Йермеяһ 6 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлим дошман ҡамауында 1 «Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә. 2 Наҙлы һәм гүзәл Сион-ҡыҙҙы Мин юҡҡа сығарасаҡмын. 3 Көтөүселәр үҙ малдары менән уға ҡаршы килер; Уны ҡамап сатырҙарын ҡорор, Һәр кем малын үҙ өлөшөнә тейгән ерҙә ашатыр». 4 Дошмандар: «Йәрүсәлимгә ҡаршы һөжүмгә әҙерләнегеҙ! Тороғоҙ, көн үҙәгендә юлланабыҙ, – тиер. – Юҡ инде, һуңғараҡ ҡалдыҡ, Көн кискә ауыша, күләгәләр оҙоная». 5 «Әйҙәгеҙ, төндә һөжүм итәйек, Ҡәлғәләрен емерәйек!» 6 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ағас ҡырҡығыҙ, Йәрүсәлимде ҡамап уба ҡороғоҙ. Был ҡала язаланырға тейеш; Уның эсе тулы йәбер-золом. 7 Шишмә һыуы нисек бәреп сыға, Йәрүсәлимдә яуызлыҡ шулай бөркөлә. Унда көсләү, емереү хөкөм һөрә, Гелән күҙ алдымда – сир һәм йәрәхәттәр. 8 Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен». 9 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йыйғандан һуң ҡалған йөҙөм сүпләп алынғандай, Исраилдың иҫән ҡалғандары йолҡоп алынасаҡ. Гүйә йөҙөм йыйған кеше һымаҡ, Ҡулыңды һуҙ, ботаҡтарҙы тикшереп сыҡ»! 10 Кемгә өндәшәйем? Кемде иҫкәртәйем? Кем әйткәндәремде тыңлар? Уларҙың ҡолаҡтары ҡапланған – бер нәмә лә ишетмәйҙәр; Раббының һүҙен хурлайҙар, Уның менән хушһынмайҙар. 11 Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым. Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ. 12 Өйҙәре баҫыуҙары һәм ҡатындары һымаҡ Башҡа берәүҙәргә биреләсәк; Мин был илдә йәшәүселәргә ҡаршы ҡул күтәрәм, – тип белдерә Раббы. – 13 Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә. 14 „Именлек, именлек“, – тиҙәр, Халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ. 15 Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы. 16 Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ. 17 Һеҙгә күҙәтселәр ҡуйҙым. „Борғо тауышына ҡолаҡ һалығыҙ“, – тинем. Әммә: „Ҡолаҡ һалмайбыҙ“, – тип яуап ҡайтарҙығыҙ. 18 Шуға күрә, эй ҡәүемдәр, ишетегеҙ; Эй йәмәғәт, белеп тороғоҙ – Уларҙың башына ни төшәсәк! 19 Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар. 20 Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел». 21 Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин ул халыҡтың алдына Абыныу таштары ҡуям, – Уға һөрлөгөп йығыласаҡтар. Аталар улдары менән бергә, Күршеләр дуҫтары менән бергә һәләк буласаҡтар». 22 Раббы былай ти: «Ана, төньяҡ илдән халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем күтәрелә ер сигенән. 23 Ҡулдарында – йәйә, һөңгө; Улар аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ. Тауыштары диңгеҙ олоуындай; Аттарҙа сабып киләләр, Бер кешеләй яуға теҙеләләр Һиңә ҡаршы һуғышырға, эй Сион-ҡыҙ!» 24 «Улар хаҡында хәбәр ишетеп, Ҡулыбыҙ һәленеп төштө. Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек, Әрнеү-ғазап йәнебеҙҙе өттө. 25 Ҡырға сыҡмағыҙ, юлда йөрөмәгеҙ! Сөнки һәр тарафта – дошман ҡылысы, Тирә-яҡта – дәһшәт», – ти Йәрүсәлим халҡы. 26 Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер. 27 «Йермеяһ, һине халҡыма һынаусы итеп ҡуям. Көмөштөң сифатын билдәләгән оҫта һымаҡ, Уларҙың тотҡан юлын күҙәтеп баһала. 28 Уларҙың бөтәһе лә тиҫкәре һәм башбаштаҡ, Ғәйбәт йөрөтөргә яраталар; Баҡыр йә тимер һымаҡ ҡатылар, Барыһы ла боҙоҡлоҡ ҡылалар. 29 Ана, күрек аяуһыҙ өрҙөрә, Ҡара ҡурғаш утта иреп бөттө, Тик иретеүсенең эше юҡҡа булды: Юшҡын айырылып сыҡманы. 30 Уларҙы „эшкә ашмаған көмөш“ тип атарҙар, Сөнки Раббы уларҙан баш тартты». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia