ІІІ Батшалар 17 - Изге ЯҙмаИльяс пәйғәмбәр һәм ҡоролоҡ 1 Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе. 2 Шунан һуң Ильясҡа Раббы һүҙе иңде: 3 – Бынан китеп көнсығышҡа табан юл тот. Иордан йылғаһын кисеп сыҡ та Кериҫ шишмәһе янында йәшен. 4 Шул шишмәнән һыуларһың, ә ҡоҙғондарға һине ашатып торорға ҡуштым. 5 Ильяс Раббы ҡушҡанса эшләне, бынан китеп, Иордан йылғаһының көнсығышындағы Кериҫ шишмәһе янында йәшәне. 6 Ҡоҙғондар иртәле-кисле алып килеп торған ит менән икмәкте ашаны, шишмәнән һыу эсте. 7 Илдә ямғыр яумағанлыҡтан, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, шишмә ҡороно. Ильястың бер тол ҡатынға ярҙам итеүе 8 Ильясҡа Раббы һүҙе иңде: 9 – Тор, Сидонға, Сарефаҫ ҡалаһына бар ҙа шунда ҡал. Унда бер тол ҡатынға һине ашатып торорға ҡуштым. 10 Ильяс Сарефаҫҡа юлланды. Ҡала ҡапҡаһына килеп еткәйне, бер тол ҡатындың утын йыйып йөрөгәнен күрҙе. Унан: – Миңә берәр сеүәтә һыу алып килмәҫһеңме икән? – тип һораны. 11 Һыу алырға киткән ҡатын артынан: – Зинһар, берәр ҡабым икмәк тә килтер инде, – тип өндәште. 12 – Аллаң тере Раббы шаһит! Өйөмдә бешкән бер генә нәмә лә юҡ. Тәпәндә бер ус он да, көршәктә саҡ ҡына зәйтүн майы ҡалған. Хәҙер бер-ике ағас утын йыйып алып ҡайтып, шуны улым менән үҙемә бешереп ашайбыҙ ҙа артабан ятып үлергә генә ҡала, – тип яуапланы ҡатын. 13 – Ҡурҡма, – тине Ильяс уға. – Бар, уйлағаныңды эшлә. Тик иң элек миңә бәләкәс кенә көлсә бешереп алып кил. Улың менән үҙеңә һуңыраҡ бешерерһең. 14 Сөнки Исраил Аллаһы Раббы: «Тупраҡҡа ямғыр төшкәнгә тиклем тәпәндә он бөтмәҫ, көршәктә май кәмемәҫ», – тип белдерә. 15 Ҡатын өйөнә ҡайтып, Ильяс әйткәнсә эшләне. Шулай итеп, пәйғәмбәр ҙә, тол ҡатын менән уның ғаиләһе лә ризыҡҡа мохтажлыҡ кисермәне. 16 Тәпәндә он бөтмәне, көршәктә май кәмемәне. Шул рәүешле Раббының Ильяс аша белдергәне бойомға ашты. 17 Бер көндө хужабикәнең улы ауырып китте, хәле насарайғандан насарая барып, тын алыуҙан да туҡтаны. 18 – Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа. 19 – Бир әле миңә улыңды, – тине Ильяс. Баланы әсәһенең ҡосағынан алып, үҙе йәшәгән өҫкө бүлмәгә күтәрелде лә уны түшәгенә һалды. 20 – Эй Раббым Аллам! Мин ошо тол ҡатында төйәк таптым. Уның улының йәнен ҡыйып, башына бәлә килтерерһеңме икән ни? – тине. 21 Ул баланың өҫтөнә өс тапҡыр ҡапланып: – Эй Раббым Аллам, зинһар, был баланың йәнен тәненә кире ҡайтар! – тип ялбарҙы. 22 Раббы Ильястың ялбарыуына илтифат итте. Балаға ҡабат йән инде, ул тын ала башланы һәм терелеп китте. 23 Ильяс уны бүлмәһенән аҫҡа алып төштө лә: – Ҡара әле, улың тере бит! – тип әсәһенә тотторҙо. 24 – Инде белдем, һин Алла бәндәһе икәнһең! – тине ҡатын. – Ысынлап та ауыҙыңда Раббы һүҙе икән! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia