Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІІ Батшалар 2 - Изге Яҙма


Дауыттың Сөләймәнгә васыяты

1 Әжәле яҡынлашҡас, Дауыт батша улы Сөләймәнгә былай тип васыят әйтте:

2 – Инде мин һәр кемде көткән юлға китермен. Ә һин, улым, ныҡ бул, һәр саҡ ир булып ҡал.

3 Аллаң Раббының талаптарын еренә еткереп үтә. Уның юлында йөрө, Муса ҡанунында яҙылғанса, Алланың ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен тот. Шул саҡта, ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш булыр.

4 Шул ваҡытта Раббының миңә: «Әгәр улдарың Минең хозурымда хаҡ юлдан йөрөһә, бөтөн йөрәге һәм бар булмышы менән Миңә тоғро булһа, Исраил тәхетендә нәҫелең ҡоромаҫ», – тип әйткән һүҙҙәре бойомға ашыр.

5 Тағы ла шул: Серуяһ улы Йоавтың миңә ниндәй яуызлыҡ ҡылғанын беләһең. Ул Исраил ғәскәренең ике башлығы Нер улы Авнер менән Йәҫәр улы Ғамасаны тыныслыҡ мәлендә һуғыш ваҡытындағылай үлтерҙе һәм билендәге билбауы менән аяғындағы ҡатаһын ҡанға буяны.

6 Аҡылыңа таянып эш ит, әммә Йоавтың сал сәсле башына үлеләр донъяһына тыныс ҡына китергә ихтыяр бирмә.

7 Ғилғәд кешеһе Барзиллайҙың улдарына мәрхәмәт ҡыл, табыныңда ултырғандар араһында уларға ла урын бир, сөнки Авшалом ағайыңдан ҡасып барған сағымда улар миңә ныҡ ярҙам итте.

8 Йәнә тағы Бинйәмин ырыуының Бахурим ҡалаһынан Гера улы Шимғи ҙә яныңда йөрөй. Маханаимға китеп барғанымда ул мине бик ауыр һүҙҙәр әйтеп ҡәһәрләне. Әммә Иордан буйында ҡаршыма сыҡҡас: «Мин һине ҡылыстан үткәрмәйем!» – тип Раббы исеме менән ант иттем.

9 Шулай ҙа уны язаһыҙ ҡалдырма. Һин аҡыллыһың, уны нимә эшләтергә үҙең белерһең. Әммә уның сал сәсле башы үлеләр донъяһына ҡанға батып инһен.


Дауыттың вафаты
( 1 Йыл 29:26-28 )

10 Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.

11 Дауыт ете йыл Хевронда, утыҙ өс йыл Йәрүсәлимдә идара итте һәм Исраил халҡына йәмғеһе ҡырҡ йыл батша булды.

12 Сөләймән атаһы Дауыттың тәхетенә ултырҙы һәм уның батшалығы бик ҡеүәтле булды.


Адонияһтың үлеме

13 Хаггиҫ улы Адонияһ Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағҡа килде. – Яҡшылыҡ менән йөрөүеңме? – тип һораны Баҫ-Шевағ. – Яҡшылыҡ менән, – тип яуапланы Адонияһ.

14 Шунан: – Һиңә әйтәһе һүҙем бар ине, – тип дауам итте. – Һөйлә, – тине Баҫ-Шевағ.

15 – Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.

16 Әле килеп, минең бер теләгем бар. Зинһар, шуны кире ҡаҡмаһаң ине. – Әйт, – тине Баҫ-Шевағ.

17 – Сөләймән батша һиңә ҡаршы килмәҫ, – тине Адонияһ. – Унан һора әле, Шунем ҡыҙы Авишагты миңә кәләш итеп бирһен.

18 – Ярай, һинең хаҡта батша менән һөйләшермен, – тип яуапланы Баҫ-Шевағ.

19 Баҫ-Шевағ Адонияһтың теләге тураһында һөйләшергә Сөләймән батшаға китте. Батша әсәһен аяғөҫтө баҫып, хөрмәтләп ҡаршы алды, уға баш эйҙе, шунан ҡабат тәхетенә ултырҙы. Әсәһе өсөн дә тәхет ҡуйҙырҙы. Баҫ-Шевағ батшаның уң яғынан урын алғас:

20 – Һиңә бәләкәс кенә үтенесем бар ине, зинһар, һүҙемде йыҡма, – тип һүҙ башланы. – Һөйлә, әсәй, һүҙеңде йыҡмам, – тип яуапланы батша.

21 – Шунем ҡыҙы Авишагты ағайың Адонияһҡа ҡатын итеп бирһәң ине, – тине Баҫ-Шевағ.

22 – Нишләп Адонияһҡа Шунем ҡыҙы Авишагты һорайһың? – тине Сөләймән әсәһенә. – Һин уға батшалыҡты ла һора. Ул бит миңә ағай. Әвйәҫәр ҡаһин менән Серуяһ улы Йоав та уның яҡлы.

23 Шунан Сөләймән батша Раббы исеме менән ант итте: – Әгәр Адонияһтың был теләге башына етмәһә, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тине. –

24 Хәҙер иһә миңә ныҡлыҡ биргән, атайым Дауыттың тәхетенә ултыртҡан, вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырып, батшалыҡты минең ғаиләмә биргән тере Раббы шаһит: Адонияһ бөгөн үк үлтереләсәк!

25 Сөләймән батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа бойороҡ бирҙе. Бенаяһ барып Адонияһты үлтерҙе.


Әвйәҫәрҙең һөргөнгә ебәрелеүе, Йоавтың үлеме

26 Ә Әвйәҫәр ҡаһинға батша: – Һин Ғанаҫоҫтағы биләмәңә ҡайтып кит. Үлемгә лайыҡһың, тик әлегә һиңә теймәйем, сөнки атайым Дауыт алдынан Раббы Хакимдың Килешеү һандығын күтәреп барҙың, атайым кисергән бөтә ауырлыҡтарҙы уртаҡлаштың, – тине.

27 Сөләймән Әвйәҫәрҙе Раббының ҡаһины булыу хоҡуғынан мәхрүм итте. Шул рәүешле Раббының Шилола Ғәли нәҫеленә ҡарата әйткән һүҙҙәре бойомға ашты.

28 Был хәбәр Йоавҡа ла барып етте. Ул Авшаломды яҡлашмаһа ла, Адонияһ яғында йөрөгәйне. Шуға күрә Раббының сатырына ҡасты һәм ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә барып йәбеште.

29 Йоавтың Раббы сатырына йәшенеп, ҡорбан усағы янында торғанын Сөләймән батшаға еткерҙеләр. Сөләймән Йеһоядағ улы Бенаяһты ебәреп: – Бар, уны үлтер! – тип әмер бирҙе.

30 Бенаяһ Раббының Изге сатырына барып Йоавҡа: – Батша һиңә бынан сығырға бойорҙо, – тине. – Юҡ, мин ошонда үләм, – тип ҡаршылашты Йоав. Бенаяһ кире барып батшаға Йоавтың яуабын еткерҙе.

31 – Үҙе нисек әйткән, шулай эшлә, – тине батша. – Үлтер ҙә күм. Йоав түккән ғәйепһеҙ ҡандың ҡоһорон минән һәм атам нәҫеленән алып ташла.

32 Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.

33 Уларҙың ҡаны мәңгелеккә Йоавтың һәм тоҡомоноң башына төшһөн. Ә Дауытҡа һәм тоҡомона, уның ғаиләһенә һәм тәхетенә Раббы мәңгегә именлек бирһен!

34 Йеһоядағ улы Бенаяһ барып Йоавты үлтерҙе лә мәйетен өйөнөң эргәһендәге ҡырҙа күмделәр.

35 Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде.


Шимғиҙең үлеме

36 Шунан батша Шимғиҙе саҡыртып алды. Уға: – Үҙеңә Йәрүсәлимдә бер йорт һалдыр ҙа шунда йәшә, – тине. – Унан бер ҡайҙа ла китмә.

37 Бел, Йәрүсәлимдән сығып Ҡидрон үҙәнен үткән көнөңдә мотлаҡ үләсәкһең. Әжәлеңә үҙең ғәйепле булырһың.

38 – Ярай, – тине Шимғи батшаға. – Хакимым батша нисек бойорған, ҡолоң шулай эшләр. Шулай итеп, Шимғи оҙаҡ ваҡыт Йәрүсәлимдә йәшәне.

39 Өс йыл үткәс, Шимғиҙең ике ҡоло Ғаҫ батшаһы Ахиш Мағаха улына ҡасып китте. Шимғигә ҡолдарының Ғаҫта булыуы хаҡында хәбәр иттеләр.

40 Быны ишеткәс, ул ишәген эйәрләне лә ҡолдарын эҙләп Ахишҡа юлланды һәм уларҙы Ғаҫтан алып ҡайтты.

41 Шимғиҙең Йәрүсәлимдән Ғаҫҡа барып ҡайтыуын Сөләймәнгә еткерҙеләр.

42 Батша Шимғиҙе саҡыртып алды ла былай тине: – Һиңә: «Бел, Йәрүсәлимдән сығып берәй ергә барған көнөңдә мотлаҡ үләсәкһең» тип, Раббының исеме менән ант иттереп киҫәтмәнемме ни? Һин иһә: «Ярай, мин бөтәһен дә аңланым», – тинең.

43 Шулай булғас, ни өсөн Раббының исеме менән биргән вәғәҙәңде боҙҙоң һәм минең бойороғомдо үтәмәнең?

44 Шунан батша: – Атам Дауытҡа ҡылған яуызлыҡтарыңды бик яҡшы беләһең. Раббы уларҙың ҡоһорон үҙ башыңа төшөрәсәк, – тип дауам итте. –

45 Ә Сөләймән батша фатихалы булыр, Дауыттың тәхете Раббы ҡаршыһында мәңге ныҡ торор!

46 Батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа әмер бирҙе. Ул барып Шимғиҙе үлтерҙе. Шулай итеп, Сөләймән батшалыҡты ныҡлап үҙ ҡулына алды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan