ІІІ Батшалар 13 - Изге ЯҙмаЙәһүҙәнән килгән Алла бәндәһе 1 Яровғам хуш еҫ төтәтмәк булып ҡорбан усағы янында торған саҡта, бер Алла бәндәһе Раббы ҡушыуы буйынса Йәһүҙәнән Бейт-Илгә килде. 2 Ул Раббы бойороғо буйынса ҡорбан усағына: – Эй усаҡ, усаҡ! Раббы былай ти: «Дауыт нәҫелендә Йошияһ исемле бер ир бала тыуыр. Ул әле һиндә хуш еҫ төтәткән, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың үҙҙәрен һинең өҫтөңдә ҡорбанға килтерер һәм һиндә кеше һөйәктәре яндырылыр», – тип белдерҙе. 3 Ошо көндө Алла бәндәһе үҙенең һүҙҙәрен билдә менән раҫлап былай тине: – Был һүҙҙәрҙең Раббы тарафынан әйтелеүенең билдәһе шул булыр: ҡорбан усағы сатнар һәм эсендәге көлө ергә түгелер. 4 Яровғам батша Алла бәндәһенең Бейт-Илдә ҡорбан усағы хаҡында әйткәндәрен ишетеп, ҡулын ҡорбан усағынан алып уға табан һуҙҙы ла: – Тотоғоҙ уны! – тип бойорҙо. Шул саҡ уның Алла бәндәһенә һуҙылған ҡулы ҡатып ҡалды, кире бөгөлмәне. 5 Тап шул мәлдә Раббының Алла бәндәһе аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты: ҡорбан усағы сатнаны һәм көлө ергә түгелде. 6 Яровғам батша Алла бәндәһенә: – Зинһар тип әйтәм, минең өсөн доға ҡыл. Аллаң Раббынан һора, ҡулым элекке хәленә ҡайтһын, – тип ялынды. Алла бәндәһе доға ҡылғайны, батшаның ҡулы әүәлге хәленә килеп, бөгә ала башланы. 7 – Әйҙә минең өйөмә барайыҡ, тамағыңа ашарһың, – тине батша Алла бәндәһенә. – Һиңә бүләк бирермен. 8 – Хатта ярты батшалығыңды бирәм тиһәң дә бармайым, был ерҙә икмәк тә ашамайым, һыу ҙа эсмәйем, – тип яуапланы Алла бәндәһе. – 9 Сөнки Раббы миңә: «Унда икмәк ашама, һыу эсмә, барған юлыңдан ҡайтма», – тип бойорҙо. 10 Шулай тигәндән һуң, Алла бәндәһе Бейт-Илгә килгән юлынан түгел, икенсе яҡтан китеп барҙы. 11 Ул осорҙа Бейт-Илдә өлкән йәштәге бер пәйғәмбәр йәшәй ине. Уның улдары ҡайтып атаһына Алла бәндәһенең ул көндө Бейт-Илдә нимә эшләгәнен, батшаға әйткән һүҙҙәрен бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. 12 – Ул ҡайһы юлдан китте? – тип һораны аталары. Улдары Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһе киткән юлды күрһәтте. 13 – Ишәгемде эйәрләгеҙ! – тине ул улдарына. Ишәген эйәрләп менеп, 14 Алла бәндәһе артынан китте. Уны юл буйындағы имән ағасы аҫтында ултырған сағында ҡыуып етте. – Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһе һин булаһыңмы? – тип һораны. – Мин булам, – тип яуапланы тегеһе. 15 – Әйҙә өйөмә барайыҡ, тамағыңа ашап алырһың, – тине пәйғәмбәр. 16 – Юҡ, мин һинең менән кире бара, өйөңә инә алмайым, – тине Алла бәндәһе. – Бында һинең менән бергә икмәгеңде ашай, һыуыңды эсә алмайым. 17 Сөнки Раббы миңә: «Унда икмәк ашама, һыу эсмә, барған юлыңдан ҡайтма», – тип бойорҙо. 18 Быға ҡаршы ҡарт: – Мин дә һинең кеүек пәйғәмбәрмен, – тип яуапланы. – Фәрештә миңә Раббының ошо һүҙҙәрен еткерҙе: «Уны өйөңә алып ҡайт, тамағына ашаһын, һыу эсһен», – тине. Ул шулай тип алданы. 19 Ә Алла бәндәһе кире боролоп уның өйөнә барҙы, икмәк ашаны, һыу эсте. 20 Улар табын артында ултырған саҡта Алла бәндәһен юлынан борған пәйғәмбәргә Раббы һүҙе иңде. 21 Ул Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһенә былай тип белдерҙе: – Раббы былай ти: «Раббының әйткәнен тыңламаның, Аллаң Раббының бойороғон үтәмәнең. 22 Кире боролдоң, Мин һиңә икмәк ашама, һыу эсмә, тип әйткән ерҙә тәғәм йыйҙың. Шуға күрә мәйетең ата-бабаларыңдың төрбәһенә дәфен ҡылынмаясаҡ». 23 Ашап-эскәндән һуң, ҡарт пәйғәмбәр Алла бәндәһенә ишәген эйәрләп бирҙе. 24 Юлда китеп барғанда Алла бәндәһенең ҡаршыһына бер арыҫлан килеп сыҡты ла уны үлтерҙе. Ерҙә ятҡан мәйетенең бер яғында ишәк, икенсе яғында арыҫлан баҫып тора ине. 25 Юлдан үтеп барған кешеләр ерҙә ятҡан мәйетте һәм уның янында торған арыҫланды күреп, ҡарт пәйғәмбәр йәшәгән ҡалаға барып һөйләне. 26 Алла бәндәһен юлынан кире борған пәйғәмбәр был хаҡта ишетеп: – Раббының әйткәнен тотмаған Алла бәндәһе ул, – тине. – Шуның өсөн Раббы уға ҡаршы арыҫлан ебәргән һәм арыҫлан уны талап үлтергән. Шулай итеп Раббының әйткән һүҙе бойомға ашты. 27 Шунан ул улдарына ишәк эйәрләргә ҡушты. Әҙер булғас, ишәккә 28 менде лә мәйетте эҙләп китте. Ишәк менән арыҫлан һаман да Алла бәндәһенең кәүҙәһе янында баҫып тора, арыҫлан мәйетте лә ашамаған, ишәккә лә ҡағылмаған ине. 29 Пәйғәмбәр Алла бәндәһенең мәйетен ишәгенең арҡаһына артмаҡланы ла, уның өсөн йәш түгер һәм ерләр өсөн, ҡалаға алып ҡайтты. 30 Мәйетте үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. – Эй туғаным, – тип уны йәлләп иланы. 31 Алла бәндәһен дәфен ҡылғандан һуң, улдарына: – Үлгәндән һуң, мине лә Алла бәндәһе янына ҡуйығыҙ, һөйәктәре эргәһенә минең һөйәктәремде лә һалығыҙ, – тине. – 32 Сөнки уның Бейт-Илдәге ҡорбан усағына һәм Самария ҡалаларындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы ғибәҙәтханаларға ҡаршы Раббы бойороғо буйынса әйткәндәренең барыһы ла бойомға ашасаҡ. Яровғамдың ҙур гонаһы 33 Ошо ваҡиғаларҙан һуң да Яровғам яман юлын ташламаны. Һаман халыҡ араһынан кемде тура килә, шуны табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһин итеп бағышлауын дауам итте: кем теләй, шул ҡаһин булып китте. 34 Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia