ІІІ Батшалар 16 - Изге Яҙма1 Раббы Йеһу Ханани улы аша Исраил батшаһы Бағшаға былай тип белдерҙе: 2 – Мин һине, саң-туҙандан күтәреп, халҡым Исраилға хаким итеп ҡуйҙым. Ә һин Яровғамдың яман юлын ҡыуҙың, халҡым Исраилды гонаһҡа батырҙың һәм улар үҙҙәренең гонаһтары менән Минең асыуымды ҡабартты. 3 Шуға күрә, Неват улы Яровғамдың нәҫелен нисек юҡ итһәм, Бағша менән уның нәҫелен дә шулай һепереп түгәсәкмен. 4 Бағшаның ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарҙы эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр. 5 Бағшаның башҡа ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 6 Бағша вафат булып ата-бабаларына ҡушылды һәм Тирсала ерләнде. Уның урынына улы Эла батша булды. 7 Әммә Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәре менән Уның асыуын ҡабартҡан һәм Яровғам йортона эйәреп золом ҡылған, шулай уҡ Яровғам нәҫелен юҡ иткән өсөн, Бағшаның үҙе һәм уның йорто тураһында Раббы Ханани улы Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәре әйтелгәйне инде. Исраил батшаһы Эла 8 Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме алтынсы йылында Эла Бағша улы Тирсала Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте. 9 Ярандарының береһе, ғәскәрҙәге яу арбаларының яртыһына башлыҡ булып торған Зимри, уға ҡаршы фетнә ойошторҙо. Бер көндө Эла Тирсалағы һарай вәзире Арсаның өйөндә эсеп иҫергәйне. 10 Зимри шунда инеп Эланы үлтерҙе. Үҙе уның урынына батша булып алды. Был Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында булды. 11 Исраил тәхетенә ултырып алыу менән, Зимри Бағшаның бөтә нәҫелен юҡ итте, зат-зәүере һәм дуҫ-иштәренән ир енесендәге бер генә кешене лә ҡалдырманы. 12 Бағшаның нәҫелен Зимри тулыһынса юҡҡа сығарҙы. Был хәл Раббының Бағша тураһында Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренең тормошҡа ашыуы ине. 13 Был Бағша үҙе һәм уның улы Эла ҡылған бөтә гонаһтар өсөн һәм шул яман эштәре менән Исраил халҡын гонаһҡа батырған, мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Исраил Аллаһы Раббыны бик ныҡ асыуландырған өсөн булды. 14 Эланың башҡа барлыҡ ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Исраил батшаһы Зимри 15 Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында Исраил тәхетенә ултырған Зимри Тирсала ете көн батша булып торҙо. Ул саҡта Исраил ғәскәре пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине. 16 Бындағы бөтә яугирҙәр Зимриҙең фетнә ойоштороп батшаны үлтергәнен ишеткәс, шул көндө үк тупламда ғәскәр башлығы Ғомриҙы Исраилға батша итеп ҡуйҙы. 17 Ғомри бөтә исраилдар менән бергә Гиббеҫондан сыҡты ла барып Тирсаны ҡамауға алды. 18 Зимри иһә ҡаланың ҡулдан киткәнен күреп, батша һарайының эске ҡәлғәһенә инде һәм һарайға ут төрттө лә үҙе шунда янып үлде. 19 Шул рәүешле ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылған һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғамдың юлын ҡыуған өсөн әжерен алды. 20 Зимриҙең башҡа эштәре, уның нисек фетнә ойошторғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Исраил батшаһы Ғомри 21 Исраил халҡы икегә бүленде. Халыҡтың яртыһы Гинаҫ улы Тивниҙы батша итеп ҡуйыу яғында ине, яртыһы Ғомриҙы яҡланы. 22 Ахыр сиктә Ғомри яҡлылар еңеп сыҡты. Гинаҫ улы Тивни үлде, Ғомри батша булды. 23 Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ беренсе йылында Ғомри Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте. Шуның алты йылы Тирсала үтте. 24 Ғомри ике талант көмөш түләп, Сәмәр тигән кешенән Самария тауын һатып алды һәм унда ҡала төҙөнө. Был ҡаланы тауҙың элекке хужаһының исеме менән Самария тип атаны. 25 Ғомри Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды. Ул үҙенән алда булған бөтә батшаларға ҡарағанда ла күберәк яуызлыҡ эшләне. 26 Ул тулыһынса Неват улы Яровғамдың юлынан китте һәм Исраил халҡын гонаһтарға батырып, мәғәнәһеҙ боттарға табыныуы менән Исраил Аллаһы Раббыны бик ныҡ асыуландырҙы. 27 Ғомриҙың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 28 Ғомри үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла ерләнде. Уның урынына улы Ахав батша булды. Исраил батшаһы Ахав 29 Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ һигеҙенсе йылында Исраил тәхетенә Ғомри улы Ахав ултырҙы һәм Самарияла егерме ике йыл батшалыҡ итте. 30 Ғомри улы Ахав Раббы хуш күрмәгән шундай яман эштәр ҡылды, унан алда тәхеттә ултырған батшаларҙың береһе лә ул тиклем яуызлыҡ эшләмәгәйне. 31 Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы. 32 Ахав Самарияла Бәғелгә ҡорам һалдырҙы һәм уның эсендә Бәғел өсөн ҡорбан усағы төҙөттө. 33 Шулай уҡ ул Ашераға табыныр өсөн ҡолға ҡуйҙыртты. Шул рәүешле Ахав Исраил Аллаһы Раббының асыуын ҡабартырҙай яман эштәрҙе үҙенә тиклемге Исраил батшаларының барыһына ҡарағанда ла күберәк ҡылды. 34 Ахав батшалыҡ иткән осорҙа, Бейт-Илдән Хиел тигән кеше Йерихо ҡалаһын ҡайтанан төҙөттө. Хиел ҡала нигеҙен өлкән улы Авирамдың йәне хаҡына, ҡапҡаларын төҙөгәндә кесе улы Сегувтың йәне хаҡына төҙөнө. Шулай итеп, Раббының Нун улы Йушағ аша белдергән һүҙҙәре бойомға ашты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia