бирге яғында бер кем дә ҡалманы.

23 Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.

24 Дауыт Маханаим ҡалаһына килеп еткәндә, Авшалом менән уның янындағы исраилдар Иордан йылғаһын аша сыҡҡайны.

25 Авшалом Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп Ғамасаны тәғәйенләне. Ғамаса Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр исемле бер кешенең улы ине. Әсәһе Нахаш ҡыҙы Авигаил – Серуяһтың ҡыҙ туғаны. Серуяһ иһә – Йоавтың әсәһе.

26 Авшалом менән исраилдар Ғилғәд ерендә туплам булып урынлашты.

27 Дауыт Маханаимға барып етеүгә, ғаммондарҙың Рабба ҡалаһынан Нахаш улы Шови, Ло-Деварҙан Ғаммиил улы Махир, Ғилғәд ерендәге Рогелимдан Барзиллай

28 Дауытҡа һәм уның кешеләренә түшәнер-яҫтаныр әйбер, һауыт-һаба, ашарҙарына бойҙай, арпа, он, ҡурмас, ҡара борсаҡ, яҫмыҡ,

29 бал һәм май, һарыҡ, эремсек килтерҙе. «Халыҡ асыҡҡан-арығандыр, сүлдә йөрөп сарсағандыр», – тине улар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan