ІІІ Батшалар 1 - Изге ЯҙмаДауыт батшаның һуңғы йылдары 1 Дауыт батша бик ныҡ ҡартайғайны инде. Өҫтөнә ҡатлап-ҡатлап юрған япһалар ҙа, ул йылына алманы. 2 Шунан уға ярандары: – Хакимыбыҙ батша! – тине. – Яныңда булып һине ҡараһын, ҡуйыныңа ятып һине йылытһын өсөн, хакимыбыҙ батшаға бер йәш ҡыҙ табайыҡ. 3 Исраилдың бөтә биләмәләренән сибәр бер ҡыҙ эҙләнеләр һәм, Шунем ҡалаһынан Авишаг һылыуҙы һайлап, батшаға алып килделәр. 4 Ҡыҙ ифрат сибәр ине. Ул һәр ваҡыт батша янында булды, уға хеҙмәт итте. Әммә батша уның менән яҡынлыҡ ҡылманы. Адонияһтың үҙен батша тип иғлан итеүе 5 Дауыттың Хаггиҫтан тыуған улы Адонияһ, эреләнеп: – Мин батша булам! – тип йөрөй башланы. Үҙенә яу арбалары, һыбайлылар булдырҙы, алдынан һәр саҡ илле кеше йүгереп барыр ине. 6 Атаһы иһә бер ваҡытта ла уны: «Нишләп улай итәһең?» – тип тыйманы. Авшаломдан ҡала донъяға килгән Адонияһ төҫкә-башҡа уның һымаҡ уҡ сибәр ине. 7 Адонияһ Серуяһ улы Йоав менән Әвйәҫәр ҡаһиндан кәңәш һорай торған булды. Был икәү Адонияһ яҡлы ине. 8 Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы. 9 Адонияһ Рогел инеше янындағы Зохәләҫ ташына килеп ваҡ мал, үгеҙ һәм һимертелгән башмаҡтар салды ла бөтә ағай-энеләрен, йәғни батша улдарын, батшаға хеҙмәт иткән барлыҡ Йәһүҙә кешеләрен саҡырҙы. 10 Әммә Наҫан пәйғәмбәргә, Бенаяһҡа, батшаның йәнһаҡсылары һәм ҡустыһы Сөләймәнгә өндәшмәне. Сөләймәндең тәхеткә ултырыуы 11 Наҫан Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағтан: – Хаггиҫ улы Адонияһтың үҙен батша итеп иғлан иткәнен ишеттеңме? – тип һораны. – Ә хакимыбыҙ Дауыт был хаҡта белмәй. 12 Инде кәңәш бирергә рөхсәт ит: үҙеңдең һәм улың Сөләймәндең ғүмерен һаҡлау сараһын күр! 13 Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора. 14 Һин батша менән һөйләшкән ваҡытта, мин дә инермен, һүҙҙәреңде ҡеүәтләрмен. 15 Баҫ-Шевағ батша янына уның йоҡо бүлмәһенә инде. Батша ныҡ ҡартайғайны һәм уға Шунем ҡалаһынан Авишаг хеҙмәт итә ине. 16 Баҫ-Шевағ батша алдында теҙләнеп ергә ҡапланды. – Нимә теләйһең? – тип һораны батша. 17 – Хакимым, минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип мин ҡолоңа Аллаң Раббы исеме менән ант иткәйнең, – тине Баҫ-Шевағ. 18 – Әле иһә Адонияһ батша булған, ә һин, хакимым, бер нәмә лә белмәйһең. 19 Ул бөгөн үгеҙ, һимертелгән башмаҡтар, бик күп ваҡ мал салып, батшаның барлыҡ улдарын, Әвйәҫәр ҡаһинды, ғәскәр башлығы Йоавты саҡырған, ә ҡолоң Сөләймәнгә әйтмәне. 20 Хакимым батша! Бөтә Исраилдың күҙе һиндә: үҙеңдән һуң тәхетеңә кем ултырасағын иғлан иткәнеңде көтәләр. 21 Юғиһә, хакимым батша ата-бабалары хозурына күскәс, мин һәм улым Сөләймән енәйәтсе булып ҡалырбыҙ. 22 Баҫ-Шевағ батша менән һөйләшкән арала, Наҫан пәйғәмбәр килеп етте. 23 Дауытҡа: – Наҫан пәйғәмбәр килде, – тип хәбәр иттеләр. Пәйғәмбәр, батша янына инеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды. 24 – Хакимым батша, минән һуң Адонияһ батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип үҙең әйттеңме? – тип һораны Наҫан. – 25 Сөнки ул бөгөн ҡырға сығып бик күп үгеҙ, һимертелгән башмаҡ һәм ваҡ мал салды. Батшаның бөтә улдарын, ғәскәр башлыҡтарын, Әвйәҫәр ҡаһинды саҡырҙы. Әле барыһы ла уның янында ашап-эсеп ултыралар, «Йәшәһен Адонияһ батша!» – тип ҡысҡыралар. 26 Әммә ул мин ҡолоңдо, Садоҡ ҡаһинды, Йеһоядағ улы Бенаяһты һәм ҡолоң Сөләймәнде саҡырманы. 27 Хакимым батша, былар барыһы ла һинең ихтыярың буйынса эшләндеме? Беҙ ҡолдарыңа хакимым батшанан һуң тәхетеңә кем ултырасағын әйтеп торманыңмы? 28 – Миңә Баҫ-Шевағты саҡырығыҙ! – тине Дауыт батша. Баҫ-Шевағ уның янына килеп баҫты. 29 Батша ант итеп: – Йәнемде бөтә бәлә-ҡазаларҙан йолоп алған тере Раббы шаһит! – тине. – 30 «Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр», – тип Исраил Аллаһы Раббы исеме менән әйткән антымды бөгөн бойомға ашырам. 31 Баҫ-Шевағ батшаның алдында теҙләнеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Хакимым Дауыт батша мәңге йәшәһен! – тине. 32 – Миңә Садоҡ ҡаһинды, Наҫан пәйғәмбәрҙе, Йеһоядағ улы Бенаяһты саҡырығыҙ, – тине Дауыт батша. Барыһы ла йыйылғас, 33 батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ. 34 Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ. 35 Шунан уның менән ҡалаға күтәрелегеҙ, ул килеп тәхетемә ултырыр һәм минең урыныма батша булыр. Мин уны Исраил менән Йәһүҙәгә хаким итеп ҡуйҙым. 36 – Амин! – тип яуапланы Йеһоядағ улы Бенаяһ. – Хакимым батшаның Аллаһы Раббының ихтыяры шулай булһын! 37 Раббы нисек хакимым батша менән булған, Сөләймән менән дә шулай бергә булһын, уның тәхетен хакимым Дауыт батшаның тәхетенән дә бөйөгөрәк итһен! 38 Садоҡ ҡаһин, Наҫан пәйғәмбәр, Йеһоядағ улы Бенаяһ, керетиҙәр менән пелеҫиҙәр барып Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр ҙә Гихон шишмәһенә алып килделәр. 39 Садоҡ ҡаһин, Изге сатырҙан зәйтүн майы һалынған мөгөҙ алып сығып, Сөләймәнде мәсехләне. Борғо ҡысҡырттылар һәм барса халыҡ: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип һөрән һалды. 40 Һыбыҙғылар уйнап, йырлап-бейеп Сөләймәндең артынан эйәрҙеләр. Улар шул тиклем ҡыуанды, хатта тауыштарынан ер тетрәгән кеүек булды. 41 Адонияһ менән ҡунаҡтары табындан ҡуҙғалып ҡына тора ине, халыҡтың геүләшкәне ишетелде. – Ҡалала ниндәй шау-шыу ул? – тип һораны Йоав борғо тауышына ҡолаҡ һалып. 42 Ул һүҙен тамамларға ла өлгөрмәне, Әвйәҫәр ҡаһиндың улы Йонаҫан килеп етте. – Кил әле, һинең кеүек ир аҫылы яҡшы хәбәр килтерер ул, – тине Адонияһ. 43 – Юҡ шул, – тип яуапланы Йонаҫан. – Хакимыбыҙ Дауыт Сөләймәнде батша итте. 44 Батша Садоҡ ҡаһинға, Наҫан пәйғәмбәргә, Йеһоядағ улы Бенаяһҡа, керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә уны оҙата барырға ҡушты. Улар Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр. 45 Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр Гихонда Сөләймәнде батша итеп мәсехләне. Шунан ҡайттылар ҙа ҡыуанышалар, бөтә ҡала шау-гөр килә. Һеҙ ишеткән тауыш шул. 46 Сөләймән батша тәхеткә ултырҙы инде. 47 Батша ярандары: «Аллаң Сөләймәндең исемен һинең исемеңдән дә данлыраҡ, тәхетен һинең тәхетеңдән дә бөйөгөрәк ҡылһын!» – тип хакимыбыҙ Дауытты ҡотларға барҙы. Батша түшәгендә килеш сәждә ҡылып: 48 «Бөгөн минең вариҫымды тәхетемә ултыртҡан һәм шуны үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип иткән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын!» – тине. 49 Быны ишеткәс, Адонияһтың ҡунаҡтары хәүефкә батып урындарынан торҙо һәм һәр кем үҙ юлына ашыҡты. 50 Сөләймәндән ҡото осҡан Адонияһ иһә Изге сатырҙағы ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә барып йәбеште. 51 Был хаҡта Сөләймәнгә хәбәр иттеләр. – Адонияһ Сөләймән батшанан ҡурҡа, – тинеләр. – Ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен тотҡан да: «Башта Сөләймән батша мин ҡолон ҡылыс менән сапҡылап үлтермәҫкә ант итһен», – тип әйтә. 52 – Әгәр ул намыҫлы кеше булып ҡала алһа, башындағы бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ, – тип яуапланы Сөләймән. – Ә инде эсендә мәкер бар икән, үлтерелер. 53 Сөләймән батша кешеләр ебәреп Адонияһты ҡорбан усағынан килтертте. Адонияһ инеп уның алдында ергә ҡапланды. Сөләймән уға: – Бар, өйөңә ҡайт, – тине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia