ІІ Батшалар 11 - Изге ЯҙмаДауыт менән Баҫ-Шевағ 1 Яҙ еткәс, батшалар яуға сыға торған ваҡытта, Дауыт үҙенең хеҙмәтселәрен һәм Исраилдың бөтә ғәскәрен Йоав етәкселегендә һуғышҡа ебәрҙе. Улар, ғаммондарҙы еңеп, Раббаны ҡамауға алды. Дауыт иһә Йәрүсәлимдә ҡалды. 2 Бер кисте Дауыт, түшәгенән тороп, һарайының башына йөрөргә сыҡты һәм унан һыу ҡойонған бер ҡатынды күреп ҡалды. Ул ҡатын ғәжәп сибәр ине. 3 Дауыт был ҡатындың кем икәнен белешергә кешеләр ебәрҙе. – Әлиғамдың ҡыҙы, хитти ҡәүеменән булған Урияһтың ҡатыны Баҫ-Шевағ ул, – тип килеп әйттеләр. 4 Дауыт хеҙмәтселәрен был ҡатынды алып килергә ебәрҙе. Ҡатын батша янына килгәндә, яңы ғына күреме тамамланып, таҙарынған ине. Дауыт уның менән йоҡланы. Һуңынан ҡатын өйөнә ҡайтып китте. 5 Бер аҙҙан ҡатын ауырға ҡалғанын белде лә был хаҡта Дауытҡа хәбәр итте. 6 Дауыт Йоавҡа: «Хитти Урияһты минең янға ебәр», – тигән хәбәр күндерҙе. Йоав Урияһты Дауытҡа ебәрҙе. 7 Урияһ килгәс, Дауыт унан Йоавтың, яугирҙәрҙең хәле, һуғыштың барышы тураһында һорашты. 8 Шунан Дауыт Урияһҡа: – Өйөңә ҡайтып ял ит, – тине. Урияһ һарайҙан сыҡты, уның артынан батшаның бүләген ебәрҙеләр. 9 Әммә Урияһ өйөнә ҡайтманы, хакимының башҡа хеҙмәтселәре менән бергә батша һарайының ҡапҡаһы төбөндә йоҡланы. 10 Дауытҡа Урияһтың өйөнә ҡайтмағанын еткерҙеләр. Дауыт Урияһтан: – Оҙон юлдан йонсоп бөткәнһең, ниңә өйөңә ҡайтманың? – тип һораны. 11 – Изге һандыҡ та, Исраил менән Йәһүҙә ғәскәрҙәре лә ҡыуышта йәшәй, хакимым Йоав менән уның яугирҙәре лә асыҡ яланда ҡуна, – тине Урияһ. – Ә мин өйөмә ҡайтып, ашап-эсеп, ҡатыным менән йоҡлап ятайыммы? Һинең менән, һинең ғүмерең менән ант итеп әйтәм: мин улай эшләйһе түгелмен. 12 Шунан Дауыт: – Бөгөн дә ҡал, ә иртәгә мин һине кире ебәрермен, – тине. Урияһ иртәгәһе көнгә тиклем Йәрүсәлимдә булды. 13 Дауыт уны үҙенә саҡырҙы, Урияһ уның менән ашаны-эсте. Дауыт уны иҫерткәнсе эсерҙе. Әммә Урияһ кисен йоҡларға өйөнә ҡайтманы, ә хакимының хеҙмәтселәре менән бергә кисәге урынында йоҡланы. 14 Иртәгәһен Дауыт, Йоавҡа хат яҙып, уны Урияһҡа биреп ебәрҙе. 15 Хатында ул былай тип яҙғайны: «Урияһты алыштың иң ҡыҙыу еренә ҡуй ҙа, уны ҡалдырып, сигенегеҙ. Ул шунда әжәлен тапһын». 16 Шулай итеп, Йоав ҡаланы ҡамалышта тотҡан саҡта, Урияһты дошмандың иң ҡыйыу яугирҙәре һуғышҡан урынға ҡуйҙы. 17 Ҡалалағы яугирҙәр сығып, Йоав менән алышҡа ташланғас, Дауыт ғәскәренән бер ни тиклем кеше һәләк булды, хитти Урияһ та үлтерелде. 18 Йоав Дауытҡа алыштың барышы тураһында хәбәр ебәрҙе. 19 Сапҡынсыһына ул былай тине: – Батшаға алыштың барышы тураһында һөйләп биргәс, 20 ул асыуланһа һәм һиңә: «Ниңә ҡалаға шул хәтлем яҡын барҙығыҙ? Ҡала диуарҙарынан тороп уҡ атасаҡтарын белмәнегеҙме ни? 21 Йеруббәшәҫ улы Авимәләхте кем үлтерҙе? Ул Тевеста бер ҡатын диуарҙан ырғытҡан тирмән ташынан һәләк булған бит. Ниңә улай ҡала диуарына яҡын барҙығыҙ?» – тиһә, һин уға: «Ҡолоң хитти Урияһ та һәләк булды», – тип әйтерһең. 22 Сапҡынсы, Дауытҡа килеп, Йоав ҡушҡандың барыһын да һөйләп бирҙе. 23 Ул Дауытҡа былай тине: – Дошмандар беҙгә һөжүм итеп, асыҡ яланға сыҡтылар, шунан беҙ уларҙы ҡала ҡапҡаһына тиклем эҙәрләп барҙыҡ. 24 Шунда ҡала диуарҙарынан уҡ ата башланылар, батша ҡолдарының ҡайһы берәүҙәре һәләк булды. Ҡолоң хитти Урияһ та үлеп ҡалды. 25 Шунан Дауыт хәбәр килтереүсегә: – Йоавҡа әйт: ул был хәлгә артыҡ көйөнмәһен, ҡылыс кемде сабайым тип уйлап тормай. Көсөңдө тупла ла ҡаланы тар-мар ит, тип уның күңелен күтәр, – тине. 26 Урияһтың ҡатыны, иренең һәләк булғанын ишеткәс, бик ныҡ ҡайғырҙы. 27 Мәрхүм иренең вафатынан һуңғы мөҙҙәтен үткәргәс, Дауыт артынан кешеләр ебәреп, уны үҙ өйөнә алды. Баҫ-Шевағ уның ҡатыны булды һәм ул табып бирҙе. Әммә Дауыттың был эшен Раббы оҡшатманы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia