Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 16 - Изге Яҙма


Дауыт менән Сива

1 Дауыт тауҙан төшә генә башлағайны, уның ҡаршыһына Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтсеһе Сива килеп сыҡты. Ул ике ишәккә ике йөҙ көлсә, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, йөҙ бәйләм инжир һәм бер турһыҡ шарап артмаҡлатып алғайны.

2 – Быларҙы нимәгә алып килдең? – тип һораны батша Сиванан. – Ишәктәргә батшаның ғаиләһе менеп йөрөр, икмәк менән емештәрҙе яугирҙәр ашар, шарапты ҡырҙа хәлдән тайған кешеләр эсер, – тип яуап бирҙе Сива.

3 – Хакимыңдың улы ҡайҙа? – тип һораны батша. – Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә ҡалды, – тине Сива. – Исраил халҡы атамдың батшалығын миңә ҡайтарып бирер, тип өмөтләнә.

4 – Быға тиклем Мефи-Бошеҫтыҡы булып һаналған бөтә нәмә һинеке булыр, – тине батша Сиваға. – Аяҡ аҫтыңдағы тупраҡ булайым, хакимым батша. Мин һәр ваҡыт шулай һинең рәхмәтеңә лайыҡ булһам ине, – тип яуап ҡайтарҙы Сива.


Дауыт менән Шимғи

5 Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул нәҫеленән булған Гера улы Шимғи тигән бер кеше килеп сыҡты. Шимғи эйәрә килеп Дауытты һүкте,

6 Дауытҡа һәм уның хеҙмәтселәренә таш бәрҙе. Батшаны уңдан да, һулдан да ярандары, яугирҙәре уратып алғайны.

7 – Кит бынан, кит, ҡан ҡойоусы, әҙәм аҡтығы!

8 Шаул урынына тәхеткә менеп ултырған инең. Шаул ғаиләһенең ҡанын күпме түккән булһаң, Раббы барыһын да үҙ башыңа ҡайтарҙы. Ана Раббы батшалыҡты улың Авшаломға бирҙе. Ҡулың ҡанлы булғанға ошо бәләгә тарының һин! – тип әрләште Шимғи.

9 – Был эт үләкһәһе ниңә хакимым батшаға һүҙ тейҙерә әле? – тине Серуяһ улы Авишай батшаға. – Барып башын ҡырҡып ташларға рөхсәт ит.

10 Әммә батша: – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Әйҙә, һөйләнә бирһен. «Дауытты һүк», – тип Раббы Үҙе ҡушҡан икән, «Ниңә улай эшләйһең?» – тип кем әйтә алыр? – тип уны тыйҙы.

11 Шунан Дауыт Авишайға һәм бөтә хеҙмәтселәренә: – Үҙемдән тыуған балам мине үлтерергә йыйына икән, Бинйәмин ырыуынан булған ул бәндәнән нимә көтәһең? Теймәгеҙ, тиргәшһен әйҙә, Раббы ҡушҡан уға, – тине. –

12 Бәлки, Раббы, кәмһетелеүемде күреп, бөгөнгө яман һүҙҙәр өсөн алдағы көнөмдә миңә яҡшылыҡ күндерер.

13 Дауыт эргәһендәге кешеләре менән үҙ юлына китте, ә Шимғи тау бите буйлап һаман әрләшә-әрләшә уларға эйәреп барҙы, батша яғына таш ырғытты, саң борҡотто.

14 Батша һәм уның менән булған бөтә кешеләре Иордан буйына килеп етте. Улар бик арығайны, шунда ял итергә туҡтанылар.

15 Авшалом үҙенә эйәргән барлыҡ исраилдар менән Йәрүсәлимгә килде, Ахиҫофел да уның менән ине.

16 Арки кешеһе Хушай, Дауыттың дуҫы, Авшаломға килде лә: – Йәшәһен батша! Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырҙы.

17 Авшалом Хушайға: – Дуҫыңа тоғролоғоң ошо буламы? Ниңә үҙеңдең дуҫың менән китмәнең? – тип һораны.

18 – Юҡ, мин Раббы, ғәскәр һәм Исраил халҡы һайлаған кеше яҡлымын. Мин уның менән ҡалам, – тине Хушай Авшаломға. –

19 Ә кемгә хеҙмәт итәсәкмен һуң мин? Дуҫымдың улына түгелме ни? Атайыңа нисек хеҙмәт иткәнмен, һиңә лә шулай хеҙмәт итермен.

20 Авшалом Ахиҫофелдан: – Кәңәш бир, беҙгә инде нимә эшләргә? – тип һораны.

21 – Атайың һарайға күҙ-ҡолаҡ булыр өсөн йәриәләрен ҡалдырған, – тине Ахиҫофел Авшаломға. – Һин шулар менән йоҡла. Шул саҡ һинең атайыңда үҙеңә ҡарата ниндәй нәфрәт уятҡаныңды бөтә исраилдар ишетер ҙә һинең яҡлыларҙың көсө артыр.

22 Һарай түбәһендә Авшалом өсөн сатыр ҡорҙолар ҙа ул, бөтә Исраилдың күҙ алдында, атаһының йәриәләре янына инде.


Хушайҙың Ахиҫофел кәңәшен боҙоуы

23 Ул заманда Ахиҫофелдың кәңәштәре Алла күндергән өгөт-нәсихәт һымаҡ һаналды. Ахиҫофелдың һәр кәңәше Дауыт өсөн дә, Авшалом өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә ине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan