Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІІ Батшалар 6 - Изге Яҙма


Ҡорам төҙөлөшө
( 2 Йыл 3:1-14 )

1 Исраил халҡының Мысырҙан сығыуына дүрт йөҙ һикһән йыл үткәндән һуң, Сөләймән батша, тәхеткә ултырыуының дүртенсе йылында, йылдың икенсе зив айында Раббы ҡорамын һалдыра башланы.

2 Раббыға бағышланған был ҡорамдың буйы – алтмыш, иңе – егерме, ә бейеклеге утыҙ терһәк ине.

3 Ҡорам залының алғы яғындағы айуандың иңе – ун терһәк, ә буйы, тотош ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк тәшкил итте.

4 Сөләймән ҡорамға уйымы эске яҡтан киң булып, тышҡа табан тарайған рәшәткәле тәҙрәләр эшләтте.

5 Ҡорамдың диуарын әйләндереп төкәтмә төҙөттө – ҙур зал һәм эске бүлмә тирәләй төкәтмә бүлмәләр эшләтте.

6 Өс ҡатлы был төкәтмәнең түбәнге ҡатының иңе – биш, икенсе ҡатының – алты, ә өсөнсө ҡатының ете терһәк ине. Төкәтмәнең тотоп тороусы бурсалары ҡорамдың диуарына кереп тормаһын өсөн, ҡорамдың диуары тышҡы яҡтан сығынтылы итеп төҙөлдө.

7 Ҡорам төҙөлөшөндә ҡулланылған таштарҙы сығарылған урынында уҡ юнып килтерҙеләр. Төҙөлөш барышында ҡорамдың үҙендә сүкеш һәм балта кеүек бер ниндәй ҙә тимер ҡоралдың тауышы сыҡманы.

8 Түбәнге ҡатҡа инә торған ишек ҡорамдың көньяғында ине. Түңәрәк баҫҡыстар буйлап – урта, унан юғары ҡатҡа күтәрелергә кәрәк ине.

9 Сөләймән ҡорамды һалдырып бөттө. Ҡорамдың ҡыйығын ҡырлы бүрәнәләр һәм кедр таҡталар менән яптырҙы.

10 Ҡорамдың тышҡы яғынан эшләнгән өс ҡатлы һәм һәр ҡаты биш терһәк бейеклегендә булған төкәтмә ҡорамға кедр бүрәнәләр менән беркетелгәйне.

11 Сөләймәнгә Раббы һүҙе булды:

12 – Бына һин ҡорам төҙөйһөң. Минең ҡанундарымды тотоп, ҡағиҙәләрем буйынса йәшәһәң, бойороҡтарымды үтәһәң, атайың Дауытҡа биргән вәғәҙәмде һинең аша бойомға ашырырмын.

13 Мин халҡым Исраил араһында йәшәрмен, уларҙы бер ваҡытта ла ташламам.

14 Сөләймән ҡорамды төҙөп бөттө.

15 Ҡорамдың диуарҙары эске яҡта иҙәндән түшәм өрлөгөнә ҡәҙәр кедр таҡталар менән көпләнде. Иҙәненә кипарис таҡта түшәлде.

16 Ҡорамдың артҡы яғында, ҡырыйҙан егерме терһәк эскәрәк индереп, иҙәндән түшәмгә тиклем кедр таҡталарҙан диуар эшләтеп, бер эске бүлмә яһатты, был бүлмә Иң мөҡәддәс урын булды.

17 Иң мөҡәддәс урын алдында урынлашҡан ҡорам залының буйы ҡырҡ терһәк ине.

18 Таштар күренеп тормаһын өсөн, ҡорамдың эсе ашҡабаҡ һәм сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәлгән кедр таҡталар менән ҡапланды.

19 Ҡорамдың эске бүлмәһе Раббының Килешеү һандығын ҡуйыу өсөн әҙерләнде.

20 Был бүлмәнең буйы, иңе һәм бейеклеге егермешәр терһәк ине. Сөләймән бүлмәне эстән саф алтын менән ҡаплатты. Кедр ағасынан яһалған ҡорбан усағын да алтын менән көпләтте.

21 Ҡорамдың эсе саф алтын менән көпләнде. Алтын менән көпләнгән эске бүлмәгә инә торған ерҙә арҡырыға алтын сылбырҙар аҫылды.

22 Сөләймән ҡорамдың эсен тотошлай алтын менән көпләтте. Эске бүлмәнең ҡорбан усағы ла алтын менән көпләнде.

23 Эске бүлмәгә ҡуйыу өсөн зәйтүн ағасынан ике кируб һыны яһатты. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге ун терһәк ине.

24 Кирубтарҙың ҡанаттары биш терһәк ине. Ҡанаттарҙың бер осонан икенсе осона тиклем ун терһәк тәшкил итә ине.

25 Ике кирубтың да ҙурлығы һәм рәүеше бер ине.

26 Икеһенең дә бейеклеге ун терһәк ине.

27 Сөләймән кирубтарҙы ҡорамдың төпкө өлөшөнә урынлаштырҙы. Кирубтарҙың береһенең асыҡ ҡанаты бер диуарға, икенсеһенеке икенсе яҡтағы диуарға, икенсе ҡанаттары бүлмә уртаһында бер-береһенә тейеп тора ине.

28 Сөләймән кирубтарҙы ла алтын менән ҡаплатты.

29 Ҡорам диуарҙарының барыһы ла, эске бүлмәләр ҙә, тышҡы бүлмәләр ҙә кируб һындары, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлде.

30 Эске һәм тышҡы бүлмәләрҙең иҙәне алтын менән ҡапланды.

31 Эске бүлмәгә инер өсөн зәйтүн ағасынан ишектәр яһатты. Уның яңаҡтары биш мөйөшлө итеп эшләтте.

32 Зәйтүн ағасынан яһалған ишектәрҙең ике яғы ла кируб, хөрмә ағасы, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлгәйне. Кирубтар менән хөрмә ағастарын алтын менән ҡаплатты.

33 Ҡорам залына ингән ерҙә лә ишек яңаҡтарын дүрт мөйөшлө итеп зәйтүн ағасынан эшләтте.

34 Ике ишек кипарис ағасынан яһалды. Улар ике ҡанатлы булып, шылдырып ябылмалы ине.

35 Уларҙы ла кируб, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәтте һәм һырҙарын алтын менән ҡаплатты.

36 Эске ихата өс ҡаты юнылған таштан һәм бер ҡаты кедр бүрәнәләренән эшләнгән ҡойма менән уратып алынды.

37 Сөләймән Раббы ҡорамының нигеҙен батшалыҡ итеүенең дүртенсе йылында зив айында һалдырғайны.

38 Ун беренсе йылдың һигеҙенсе айы – бул айында, ҡорам алдан нисек уйланылған булһа, шул рәүешле тотош эшләнеп бөттө. Шулай итеп, Сөләймән уны ете йыл буйына төҙөнө.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan