ІІ Батшалар 10 - Изге ЯҙмаДауыттың ғаммондарҙы һәм арамиҙарҙы еңеүе ( 1 Йыл 19:1-19 ) 1 Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ғаммон батшаһы мәрхүм булып, уның урынына улы Ханун тәхеткә ултырҙы. 2 Дауыт: «Нахаштың миңә игелеге күп тейгәйне, мин дә улы Ханунға яҡшылыҡ эшләйем әле», – тип уйланы. Дауыт, атаһының вафаты айҡанлы ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн, Ханунға ярандарын ебәрҙе. Дауыттың хеҙмәтселәре Ғаммон еренә барғас, 3 Ғаммон түрәләре үҙҙәренең хакимы Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен, атайыңды ихтирам иткәнгә, һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен ҡаланы ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тине. 4 Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын яртылаш ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп ҡайтарып ебәрҙе. 5 Был хәбәр Дауытҡа килеп еткәс, ул илселәрен ҡаршы алырға кешеләр ебәрҙе, сөнки улар бик ныҡ мыҫҡыл ителгәйне. Батша уларға: «Һаҡалдарығыҙ үҫкәнсе, Йерихола ҡалып тороғоҙ, шунан ҡайтырһығыҙ», – тигән бойороғон еткерергә ҡушты. 6 Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы. 7 Был хаҡта ишеткәс, Дауыт иң ҡаһарман ғәскәре менән Йоавты уларға ҡаршы ебәрҙе. 8 Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сыҡтылар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙелделәр. Сова менән Реховтан килгән арамиҙар, Товтан һәм Мағаханан килгән кешеләр яланда айырым тора ине. 9 Йоав, дошман ғәскәрҙәренең алдан да, арттан да торғанын күреп, исраилдарҙың иң яҡшы яугирҙәрен һайлап алды ла уларҙы арамиҙарға ҡаршы ҡуйҙы. 10 Ғәскәрҙең ҡалғанын ҡустыһы Авишайға тапшырҙы һәм Авишай уларҙы ғаммондарға ҡаршы теҙеп ҡуйҙы. 11 – Әгәр арамиҙар мине еңә башлаһа, һин миңә ярҙамға килерһең, ә ғаммондар һине ҡыҫырыҡлай башлаһа, мин ярҙамға килермен, – тине ул. – 12 Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр. 13 Бына Йоав ғәскәре менән арамиҙарға һөжүм итте һәм тегеләр унан ҡаса башланы. 14 Арамиҙарҙың ҡасҡанын күргән ғаммондар ҙа, Авишайҙан ҡасып, кире ҡала эсенә сигенделәр. Ғаммондар менән алыштан һуң, Йоав Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты. 15 Үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен аңлағас, арами ғәскәре бергә тупланды. 16 Һададғәзәр, хәбәр ебәреп, Евфрат йылғаһы аръяғында йәшәгән арамиҙарҙы саҡыртып алды. Улар Һададғәзәрҙең ғәскәр башлығы Шовах етәкселегендә Хеламға килде. 17 Был турала Дауытҡа хәбәр иткәс, ул, барлыҡ исраилдарҙы йыйып алды ла, Иорданды аша сығып, Хеламға килде. Арамиҙар сафҡа теҙелеп Дауытҡа ҡаршы торҙо һәм алыш башланды. 18 Арамиҙар Исраил ғәскәренән ҡаса башланы. Дауыт арамиҙарҙың ете йөҙ яу арбаһын, ҡырҡ мең һыбайлыһын юҡ итте; уларҙың ғәскәр башлығы Шовахты яраланы һәм Шовах шунда үлеп ҡалды. 19 Һададғәзәргә буйһонған батшалар, үҙҙәренең еңелгәнен күргәс, исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөнө һәм уларға буйһондо. Ә арамиҙар артабан ғаммондарға ярҙам итергә ҡурҡты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia