ІІ Батшалар 15 - Изге ЯҙмаАвшаломдың атаһының Дауытҡа ҡаршы баш күтәреүе 1 Шунан һуң Авшалом үҙенә арбалары менән аттар һәм алдан йүгереп барырға иллеләп нөгәр хәстәрләне. 2 Ул, таңдан тороп, ҡала ҡапҡаһы янына баҫа ла дәғүә менән батша хөкөмөнә килгән һәр кешене үҙенең янына саҡыртып ала: – Һин ҡайһы ҡаланан? – тип һораша. Йомош менән килгән кеше: – Ҡолоң Исраилдың фәлән-фәлән ырыуынан, – тип яуап биргәндән һуң, 3 Авшалом: – Дәғүәләрең хаҡ та, ғәҙел дә, әммә батша янында һиңә ҡолаҡ һалырҙай кеше юҡ шул, – тигән. Шунан: – 4 Әгәр ҙә был илгә хөкөмдар итеп мине ҡуйһалар, бәхәс йәки дәғүә менән килгән һәр кешегә ғәҙел хөкөм ҡылыр инем, – тип өҫтәгән. 5 Берәйһе уның янына баш эйергә тип яҡынлашһа, ул, ҡулын һуҙып, уны ҡосаҡлай һәм үбә торғайны. 6 Батша хөкөмөнә килгән һәр кеше менән Авшалом үҙен шулай тотто, шул рәүешле ул әкренләп Исраил халҡының күңелен яулай барҙы. 7 Бынан дүрт йыл үткәс, Авшалом батшаға былай тип мөрәжәғәт итте: – Рөхсәт итһәң, мин, Хевронға барып, Раббыға биргән нәҙеремде үтәп килер инем. 8 Мин ҡолоң арамиҙар ерендәге Гешур ҡалаһында йәшәгәнемдә, Раббы мине Йәрүсәлимгә кире ҡайтарһа, Раббыға сәждә ҡылыр инем, тип нәҙер әйткәйнем. 9 Батша уға: – Иҫән-аман йөрө, – тине. Авшалом Хевронға юлланды. 10 Бөтә Исраил ырыуҙарына кешеләр ебәреп, уларға: «Борғо тауышын ишетеү менән: „Авшалом Хевронда батша булып ултырҙы!“ – тип иғлан итегеҙ», – тип бойорҙо. 11 Йәрүсәлимдән Авшалом менән ул саҡырған ике йөҙ кеше китте. Улар, эштең ниҙә икәнен белмәйенсә, ихлас күңелдән эйәргәйне. 12 Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды. Дауыттың Йәрүсәлимдән ҡасыуы 13 Бер хәбәрсе Дауытҡа килеп: – Авшалом Исраил халҡының ышанысын яулап алды, – тине. 14 Дауыт Йәрүсәлимдә үҙ янында булған бөтә хеҙмәтселәренә: – Ҡуҙғалығыҙ, ҡасырға кәрәк, юғиһә Авшаломдан һис кем ҡотола алмаҫ. Йәһәт булығыҙ, ул бында килеп етеп, тотоп алмаҫ элек китәйек, юҡһа ул беҙҙе бәләгә тарытыр, бөтә ҡаланы ҡылыстан үткәрер, – тине. 15 – Хакимыбыҙ батша нисек ҡарар итһә, шуны эшләрбеҙ, беҙ – һинең ҡолдарың, – тип яуап ҡайтарҙы батшаның хеҙмәтселәре. 16 Батша, һарайҙағы бөтә кешене эйәртеп, юлға сыҡты. Һарайға күҙ-ҡолаҡ булып торһондар өсөн үҙенең ун йәриәһен генә ҡалдырҙы. 17 Батша һәм уның артынан эйәргән бар халыҡ ҡаланың иң һуңғы йорто янында туҡтаны. 18 Шунда батша янынан уның бөтә хеҙмәтселәре, унан керетиҙәр менән пелеҫиҙәр үтте, улар артынан батша менән бергә Ғаҫ ҡалаһынан күсеп килгән алты йөҙләп Ғаҫ кешеһе уҙҙы. 19 Шул саҡта батша Ғаҫ кешеһе Иттайҙан: – Ниңә һин беҙҙең менән китеп бараһың әле? – тип һораны. – Кире ҡайт та яңы батша менән ҡал, сөнки һин ватаныңдан ҡыуылған бер килмешәкһең. 20 Һин кисә генә бында килдең, инде бөгөн мин һине үҙебеҙгә эйәрергә мәжбүр итәйемме ни? Мин ҡайҙа барырымды үҙем дә белмәйем әле. Бар, ҡайт, ағай-энеңде лә алып кит. Раббының мәрхәмәте һәм тоғролоғо юлдаш булһын һиңә! 21 Иттай батшаға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Тере Раббы ла, хакимым батша ла шаһит: үлем өсөнмө, йәшәү өсөнмө хакимым батша ҡайҙа булһа, мин ҡолоң да шунда буласаҡмын. 22 – Улайһа киттек, – тине Дауыт. Шулай итеп, Ғаҫ кешеһе Иттай һәм уның янындағы бөтә кеше бала-сағалары менән бергә юлға ҡуҙғалды. 23 Батша кешеләре үткән саҡта, бөтөн ил-йорт зар илап ҡалды. Батша Ҡидрон кисеүе аша сыҡты һәм бар халыҡ сүлгә йүнәлде. 24 Шул саҡ Дауыт Садоҡ ҡаһин менән Алланың Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән левиҙәрҙе күреп ҡалды. Бына улар, туҡтап, Алла һандығын ергә ҡуйҙы. Әвйәҫәр ҡаһин, ҡалҡыу урынға баҫып, ҡаланан һәммә халыҡтың сығып бөткәнен ҡарап торҙо. 25 Шунда батша Садоҡҡа: – Алла һандығын ҡалаға кире алып ҡайт. Әгәр Раббы хуш күрһә, мине кире ҡайтарыр, изге һандыҡты ла, уның торлағын да күрергә насип итер. 26 Әгәр инде Ул: «Мин һине хуш күрмәйем», – тип әйтә икән, әҙермен – минең менән нимә теләһә, шуны эшләһен әйҙә, – тине. 27 Батша Садоҡ ҡаһинға тағы ла былай тине: – Һин бит аңлай торған кеше, ҡалаға иҫән-имен ҡайт, улың Ахимағасты һәм Әвйәҫәр улы Йонаҫанды үҙең менән ал. Икегеҙ ҙә улдарығыҙ менән ҡайтығыҙ. 28 Һеҙҙән хәл-әхүәл белдергән хәбәр алғанға тиклем, мин сүлдә, йылғаның кисеүендә торормон. 29 Садоҡ менән Әвйәҫәр Алла һандығын Йәрүсәлимгә алып ҡайтып китте һәм үҙҙәре лә шунда ҡалды. 30 Ә Дауыт илай-илай Зәйтүн тауына менеүендә булды: башы бөркәлгән, аяҡтары яланғас ине. Уның юлдаштары ла ҡайғы билдәһе итеп баштарын ҡаплаған килеш илай-илай атлайҙар. 31 Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар! 32 Дауыт тауҙың башына, ғәҙәттә Аллаға ғибәҙәт ҡыла торған урынға, күтәрелгәйне, ҡараһа, ҡаршыһына дуҫы арки Хушай килә: кейемен йыртҡылаған, башына тупраҡ һипкән. 33 Дауыт уға: – Һин минең менән барһаң, миңә ауырлығыңды ғына һалаһың, – тине. – 34 Ә инде һин ҡалаға кире барып, Авшаломға: «Батша, мин һинең ҡолоң. Быға тиклем мин атайыңдың ҡоло инем, ә хәҙер – һинең ҡолоң», – тип әйтһәң, һин Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығарыр инең. 35 Унда һинең эргәңдә Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар булыр. Батша һарайында ишеткән һәр нәмәне ҡаһиндарға еткереп тор. 36 Садоҡ улы Ахимағас менән Әвйәҫәр улы Йонаҫан да шунда. Нимә ишетәһегеҙ, шуны улар аша миңә хәбәр итегеҙ, – тине. 37 Дауыттың дуҫы Хушай Йәрүсәлимгә китте. Тап шул мәлдә Авшалом Йәрүсәлимгә килеп ингәйне. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia