ІІІ Батшалар 7 - Изге ЯҙмаСөләймәндең һарайы 1 Ә үҙ һарайын һалдырыр өсөн Сөләймәнгә ун өс йыл кәрәк булды. Бына һарай төҙөлөшө лә тамамланды. 2 Сөләймән «Ливан урманы йорто» тип аталған һарай һалды. Уның оҙонлоғо – йөҙ, киңлеге – илле, бейеклеге утыҙ терһәк ине. Унда дүрт рәт кедр бағаналар һәм бағаналар өҫтөндә кедр бурсалар бар ине. 3 Бағаналар өҫтөнә рәт-рәт итеп ун бишәрләп һалынған ҡырҡ биш бурсаны кедр таҡта менән ябып, Сөләймән түбә эшләтте. 4 Өс рәт итеп уйылған тәҙрәләр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡайны. 5 Бөтә ишектәр һәм ишек яңаҡтары дүрткел булып, диуарҙарҙағы өсәр рәт итеп уйылған тәҙрәләр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ине. 6 Оҙонлоғон – илле, иңен – утыҙ терһәк итеп, Сөләймән бағаналы зал эшләтте. Уның алдында бағаналы айуан, ә бағаналар алдында рәшәткә-кәртә бар ине. 7 Шунан, тәхет ҡуйҙырып, Хөкөм залы төҙөттө. Уны иҙәндән алып түшәменә тиклем кедр таҡта менән көпләтте. 8 Шуға оҡшатып, үҙенә йәшәр өсөн тағы бер йорт төҙөттө. Әлеге йорт Хөкөм залының артындағы ихатала урынлашҡайны. Сөләймән үҙенең ҡатыны – фирғәүендең ҡыҙы өсөн дә тап шундай уҡ йорт һалдырҙы. 9 Нигеҙенән алып түбә ҡыйығына һәм тышҡы яҡтан ҙур ихатаға тиклем был биналар эстән һәм тыштан кәрәкле ҙурлыҡта эшкәртелгән, бысҡы менән тигеҙләп ҡырҡылған затлы таштарҙан һалынғайны. 10 Йорттарҙың нигеҙенә оҙонлоғо ун терһәк һәм һигеҙ терһәк булған ҙур, затлы таштар һалынды. 11 Нигеҙ өҫтөндә кәрәкле ҙурлыҡта эшкәртелгән затлы таштар һәм кедр бүрәнәләр ине. 12 Ҙур ихата иһә өс рәте эшкәртелгән таштан һәм бер рәте кедр бурсанан эшләнгән ҡойма менән уратып алынды. Раббы йортоноң эске ихатаһы һәм айуаны шулай уҡ ҡойма менән уратылды. Хирам оҫтаның эштәре 13 Сөләймән батша Тир ҡалаһынан Хирам тигән бер кешене саҡыртып килтерҙе. 14 Ул Нафтали ырыуынан бер тол ҡатындың улы ине. Тир ҡалаһынан булған атаһы баҡырсы ине. Хирам үҙе лә баҡырҙан төрлө әйберҙәр эшләүсе белекле, маһир һәм егәрле оҫта булды. Ул Сөләймән батшаға килде һәм үҙенә йөкмәтелгән бөтә эштәрҙе башҡарып бирҙе. 15 Хирам ике баҡыр бағана ҡойҙорҙо. Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ терһәк, әйләнәһе – бау менән үлсәгәндә – ун ике терһәк тәшкил итә. 16 Бағаналар өҫтөнә ҡуйыр өсөн, баҡырҙан ике таж ҡойҙо, ул таждарҙың бейеклеге биш терһәк булды. 17 Бағана башындағы таждарҙың һәр береһен үреп эшләнгән сылбырлы селтәр менән биҙәне: таждарҙың һәр икеһендә етешәр сылбырлы селтәр бар ине. 18 Хирам бағана башындағы таждарҙы биҙәүсе селтәр тирәләй ике рәт итеп анар емеше ҡойоп яһаны. Бағаналарҙың һәр икеһен ул бер төрлө итеп биҙәне. 19 Айуандағы бағана баштарына ҡуйылған таждар иһә бейеклеге дүртәр терһәк булған лилиә сәскәһенә оҡшаған ине. 20 Бағана башындағы таждарҙы биҙәгән селтәр эргәһендәге һикәлтәнең өҫтөндә рәт-рәт итеп ике йөҙ анар емеше эшләнгәйне. 21 Хирам бағаналарҙы Алла йортоноң айуанына ҡуйҙы һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡтағыһын Боғаз тип атаны. 22 Был бағаналарҙың башына лилиә сәскәһенә оҡшатып яһалған таж кейҙерҙе. Бағаналар менән эште тамамлағас, 23 Хирам түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ ҡойҙо; ул бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк ине. 24 Аҫҡы яҡтан диңгеҙҙең ситтәре ҡойолған ашҡабаҡ һүрәттәре менән уратып алынғайны. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолғайны. 25 Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны эске яҡта ине. 26 Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы ике мең бат ине. 27 Хирам һәр береһенең бейеклеге – өс, оҙонлоғо – дүрт, киңлеге дүрт терһәк булған ун баҡыр таяу эшләне. 28 Ул таяуҙар былай эшләнде: уларҙың ян-яҡтары рам эсенә алынған ине. 29 Таяуҙарҙың рам эсенә алынған ян-яҡтарында, шулай уҡ рамдарҙа арыҫлан, үгеҙ һәм кируб һүрәттәре төшөрөлгән; рамдарҙағы арыҫлан һәм үгеҙ һүрәттәренән өҫтәрәк һәм аҫтараҡ сүкеп эшләнгән үрмә биҙәк үтә. 30 Һәр таяуҙың баҡыр күсәрле дүртәр баҡыр тәгәрмәсе һәм дүртәр терәге бар. Таяуҙың һәр мөйөшөндә ян-яҡтарына үрмә биҙәктәр төшөрөлгән терәктәр ҡуйылған, улар өҫтөнә киҫмәк урынлашҡан. 31 Эске яҡтан таяу бер ярым терһәк булып, унда бер терһәк бейеклегендәге түңәрәк терәк ҡуйылған ине. Таяуҙың түңәрәк ауыҙы һәм әйләнәһе һүрәттәр менән һырлап биҙәлгән. Таяуҙың ян-яҡтары иһә түңәрәк түгел, дүрткел ине. 32 Уларҙың аҫтында дүрт тәгәрмәс ҡуйылып, тәгәрмәс күсәрҙәре таяуға беркетелгән. Һәр тәгәрмәстең бейеклеге – бер терһәк ярым. 33 Был тәгәрмәстәр яу арбаларының тәгәрмәстәренә оҡшатып эшләнгән. Күсәрҙәре лә, туғындары ла, арасалары ла, көпсәктәре лә ҡойоулы. 34 Һәр таяуҙың дүрт мөйөшөнә терәк ҡуйылған, улар таяу менән бер бөтөн итеп ҡойолған. 35 Таяуҙың өҫтөнә бейеклеге ярты терһәк булған ҡоршау урынлашҡан. Таяуҙың өҫкө өлөшө, терәктәре һәм ян-яҡтары бер бөтөн булып ҡойолған ине. 36 Хирам терәктәрҙә, ян-яҡтарҙа, мөмкин булған бөтә урында кируб, арыҫлан, хөрмә һүрәттәре, ә әйләнәһенә үрмә биҙәктәр уйҙы. 37 Ошо рәүешле итеп Хирам ун таяу эшләне: уларҙың барыһы ла бер төрлө ҡойолған, үлсәмдәре лә, рәүештәре лә бер ине. 38 Шулай уҡ ул һәр береһе ҡырҡ бат һыйҙырышлы, арҡырыһы дүрт терһәк булған ун баҡыр киҫмәк, ун таяуҙың һәр ҡайһыһына берәр киҫмәк яһаны. 39 Таяуҙарҙың бишәүһен ҡорамдың көньяғына, бишәүһен төньяғына урынлаштырҙы. Баҡыр диңгеҙҙе ҡорамдың уң яғына, көньяҡ-көнсығыш тарафҡа урынлаштырҙы. 40 Хирам сүлмәктәр, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләне. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамланы: 41 ике бағана, уларҙың башына сеүәтә рәүешендә ике таж, таждарҙы биҙәү өсөн ике селтәр; 42 бағаналарҙың башындағы сеүәтә һымаҡ таждарҙы уратып алған селтәрҙәрҙең икеһен дә биҙәү өсөн икешәр рәт итеп теҙелгән дүрт йөҙ анар емеше; 43 ун таяу һәм улар өҫтөндә ун киҫмәк; 44 бер баҡыр диңгеҙ һәм диңгеҙ аҫтындағы ун ике үгеҙ һыны; 45 көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр. Хирам Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан ине. 46 Батша уларҙы Иордан үҙәнендә Суккоҫ менән Сареҫан араһындағы урында, балсыҡта яһалған ҡалыптарҙа ҡойҙорҙо. 47 Был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булманы. Батша был әйберҙәрҙең барыһын да алып барып урынлаштыртты. 48 Сөләймән шулай уҡ Раббы йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтте: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға алтын өҫтәл; 49 ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһына уң яҡҡа биш, һул яҡҡа биш саф алтын шәмдәл; алтын сәскәләр, майшәмдәр, ҡыҫҡыстар; 50 саф алтын тастар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәренең һәм ҡорам залы ишектәренең күгәндәре лә алтындан ине. 51 Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән батша, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Раббы ҡорамының хазина келәтенә ҡуйҙы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia