ІІІ Батшалар 11 - Изге ЯҙмаСөләймәндең Раббынан ситләшеүе 1 Сөләймән батша, фирғәүендең ҡыҙынан башҡа, бик күп сит ҡәүем ҡатындарын да яратты. Улар араһында моав, ғаммон, эдом, сидон, хитти ҡыҙҙары ла бар ине. 2 Раббы исраилдарға был ҡәүемдәр тураһында: «Уларҙан ҡыҙ алмағыҙ һәм уларға ҡыҙ бирмәгеҙ, юғиһә улар, күңелегеҙҙе аҙҙырып, үҙ илаһтары артынан эйәртер», – тигәйне. Сөләймән бына шулар менән бәйләнде. 3 Сөләймәндең батша ҡыҙҙарынан алған ете йөҙ ҡатыны һәм өс йөҙ йәриәһе бар ине. Бына шул ҡатындар уны юлдан яҙҙырҙы ла инде. 4 Сөләймән өлкәнәйгәс, ҡатындары уны башҡа илаһтар артынан әйҙәне. Шуға күрә батша, атаһы Дауыттан айырмалы рәүештә, үҙенең Аллаһы Раббыға бар булмышы менән тоғро булманы. 5 Сөләймән Сидон халҡының алиһәһе Ғаштореҫҡа ла, ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Милкомға ла ғибәҙәт ҡыла башланы. 6 Шул рәүешле ул Раббы күҙендә яман булғанды эшләне, Раббыға тоғро ҡалған атаһы Дауыт кеүек булманы. 7 Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө. 8 Илаһтарына хуш еҫ төтәтһен, ҡорбан килтерә алһын өсөн бөтә ят бауыр ҡатындарына ла шундай табыныу урындары булдырҙы. 9-10 Исраил Аллаһы Раббының уға ике тапҡыр күренеп: «Башҡа илаһтарға табынма!» – тип киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, Сөләймән Раббы юлынан тайпылды, Уның бойороғона әһәмиәт бирмәне. Шул арҡала Раббы Сөләймәнгә асыуланды. 11 – Минең менән килешеүҙе тотмаған, ҡушҡандарымды тыңламағанға күрә батшалығыңды тартып алам да ҡолдарыңдың береһенә бирәм. 12 Әммә атайың Дауыт хаҡына, быны һин йәшәгән дәүерҙә түгел, улың батша булғас эшләйәсәкмен. 13 Әммә батшалыҡты тотош алмайым. Ҡолом Дауыт һәм Үҙем һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһы хаҡына улыңа бер ырыуҙы ҡалдырам, – тине. Сөләймәндең дошмандары 14 Раббы Эдом батшалары тоҡомонан булған Һададты Сөләймәнгә дошман итте. 15 Ҡасандыр элек, Дауыт эдомдар менән һуғышҡанда, ғәскәр башлығы Йоав мәйеттәрҙе ерләргә килгәйне һәм илдәге барлыҡ ир-егеттәрҙе ҡырғайны. 16 Йоав менән Исраил яугирҙәре Эдомда алты ай була һәм барлыҡ ир енесен үлтерә. 17 Ул ваҡытта бала ғына булған Һадад, атаһына хеҙмәт иткән бер нисә Эдом кешеһе менән Мысырға ҡаса. 18 Улар Мидйәндән китеп, башта Паранға килә. Шунан үҙҙәренә ҡушылған бер нисә кешене эйәртеп, Мысыр батшаһы фирғәүенгә баралар. Фирғәүен Һададҡа йорт, ер бирә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. 19 Һадад фирғәүендең хөрмәтен ҡаҙана. Шуға күрә Мысыр батшаһы уны үҙенең ҡатыны Тахпенестың һеңлеһенә өйләндерә. 20 Тахпенестың һеңлеһе Һададҡа Генуваҫ исемле малай табып бирә. Фирғәүен ҡатыны Тахпенес был баланы һарайҙа үҙ балалары менән бергә тәрбиәләй. 21 Дауыт батшаның ата-бабалары хозурына күскәнен, уның ғәскәр башлығы Йоавтың да үлгәнен ишеткәс, Һадад фирғәүенгә: – Миңә үҙ илемә ҡайтырға рөхсәт бирһәң ине, – тип мөрәжәғәт итте. 22 – Илемә ҡайтам, тиһең, нимә минең янымда берәй нәмәгә мохтажлығың бармы әллә? – тип һораны унан фирғәүен. – Юҡ, – тип яуапланы Һадад. – Тик мине үҙ илемә ебәр инде. 23 Алла Әлъядағ улы Резонды ла Сөләймәнгә ҡаршы ҡуйҙы. Резон үҙенең хужаһы Сова батшаһы Һададғәзәрҙән ҡасып китеп, 24 эргәһенә төрлө енәйәтсел бәндәләрҙе туплай һәм шуларҙың башлығы булып ала. Дауыт Һададғәзәрҙе тар-мар иткәндән һуң, улар Дамаскка барып урынлаша һәм Резонды тәхеткә ултырта. 25 Резон Сөләймән дәүерендә Исраилдың дошманы булды. Ул Арам иленә идара итте һәм, Һадад ҡылған яуызлыҡтарға өҫтәп, Исраилға хаслыҡ ҡылырға тырышты. Яровғамдың Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүе 26 Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине. 27 Яровғамдың батшаға ҡаршы фетнә күтәреүенең сәбәбе былай: Сөләймән Миллоны төҙөтөп, атаһы Дауыт ҡалаһында диуарҙағы ярыҡтарҙы төҙәттергән саҡ ине. 28 Яровғам иһә ифрат ҡаһарман булыуы менән танылғайны. Сөләймән был йәш егеттең булдыҡлылығын күреп, Йософ ырыуының бөтә мәжбүри эштәрҙе башҡарыусыларына етәксе итеп тәғәйенләне. 29 Бер мәл Яровғам, Йәрүсәлимдән сығып, юл буйлап китеп барғанда, ҡаршыһына Шилонан Ахияһ пәйғәмбәр осраны. Ахияһ пәйғәмбәр яңы ябынса кейеп алғайны. Ул ерҙә икәүһенән башҡа бер кем дә юҡ ине. 30 Ахияһ көтмәгәндә өҫтөндәге өр-яңы кейемен сисеп, ун ике өлөшкә йыртты. 31 Шунан Яровғамға: – Ун өлөшөн үҙеңә ал, – тине. – Сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин батшалыҡты Сөләймәндең ҡулынан тартып алам да ун ырыуҙы һиңә бирәм. 32 Әммә ҡолом Дауыт хаҡына һәм бөтә Исраил ырыуҙары йәшәгән ҡалалар араһынан Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим хаҡына уға бер ырыуҙы ҡалдырам. 33 Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар. 34 Әммә бойороҡтарыма һәм ҡағиҙәләремә тоғро ҡалған һәм Үҙем һайлап алған ҡолом Дауыт хаҡына Сөләймәндең ҡулынан батшалыҡты тотош тартып алмайым. Үҙе тере саҡта тәхет унда ҡалыр. 35 Батшалыҡты иһә уның улынан тартып алып һиңә тапшырырмын: ун ырыуҙы һиңә бирермен. 36 Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам. 37 Мин һине Исраилдың батшаһы итәм, йәнең теләгәндең барыһына ла хакимлыҡ итерһең. 38 Әгәр ҙә һин ҡолом Дауыт кеүек әйткәндәремде еренә еткереп үтәһәң, ҡанундарымды һәм бойороҡтарымды ғәмәлгә ашырһаң, Минең күҙ алдымда дөрөҫ булған эштәрҙе башҡарһаң, юлымдан йөрөһәң, һинең менән булырмын, Исраилды һиңә биреп, һинең йортоңдо, Дауыттың йорто һымаҡ, мәңгегә батша йорто итермен. 39 Дауыт нәҫелен Сөләймәндең гонаһтары арҡаһында язалайым, әммә мәңгелеккә түгел». Сөләймәндең вафаты ( 2 Йыл 9:29-31 ) 40 Сөләймән Яровғамды үлтерергә ниәтләне, әммә тегеһе ҡасып китте һәм Мысыр батшаһы Шишаҡҡа барып һыйынды. Яровғам Сөләймән үлгәнгә тиклем шунда йәшәне. 41 Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, уның башҡарған эштәре һәм аҡылы тураһында «Сөләймәндең йылъяҙмаһы» китабында яҙылған. 42 Сөләймәндең Йәрүсәлимдә бөтә Исраилға батшалыҡ иткән дәүере – ҡырҡ йыл. 43 Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултырҙы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia