Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІІ Батшалар 10 - Изге Яҙма


Шева батшабикәһенең килеүе
( 2 Йыл 9:1-12 )

1 Шева батшабикәһе Сөләймәндең Раббы исеме арҡаһында ҡаҙанған шөһрәте тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килде.

2 Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төштө; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлағайны. Батшабикә Сөләймәнгә килде һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләште.

3 Сөләймән уның бөтә һорауҙарына ла яуап бирҙе. Батша белмәгән һәм аңлатып бирә алмаған бер генә нәмә лә булманы.

4 Шева батшабикәһе Сөләймәндең сикһеҙ аҡылын, һалдырған һарайын,

5 табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китте.

6 – Һинең ҡылған ғәмәлдәрең һәм зирәк аҡылың тураһында үҙ илемдә ишеткәндәрем дөрөҫ булып сыҡты, – тине ул батшаға. –

7 Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең ҡаҙаныштарыңдың яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Аҡылың да, мал-мөлкәтең дә мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә артығыраҡ.

8 Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.

9 Һиңә илтифат менән ҡараған, Исраил тәхетенә батша итеп ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Раббы Исраилға булған мәңгелек тоғро мөхәббәте хаҡына, хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын, тип һине батша итеп ҡуйған.

10 Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгәйне. Ул батшаға бүләк иткән тиклем еҫле майҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне юҡ ине.

11 Шул осорҙа Хирамдың караптары Офирҙан алтын менән бергә бик күп затлы ағас, аҫыл таштар алып ҡайтты.

12 Батша был затлы ағастан Раббы ҡорамына һәм дә батша һарайына болдор тотҡалары, йырсылар өсөн арфа һәм лиралар яһатты. Быға саҡлы шул тиклем күп затлы ағастың килтерелгәне лә, күрелгәне лә юҡ ине.

13 Сөләймән батша Шева батшабикәһенә үҙе биргән затлы бүләктәр һәм мул күстәнәстәрҙән тыш, йәне нимә теләй, шуларҙың барыһын да бирҙе. Шунан һуң батшабикә хеҙмәтселәре менән үҙ иленә ҡайтып китте.


Сөләймәндең байлығы
( 2 Йыл 1:14-17 ; 9:13-28 )

14 Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килтерелә торғайны.

15 Бынан тыш һатыусыларҙан, сауҙагәрҙәрҙән, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшаларҙан, Исраилдың өлкә башлыҡтарынан да килем алынды.

16 Сөләймән батша ике йөҙ ҙур ҡалҡан яһатты һәм уларҙың һәр береһен алты йөҙ шекел сүкелгән алтын менән көпләтте.

17 Бынан башҡа һәр береһенә өсәр мина сүкелгән алтын тотоноп, өс йөҙ бәләкәйерәк ҡалҡан эшләтте. Батша был ҡалҡандарҙы «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайға ҡуйҙы.

18 Шулай уҡ батша фил һөйәгенән ҙур тәхет яһатты һәм уны тап-таҙа алтын менән көпләтте.

19 Тәхеттең баҫҡыстары алтау, артҡы һөйәнгесенең юғары өлөшө түңәрәкләнеп тора. Ултырғысының ике яғында терһәк ҡуйғыс бар, терһәк ҡуйғыстар янында берәр арыҫлан һыны ҡуйылған.

20 Һәр бер баҫҡыстың ике яғында берәр арыҫлан һыны булып, тәхеттең алты баҫҡысында йәмғеһе ун ике арыҫлан тора. Бер генә батшалыҡта ла бындай тәхеттең булғаны юҡ ине.

21 Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан яһалғайны, көмөш бөтөнләй тотонолманы, сөнки Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнгәйне.

22 Диңгеҙҙә Хирамдың караптары менән бергә Сөләймәндең дә Таршиш караптары бар ине. Өс йылға бер тапҡыр был караптар алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған булды.

23 Сөләймән үҙенең байлығы һәм аҡылы менән донъялағы бөтә батшаларҙан да өҫтөнөрәк ине.

24 Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн бөтә донъя уны күрергә атлығып тора ине.

25 Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер булды, йылдың-йылына шулай дауам итте.

26 Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыйҙы. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы бар ине. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштырҙы.

27 Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә ҡалды. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп булды.

28 Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм Ҡәүиҙән килтерҙеләр. Батша сауҙагәрҙәре уларҙы Ҡәүиҙән аҡсаға һатып алды.

29 Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар ине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan