ІІІ Батшалар 5 - Изге ЯҙмаҠорам төҙөлөшөнә әҙерлек ( 2 Йыл 2:1-18 ) 1 Тир батшаһы Хирам ғүмере буйы Дауыт батша менән дуҫ йәшәне. Сөләймәндең атаһы урынына батша итеп мәсехләнеүен ишетеү менән, илселәр ебәрҙе. 2 Сөләймән иһә Хирамға шундай хәбәр күндерҙе: 3 «Үҙең белмәгән ни бар, атайым Дауыт эргә-тирәләге халыҡтар менән һуғыш алып барырға мәжбүр булғанлыҡтан, Аллаһы Раббы исеменә бағышлап ҡорам төҙөй алманы. Инде Раббы уның дошмандарын аяҡ аҫтына бырғаны. 4 Инде хәҙер Раббы, минең Аллам, һәр тарафта тыныслыҡ бирҙе. Хәҙер бер дошманым да юҡ, һис ниндәй ҡаршылыҡ ҡалманы. 5 Раббы атайым Дауытҡа: „Һинең тәхетеңә ултырасаҡ улың Минең исемемә бағышлап йорт һалыр“, – тигәйне. Шуға күрә Аллам Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн йорт төҙөргә ниәтләйем. 6 Кешеләреңә минең өсөн Ливан кедрҙарын ҡырҡырға әмер бирһәң ине. Минең эшселәрем һинекеләр менән бергә булыр. Уларға, үҙең күпме әйтһәң, шул тиклем хеҙмәт хаҡы түләрмен. Үҙең беләһең, беҙҙә Сидон халҡы кеүек оҫта ағас ҡырҡыусылар юҡ». 7 Сөләймәндең хәбәрен ишетеп, Хирам бик ҡыуанды: – Был ишле халыҡҡа идара итеү өсөн Дауытҡа шул тиклем аҡыллы ул биргән Раббы мөбәрәк булһын! – тине. 8 Шунан Сөләймәнгә былай тип яуап ебәрҙе: «Хәбәреңде алдым. Күпме кәрәк булһа, шул ҡәҙәр кедр һәм кипарис бирермен. 9 Кешеләрем бүрәнәләрҙе Ливандан диңгеҙгә ташыр. Унан һал бәйләп, һин билдәләгән урынға илтербеҙ ҙә мин һалдарҙы таратырмын, һин бүрәнәләрҙе шунан килеп алырһың. Тик һин дә бер теләгемде үтә: һарайымды аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп тор». 10 Хирам Сөләймәнгә кәрәк тиклем кедр һәм кипарис ағасы бирҙе. 11 Сөләймән иһә һәр йыл Хирамдың һарайына егерме мең кор бойҙай, егерме кор ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы оҙатып торҙо. 12 Раббы, Үҙенең вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, Сөләймәнгә зирәк аҡыл бирҙе. Хирам менән Сөләймән үҙ-ара килешеү төҙөнө һәм бик татыу йәшәне. 13 Сөләймән батша бөтә Исраилдан утыҙ мең кешене мәжбүри эшкә йыйҙы. 14 Уларҙың ун меңен ай һайын Ливанға ебәреп торҙо. Улар бер ай Ливанда була, ике айлап өйҙә ҡала ине. Батша Адонирамды бөтә эшселәргә етәксе итеп билдәләне. 15 Тағы ла Сөләймәндең йөк ташыусы етмеш мең, тауҙарҙа таш сығарыусы һигеҙ йөҙ мең кешеһе бар ине. 16 Өҫтәүенә, эште ойоштороп, ҡарап тороусы өс мең өс йөҙ кеше тәғәйенләнде. 17 Батша бойороғо буйынса, ҡорамдың нигеҙен юнылған таштарҙан һалыр өсөн ҙур-ҙур яҡшы таштарҙы ҡырҡтылар. 18 Ҡорам төҙөлөшөнә бүрәнә һәм таш әҙерләүҙә Сөләймән менән Хирамдың эшселәренән башҡа Гевал кешеләре лә ҡатнашты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia