Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 52 - Изге Яҙма


Йәрүсәлимдең ҡолатылыуы

1 Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Хамутал Ливна ҡалаһынан Йермеяһтың ҡыҙы ине.

2 Сидкияһ та, Йеһояҡим кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.

3 Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.

4 Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.

5 Ҡала Сидкияһ батша хакимлығының ун беренсе йылына тиклем ҡамауҙа булды.

6 Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы.

7 Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.

8 Халдейҙар ғәскәре Сидкияһ батша артынан төштө һәм уны Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етте. Бөтә ғәскәр батшаны ташлап ҡасып бөттө.

9 Батшаны әсиргә алып, Хамаҫ ерендәге Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.

10 Бабил батшаһы Ривлала Сидкияһтың күҙ алдында улдарын, шулай уҡ Йәһүҙәнең бөтә түрәләрен сәнсеп үлтертте.

11 Сидкияһтың күҙен һуҡырайтты һәм, баҡыр бығау кейҙереп, Бабилға алып китте. Сидкияһ үлгән көнөнә тиклем зинданда тотолдо.

12 Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһының хеҙмәтсеһе, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.

13 Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы – яндырып бөтөрҙө.

14 Нөгәрҙәр башлығы етәкселегендә халдейҙар ғәскәре Йәрүсәлимде уратып алған диуарҙарҙы емерҙе.

15 Ярлыларҙың ҡайһы берәүҙәрен, ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм ҡалған һөнәрселәрҙе Невузарадан һөргөнгә оҙатты.

16 Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы.

17 Халдейҙар, Раббы ҡорамындағы баҡыр бағаналарҙы, таяуҙарҙы, баҡыр диңгеҙҙе киҫәктәргә тураҡлап, барлыҡ баҡырын Бабилға оҙаттылар.

18 Улар ҡаҙандарҙы, көрәктәрҙе, филтә таҙартҡыстарҙы, сеүәтәләрҙе, табаҡтарҙы, ғөмүмән, ҡорамдағы ғибәҙәт хеҙмәтендә ҡулланылған барлыҡ баҡыр һауыттарҙы алды.

19 Тастарҙы, күмер сүлмәктәрен, сеүәтәләрҙе, ҡаҙандарҙы, шәмдәлдәрҙе, хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе, түкмә ҡорбандар өсөн һауыттарҙы, алтындан һәм көмөштән ҡойолған әйберҙәрҙе нөгәрҙәр башлығы алып китте.

20 Раббы ҡорамы өсөн Сөләймән батша яһатҡан ике бағана, баҡыр диңгеҙ һәм уны тотоп торған ун ике үгеҙ рәүешендәге таяуҙарға килгәндә, улар өсөн тотонолған баҡыр үлсәп бөтөрөрлөк түгел ине.

21 Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ, әйләнә оҙонлоғо ун ике терһәк булып, дүрт бармаҡ ҡалынлығындағы баҡырҙан эшләнгән был бағаналарҙың эстәре ҡыуыш ине.

22 Остарында баҡыр таж бар. Таждың бейеклеге биш терһәк ине. Таж тирәләй ҡуйылған селтәр ҙә, анар емештәре лә баҡырҙан ҡойолғайны. Анар емештәре менән биҙәлгән икенсе бағана ла беренсеһенә оҡшағайны.

23 Һәр бағана тирәләй туҡһан алты анар емеше булып, селтәрҙе уратҡан анарҙарҙың бөтәһе йөҙ дана ине.

24 Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.

25 Ҡалала тороп ҡалған яугирҙәрҙең башлығын, батшаның ете кәңәшсеһен, ил халҡын ғәскәри хеҙмәткә теркәгән хәрби баш кәтипте һәм ҡалала ҡалған халыҡтан алтмыш кешене үҙе менән алып китте.

26 Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан уларҙың барыһын да Ривлаға Бабил батшаһына алып барҙы.

27 Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.

28 Бабил батшаһы һөргөнгә ҡыуып алып киткән кешеләрҙең иҫәбе түбәндәгесә: Навуходоносор хакимлығының етенсе йылда өс мең егерме өс йәһүҙи,

29 ун һигеҙенсе йылында – Йәрүсәлимдән һигеҙ йөҙ утыҙ ике кеше;

30 егерме өсөнсө йылында нөгәрҙәр башлығы Невузарадан тарафынан ете йөҙ ҡырҡ биш йәһүҙи һөргөнгә алып кителде. Һөргөнгә ҡыуылған халыҡ йәмғеһе дүрт мең алты йөҙ кеше ине.


Йеһояхиндың зиндандан сығарылыуы

31 Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме бишенсе көнөндә Әуил-Меродах, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинға мәрхәмәт күрһәтеп, зиндандан азат итте.

32 Уның менән миһырбанлы һөйләште, Бабилда булған башҡа батшаларға ҡарағанда юғарыраҡ урынға ултыртты.

33 Йеһояхин зиндан кейемдәрен алмаштырҙы, ошо көндән алып ғүмеренең аҙағына тиклем батша менән бер табындан ашаны.

34 Вафат булғанға тиклем уға Бабил батшаһы тарафынан йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ көн һайын бирелә килде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan