ІІІ Батшалар 9 - Изге ЯҙмаРаббының Сөләймәнгә яңынан күренеүе ( 2 Йыл 7:11-22 ) 1 Сөләймән Раббы ҡорамын, батша һарайын һәм үҙе теләгән бөтә нәмәләрҙе һалдырып бөткәс, 2 Раббы уға Ғивғондағы кеүек тағы бер тапҡыр күренде. 3 Ул былай тине: – Мин һинең доғаңды, үтенесеңде ишеттем. Һин, Минең исемем мәңге шунда булһын, тип төҙөгән ошо ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр. 4 Һин дә атайың Дауыт кеүек саф күңел һәм намыҫ менән Минең юлымдан йөрөһәң, барыһын да Мин бойорғанса эшләһәң, ҡағиҙәләрем һәм күрһәтмәләремде ғәмәл ҡылһаң, 5 атайың Дауытҡа: «Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип биргән һүҙемде тотоп, батшалығыңды мәңге тотороҡло ҡылырмын. 6 Әгәр ҙә һеҙ йәки балаларығыҙ Минән ситкә боролоп, Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙе тотмаһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ, 7 Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер. 8 Ә был ҡорам харабаға әйләнер һәм уның янынан үткән һәр кем аптырап, ҡурҡып: «Раббы ниңә был илде һәм ҡорамды шул хәлгә ҡалдырҙы икән?» – тип һыҙғырып ҡуйыр. 9 Уларға: «Ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Аллалары Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр. Сөләймәндең башҡа ғәмәлдәре ( 2 Йыл 8:1-18 ) 10 Сөләймән егерме йыл буйы ике йорт – Раббы ҡорамын һәм батша һарайын – төҙөнө. 11 Тир батшаһы Хирам Сөләймәнгә күпме теләһә шул тиклем кедр һәм кипарис ағастары, алтын биреп торҙо. Сөләймән батша Хирамға был хеҙмәттәре өсөн Галилея ерендә егерме ҡала бирҙе. 12 Хирам Тирҙан Сөләймән биргән ҡалаларҙы ҡарарға килде һәм уларҙы оҡшатманы. 13 – Ошомо инде һинең миңә биргән ҡалаларың, ҡустым? – тип ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе лә был төбәкте Кавул тип атаны. Ул бөгөнгә тиклем шулай йөрөтөлә. 14 Шунан Хирам Сөләймән батшаға йөҙ егерме талант алтын ебәрҙе. 15 Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте. 16 Элек фирғәүен, Мысыр батшаһы, Гәзәргә һөжүм иткәйне. Яулап алғас, ҡаланы яндырҙы, унда йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡырҙы. Аҙаҡтан уны, үҙенең ҡыҙы Сөләймәнгә кейәүгә сыҡҡанда, туй мәһәре итеп бирҙе. 17 Сөләймән Гәзәрҙе лә ҡайтанан төҙөнө. Түбәнге Бейт-Хоронды, 18 Бағалаҫты, сүллектәге Тамарҙы төҙөкләндерҙе. 19 Шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдырҙы. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөттө. 20 Илдә исраилдарҙан булмаған башҡа халыҡтар – әмөри, хитти, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр тоҡомона килгәндә, 21 Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай. 22 Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәне. Улар батшаға һуғышсылар, ярандар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итте. 23 Сөләймәндең төҙөлөш эштәренә һәм унда ҡатнашҡан халыҡҡа етәкселек итеүсе биш йөҙ илле мөдире бар ине. 24 Фирғәүендең ҡыҙы Дауыт ҡалаһынан Сөләймән уның өсөн һалдырған яңы һарайға күсте. Шунан һуң батша Миллоны төҙөкләндерҙе. 25 Сөләймән Раббыға бағышлап төҙөгән ҡорбан усағында йылына өс тапҡыр тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, Раббы хозурында хуш еҫ төтәтте. Шулай итеп, Сөләймән Алла ҡорамын төҙөүҙе тамамланы. 26 Сөләймән батша Эдом ерендә, Ҡамышлы диңгеҙ буйында, Элаҫ эргәһендәге Ғәсйон-Ғәвәрҙә караптар эшләтте. 27 Хирам үҙенең тәжрибәле диңгеҙселәрен Сөләймәндең кешеләре менән бергә караптарҙа ебәрҙе. 28 Улар Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ егерме талант алтын алып ҡайтып бирҙе. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia