Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІІ Батшалар 3 - Изге Яҙма


Сөләймәндең Раббынан зирәк аҡыл һорауы
( 2 Йыл 1:3-12 )

1 Сөләймән Мысыр фирғәүененең ҡыҙына өйләнде. Шул рәүешле ул фирғәүен менән туғанлашты. Кәләшен Дауыт ҡалаһына төшөрҙө. Батша һарайын, Раббы ҡорамын һәм Йәрүсәлимде уратып диуарҙар төҙөгәнгә тиклем шунда йәшәнеләр.

2 Халыҡ төрлө табыныу ҡалҡыулыҡтарында ҡорбан салды, сөнки ул ваҡытта Раббы исеменә бағышланған ҡорам төҙөлмәгәйне әле.

3 Сөләймән атаһы Дауыттың васыяты буйынса йәшәп, Раббыға һөйөүен раҫланы, табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғына ҡорбан салды, хуш еҫ төтәҫләне.

4 Батша ҡорбан салыр өсөн Ғивғон ҡалаһына йүнәлде, сөнки иң мөһим табыныу ҡалҡыулығы шунда ине. Сөләймән ошондағы ҡорбан усағында меңләп тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.

5 Ғивғонда сағында Алла Раббы төндә Сөләймәндең төшөнә инеп: – Минән теләгәнеңде һора, – тине.

6 Сөләймән Уға: – Һин атайым Дауытҡа, Үҙеңдең ҡолоңа, Һиңә тоғро булғаны, ихлас күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәне өсөн бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, – тип яуап ҡайтарҙы. – Уны Үҙеңдең оло мәрхәмәтеңдән ҡалдырмай, бөгөн тәхетендә ултыртыр өсөн бер ул бирҙең.

7 Йә Раббым Аллам! Әле быуыны ла ҡатмаған, ҡайҙан инеп, ҡайҙан сығырын да белмәгән мин ҡолоңдо атайым Дауыт урынына батша итеп ҡуйҙың.

8 Инде ҡолоң Һин Үҙеңә һайлап алған халыҡтың, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ бөйөк халыҡтың араһында.

9 Шуға күрә миңә яҡшы менән яманды айырырлыҡ, халҡыңа ғәҙел хөкөм ҡылырлыҡ аҡыл бирһәң ине. Юғиһә Һинең ошо тиклем күмәк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен?

10 Сөләймәндең был теләге Раббы Хакимдың күңеленә хуш килде.

11 Алла уға былай тине: – Үҙеңә оҙон ғүмер түгел, байлыҡ түгел, дошмандарыңдың үлемен түгел, ә ғәҙел идара итер өсөн аҡыл һораның.

12 Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.

13 Һорамағаныңды ла бирәм һиңә: йәшәгән осороңда бер генә батша ла ирешә алмаған мал-мөлкәткә эйә булырһың һәм дан ҡаҙанырһың.

14 Әгәр һин дә атайың Дауыт кеүек ҡағиҙәләремә һәм бойороҡтарыма буйһоноп, Минең юлымдан йөрөһәң, оҙон ғүмер ҙә бирермен.

15 Уянып киткәс, Сөләймән күргәндәренең төш икәнен аңланы. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Раббы Хакимдың Килешеү һандығы эргәһенә баҫты, тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, унан үҙенең бөтә хеҙмәтселәре өсөн мәжлес йыйҙы.


Сөләймәндең ғәҙел хөкөм ҡылыуы

16 Бер көндө батша алдына ике фәхишә килеп баҫты.

17 Ҡатындарҙың береһе былай тине: – Эй хакимым! Был ҡатын менән бер өйҙә йәшәйбеҙ. Ул да өйҙә булғанда, минең балам тыуҙы.

18 Мин бала тапҡандың өсөнсө көнөнә, ул да бала тапты. Өйҙә икебеҙ генә инек, беҙҙән башҡа бер кем дә булманы.

19 Төндә йоҡлағанда ул, балаһының өҫтөнә ятып баҫлыҡтырған да, улы үлгән.

20 Мин ҡолоң йоҡлаған арала, ул, баламды ҡуйынымдан алып, үҙенең янына ятҡырған, ә үле сабыйҙы минең эргәмә һалған.

21 Иртәгәһен улымды имеҙергә тип торғайным, уның үле икәнен күрҙем. Яҡтырғас, яҡшылап ҡарағайным, минең балам түгеллеген аңланым.

22 – Юҡ, – тине икенсе ҡатын. – Тере бала – минеке, үлгәне – һинеке! – Юҡ, тере ҡалған бала – минең улым, үлгәне һинеке! – тине беренсеһе. Шулай итеп батша алдында тағы талашып киттеләр.

23 – Быныһы: «Минең улым тере, һинеке үле», – ти, тегеһе: «Юҡ, һинең улың үле, минеке тере», – тип ныҡыша, – тине батша. –

24 Улай икән, миңә ҡылыс килтерегеҙ! Батшаға ҡылыс алып килделәр.

25 – Тере баланы икегә бүлеп, яртыһын береһенә, яртыһын икенсеһенә тоттороғоҙ, – тип бойорҙо батша.

26 Сабыйын йәлләүҙән йөрәге һыҙлаған ысын әсә: – Эй хакимым! Тере баланы уға бирегеҙ, тик, зинһар, үлтерә күрмәгеҙ! – тип ялбарҙы. Икенсе ҡатын иһә: – Икегә бүлегеҙ әйҙә, уға ла, миңә лә булмаһын, – тине.

27 Шунда батша ҡарарын иғлан итте: – Баланы үлтермәгеҙ! Беренсе ҡатынға бирегеҙ, сабыйҙың әсәһе – ул, – тине.

28 Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan