Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 12 - Изге Яҙма


Наҫандың Дауытты битәрләүе

1 Раббы Наҫан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ебәрҙе. Наҫан, уның янына килеп, былай тине: – Бер ҡалала ике кеше йәшәгән: береһе бай, икенсеһе фәҡир булған.

2 Байҙың ваҡ малы ла, эре малы ла бик күп булған.

3 Ә фәҡирҙең бәрәс кенә сағында һатып алған бер һарығынан башҡа бер нәмәһе лә булмаған. Бәрәс уның балалары менән бергә үҫкән, хужаһы нимә ашаһа, шуны ашаған, уның һауытынан эскән, күкрәгенә башын һалып йоҡлаған, ҡыҫҡаһы, ҡыҙы һымаҡ булған.

4 Бер ваҡыт байға бер мосафир килгән. Бай үҙенә килгән юлсыны һыйлау өсөн һарығын йәки һыйырын һуйырға йәлләгән. Ул ярлының һарығын алып салған да теге мосафирҙы һыйлаған.

5 Был байға асыуы тоҡанған Дауыт Наҫанға: – Тере Раббы шаһит! Бындай эш ҡылған кеше үлемгә лайыҡ!

6 Был ҡылығы һәм рәхимһеҙлеге өсөн унан һарыҡ хаҡын дүртләтә түләтергә кәрәк, – тине.

7 Шунда Наҫан Дауытҡа: – Ул кеше – һин ул. Исраил Аллаһы Раббы бына нимә ти: «Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем, һине Шаулдан ҡотҡарҙым.

8 Һиңә хакимыңдың һарайын бирҙем, ҡатындарын ҡуйыныңа ятҡырып, Исраил менән Йәһүҙә батшалығын ҡулыңа тапшырҙым. Әгәр ҙә һиңә был да аҙ булһа, тағы ла өҫтәп бирер инем.

9 Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны.

10 Мине һанға һуҡмағаның һәм хитти Урияһтың ҡатынын алғаның өсөн ҡылыс мәңге йортоң өҫтөндә эленеп торор».

11 Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар.

12 Һин үҙең быны йәшереп эшләгәйнең, Мин иһә быны бөтә Исраил алдында, көн яҡтыһында эшләрмен».

13 – Мин Раббы алдында гонаһ ҡылдым, – тине Дауыт Наҫанға. – Раббы һине гонаһыңдан арындырҙы, һин үҙең үлмәҫһең, – тип яуап ҡайтарҙы Наҫан. –

14 Әммә был ҡылығың менән һин Раббыны һанламағаныңды күрһәттең. Шуға күрә яңы тыуған улың үләсәк.

15 Наҫан шулай тине лә өйөнә ҡайтып китте. Раббы Дауыттың Урияһтың ҡатыны табып биргән балаһын ауыр сиргә дусар итте.

16 Дауыт бала хаҡына Аллаға ялбарҙы, ураҙа тотто, төндө ерҙә ятып үткәрҙе.

17 Уны ерҙән торғоҙорға тип, нәҫел-ырыуындағы аҡһаҡалдар килде. Әммә ул торманы, улар менән ашап-эсмәне.

18 Етенсе көндө бала мәрхүм булды, Дауыттың хеҙмәтселәре уға баланың вафаты тураһында әйтергә ҡурҡты. «Әле бала үлмәҫ борон ул беҙ әйткәнде тыңларға ла теләмәй ине, хәҙер беҙ уға нисек: „Балаң үлде“, – тип әйтәйек, йә ул үҙе менән берәй нәмә эшләп ҡуйыр», – тинеләр.

19 Дауыт, хеҙмәтселәренең үҙ-ара шыбырҙашҡанын күреп, балаһының гүр эйәһе булғанын аңланы. – Бала вафат булдымы? – тип һораны. – Эйе, вафат булды, – тинеләр.

20 Шунан Дауыт ерҙән тороп йыуынды, хуш еҫле май һөртөп, кейемен алыштырҙы ла Раббы йортона барып ғибәҙәт ҡылды. Өйөнә ҡайтҡас, аҙыҡ килтереүҙәрен һорап, ашап алды.

21 Хеҙмәтселәре унан: – Ниңә улай эшләйһең? Балаң иҫән саҡта ураҙа тоттоң, иланың, балаң үлгәс, торҙоң да ашап алдың, – тинеләр.

22 Дауыт яуап бирҙе: – Бала иҫән саҡта ураҙа тотоп, илауымдың сәбәбе шул: бәлки, Раббы миңә шәфҡәт ҡылыр ҙа бала иҫән ҡалыр, тип уйлағайным.

23 Хәҙер инде, бала вафат булғас, ниңә ураҙа тоторға? Мин уны кире ҡайтара аламмы ни? Мин уның янына китәсәкмен, ә ул миңә кире ҡайтмаясаҡ.

24 Дауыт ҡатыны Баҫ-Шевағты йыуатты, уның менән йоҡланы. Ҡатыны яңынан ауырға ҡалды ла ул тапты. Уға Сөләймән тип исем ҡуштылар. Раббы был баланы бик яратты һәм

25 Наҫан пәйғәмбәрҙе Раббы бойороғо буйынса балаға Йедидъяһ тигән исем ҡушырға ебәрҙе.

26 Ул арала Йоав, ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына һөжүм итеп, батша ҡәлғәһен ҡулға төшөрҙө.

27 Шунан Дауытҡа сапҡындар ебәреп: «Мин, Раббаға һөжүм итеп, ҡаланың һыу сығанаҡтарын һаҡлаған ҡәлғәне алдым.

28 Хәҙер һин, ҡалған ғәскәрҙе йыйып алып килеп, ҡаланы ҡама ла, ҡулға төшөр. Юғиһә, мин алһам, ул минең исемем менән аталырға тейеш була», – тип хәбәр итте.

29 Дауыт, бөтә ғәскәрҙе туплап, Раббаға килде лә һөжүм итеп уны алды.

30 Дауыт Ғаммон батшаһының бер талант алтындан аҫыл таштар менән биҙәп эшләнгән тажын тартып алды. Тажды Дауыттың башына кейҙерҙеләр. Ул ҡалала бик күп яумал ҡулға төшөрҙө.

31 Унда йәшәгән халыҡты, ҡыуып алып китеп, бысҡы, тимер кәйлә һәм балта менән эшләргә, кирбес яндырырға мәжбүр итте. Ғаммондарҙың барлыҡ ҡалаларында ла ул шулай эшләне. Шунан Дауыт үҙенең бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan