ІІ Батшалар 13 - Изге ЯҙмаАмнон менән Тамар 1 Артабан шундай хәлдәр булды. Дауыттың улы Авшаломдың Тамар исемле бик матур һеңлеһе бар ине. Дауыттың икенсе улы Амнондың Тамарға күҙе төштө. 2 Амнон һеңлеһе Тамар тип шул тиклем ғазапланды, хатта ауырыуға һабышты. Тамар ғиффәтле ҡыҙ булғанлыҡтан, Амнон уға ҡағылыу мөмкин булмаған бер эш тип уйлай ине. 3 Амнондың Йонадав исемле дуҫы бар ине. Ул, Дауыттың ағаһы Шимғаның улы булып, ифрат хәйләкәр ине. 4 Ул Амнонға: – Эй батша улы, әйт әле миңә, ниңә һин көндән-көн ябығаһың? – тип һораны. – Ҡустым Авшаломдың һеңлеһе Тамарҙы яратам мин, – тине Амнон. 5 – Түшәгеңә ят та, – тип өйрәтте уға Йонадав, – ауырыуға һалыш. Атайың хәлеңде белергә килгәс: «Һеңлем Тамар килеп ашатһын әле мине, аҙыҡты күҙ алдымда әҙерләп, үҙ ҡулы менән ашатһын», – тип әйт. 6 Амнон ауырығанға һалышып түшәккә ятты ла, батша уның хәлен белергә килгәс: – Һеңлем Тамар килеп, миңә бер-ике табикмәк бешерһен әле, мин уның ҡулынан ашармын, – тине. 7 Дауыт, кеше ебәреп, Тамарға: – Ағайың Амнондың өйөнә барып, уға ашарға әҙерлә, – тип әйттерҙе. 8 Тамар ағаһы Амнондың өйөнә барһа, ул түшәктә ята. Тамар он алды ла ҡамыр баҫты, уның күҙ алдында табикмәк яһап бешерҙе. 9 Икмәкте табанан алып, уның алдына һалды, әммә Амнон ризыҡтан баш тартып: – Барыһы ла бүлмәнән сыҡһын, – тине. Бөтәһе лә сығып бөткәс, 10 Амнон Тамарға: – Табикмәкте эске бүлмәгә индер, мин һинең ҡулыңдан ашарға теләйем, – тине. Тамар үҙе бешергән табикмәктәрҙе алды ла эске бүлмәгә ағаһы Амнонға алып инде. 11 Табикмәкте алдына килтереп ҡуйғас, Амнон ҡыҙҙы тотоп алды ла: – Әйҙә, минең менән ят, – тине. 12 Тамар уға: – Юҡ, ағайым, минең намыҫыма ҡағылма, Исраилда улай ҡыланмайҙар. Бындай ҡәбәхәтлекте эшләмә! 13 Бындай хурлыҡтан һуң мин ҡайҙа барырмын? Һинең дә Исраилда яманатың таралыр. Батша менән һөйләшеп ҡара, ул мине һиңә биреүҙән баш тартмаҫ, – тине. 14 Ләкин Амнон уның әйткәненә ҡолаҡ һалманы һәм, ҡыҙҙан көслөрәк булғанлыҡтан, уны мәсхәрәләне. 15 Бынан һуң Амнонда Тамарға ҡарата ҡот осҡос нәфрәт тойғоһо уянды. Уның был нәфрәте элекке мөхәббәтенән дә көслөрәк ине. – Бар сығып кит! – тине ул ҡыҙға. 16 Тамар иһә: – Юҡ, ҡыума мине, – тип ялбарҙы, – һин бер әшәкелек эшләнең инде, мине ҡыуып, тағы ла ҙурыраҡ яуызлыҡ ҡылаһың! Әммә Амнон тыңларға ла теләмәне. 17 Хеҙмәтсеһен саҡырып алды ла: – Был ҡатынды ҡыуып сығар ҙа ишекте бикләп ҡуй! – тине. 18 Батшаның ғиффәтле ҡыҙҙары кейә торған оҙон еңле күлдәк кейгән Тамарҙы хеҙмәтсе өйҙән ҡыуып сығарҙы ла артынан ишекте бикләп ҡуйҙы. 19 Тамар, башына көл һибеп, өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, башын тотоп ҡысҡырып илай-илай китеп барҙы. 20 Ағаһы Авшалом унан: – Һинең менән Амнон ағайың булдымы? – тип һораны ла: – Тыныслан, һеңлем, тауыш сығарма. Ул – һинең ағайың. Үтә ныҡ бөтөрөнмә, – тине. Шулай итеп, Тамар яңғыҙы ғына ағаһы Авшалом йортонда йәшәй башланы. 21 Дауыт батша, был хәл тураһында ишеткәс, бик ныҡ асыуланды. 22 Авшалом иһә Амнонға яҡшынан да, ямандан да бер ни ҙә әйтмәне, әммә һеңлеһе Тамарҙы көсләгән өсөн Амнонға нәфрәте сикһеҙ ине. Авшаломдың Амнонды үлтереүе 23 Ике йылдан һуң Авшалом Әфраим ҡалаһы янындағы Бәғел-Хасорҙа һарыҡ йөнө ҡырҡыу байрамын үткәрҙе. Авшалом унда батшаның бөтә улдарын да саҡырҙы. 24 Авшалом батшаға килде лә: – Һинең ҡолоң һарыҡ йөнө ҡырҡырға кешеләр йыйҙы. Хеҙмәтселәре менән батша ла килһә ине, – тине. 25 Әммә батша Авшаломға: – Юҡ, улым, һиңә мәшәҡәт һалып, беҙ күмәкләшеп барып йөрөмәбеҙ инде, – тип баш тартты. Авшалом бик үтенеп һораһа ла, батша фатихаһын биреп, бармай ҡалды. 26 – Бик булмаһа, беҙҙең менән ағайым Амнон барһын, – тине Авшалом. – Ниңә ул һинең менән барырға тейеш? – тип һораны батша. 27 Әммә Авшалом бик ялынып һорағас, ул Амнонға ла, башҡа улдарына ла барырға рөхсәт итте. 28 Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ. 29 Авшалом нисек бойорһа, хеҙмәтселәре шулай эшләне. Быны күргән батша улдары һәр береһе үҙенең ҡасырына менеп ҡасты. 30 Улар әле юлда саҡта уҡ Дауытҡа: «Авшалом батша улдарының барыһын да үлтергән икән, береһе лә ҡалмаған», – тигән хәбәр килеп етте. 31 Батша, урынынан тороп, кейемдәрен йыртҡылап ташланы ла ергә ҡапланды, эргәһендәге хеҙмәтселәре лә кейемдәрен йырттылар. 32 Шул саҡ Дауыттың ағаһы Шимғаның улы Йонадав: – Хакимым үҙенең бөтә улдарын да үлтергәндәр икән, тип уйламаһын. Амнонды ғына үлтергәндәр. Амнон һеңлеһе Тамарҙы көсләгән көндән алып, Авшалом уны үлтерергә йыйына ине. 33 Шуның өсөн дә хакимым батша, улдарымдың барыһы ла үлгән икән, тип хафаланмаһын – бары Амнон ғына вафат, – тине. 34 Ул арала Авшалом ҡасып киткәйне. Һаҡта торған егет тау битләүендәге юл буйлап бер төркөм халыҡ килгәнен күреп ҡалды. 35 Йонадав шунда батшаға: – Ана, батша улдары ҡайтып килә, ҡолоң нисек әйткән булһа, шулай килеп сыҡты, – тине. 36 Уның шулай тип әйтеүе булды, ҡысҡырып илаша-илаша батша улдары ла килеп етте. Батша үҙе лә, уның хеҙмәтселәре лә әсе күҙ йәштәре түкте. 37 Авшалом Ғаммиһуд улы Талмайға, Гешур батшаһына, ҡасып китте. Дауыт батша иһә, улы Амнон өсөн ҡайғырып, көн дә йәш түкте. 38 Гешурға ҡасҡан Авшалом унда өс йыл йәшәне. 39 Әммә ваҡыт уҙған һайын Дауыттың Авшаломдан үс алыу теләге үтте, сөнки Амнондың үлеү ҡайғыһы баҫыла төшкәйне. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia