Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 50 - Изге Яҙма


Бабил хаҡында

1 Халдейҙар йәшәгән Бабил иле тураһында Йермеяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды.

2 «Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!

3 Бабилға ҡаршы төньяҡтан Бер ҡәүем күтәрелде; Илдәрен улар бушлыҡҡа әйләндерер, Унда йәшәүселәр ҡалмаҫ, Кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә ҡасып китер.

4 Ул көндәрҙә, ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраил халҡы һәм Йәһүҙә халҡы бергәләшеп килер, илай-илай йөрөп, Аллалары Раббыны эҙләр.

5 Йөҙҙәрен Сионға табан бороп, Унда илткән юлды һорашырҙар. „Әйҙәгеҙ, Раббыға ҡайтайыҡ, Уның менән мәңгелек, Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр.

6 Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине. Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы, Тауҙар араһында таратып ебәрҙе. Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте, Йәшәгән урындарын онотто.

7 Уларҙы кем тапһа, шул ашаны. Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел, Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы, Ата-бабаларының өмөтө булған Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине.

8 Бабилдан ҡасығыҙ, Халдей еренән китегеҙ! Көтөү алдынан барған кәзә тәкәһеләй булығыҙ!

9 Бына, Мин төньяҡтағы илдән Бабилға ҡаршы бөйөк ҡәүемдәрҙе йыйып килтерәм; Улар сафҡа теҙелеп килерҙәр, Төньяҡтан һөжүм итеп, Бабилды яулап алырҙар; Уҡтары мәргән яугирҙеке кеүек булыр – Һәр саҡ кәрәк ергә барып тейер.

10 Халдей иле баҫҡынсыларҙың табышына әйләнер, Уны талағандар тамам туйыр, – тип белдерә Раббы. –

11 Эй һеҙ, биләмәмде талаусылар! Ҡыуанып тантана итәһегеҙ, Болондағы башмаҡтай уйнаҡлайһығыҙ, Айғыр һымаҡ кешнәйһегеҙ.

12 Әммә әсәйегеҙ оятҡа ҡалыр, Һеҙҙе тапҡандың йөҙө ҡыҙарыр. Халыҡтар араһында иң һуңғы, Ҡыу дала, ҡороп кипкән ер булыр.

13 Раббының нәфрәте арҡаһында Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр. Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр, Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр.

14 Бабилды уратып, сафҡа теҙелегеҙ, Эй һеҙ, ян керешен тартыусылар, Атығыҙ, уғығыҙҙы йәлләп тормағыҙ, Сөнки ул Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылды.

15 Һәр яҡтан уға ҡаршы оран һалығыҙ! Бабил ҡулға төштө: Манаралары ҡоланы, диуарҙары емерелде. Сөнки был – Раббының үсе: Уның ҡонон ҡайтарығыҙ, Үҙе нисек ҡыланһа, шулай эшләгеҙ.

16 Бабилда сәсеүселәрҙе, Ураҡ ваҡытында ураҡсыны үлтерегеҙ; Баҫҡынсының ҡылысынан ҡурҡып, Һәр килмешәк үҙ халҡына ҡайтһын, Барыһы ла үҙ иленә ҡасһын.

17 Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».

18 Шуға күрә Исраил Аллаһы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Ашшур батшаһын нисек язалаған булһам, Бабил батшаһы менән илен дә шулай язалайым.

19 Исраилды утлауына кире ҡайтарам. Ул Кармәлдә һәм Башанда утлар, Әфраим таулығында һәм Ғилғәдтә туйғансы ашар.

20 Ул көндәрҙә һәм ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраилдың ғәйебен эҙләрҙәр, тик ул булмаҫ. Йәһүҙәнең гонаһтарын юлларҙар, әммә ул табылмаҫ. Сөнки Үҙем иҫән ҡалдырғандарымды ярлыҡармын».

21 «Мераҫайим еренә, Пеҡодта йәшәгәндәргә һөжүм ит. Уларҙы үлтер, тотошлай ҡырып бөтөр, – тип белдерә Раббы. – Ни бойорһам, барыһын да үтә.

22 Илдә һуғыш-ҡыйралыш ауаздары яңғырай!

23 Бөтә донъяны емергән балға ине, Инде үҙе ватылды, емерелде! Бабил бар ҡәүемдәр араһында Ҡот осорғос нәмәгә әүерелде!

24 Мин һиңә тоҙаҡ ҡорҙом, эй Бабил! Үҙең дә һиҙмәйенсә уға эләктең. Раббыға ҡаршы сыҡҡаның өсөн Һине таптылар, эләктереп алдылар».

25 Раббы ҡорал келәтен асты, Асыуының ҡоралын сығарҙы, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Хакимдың Халдей ерендә ҡыласаҡ ғәмәле бар.

26 Бабилға һәр яҡтан һөжүм итегеҙ; Келәттәрен шар асығыҙ; Мөлкәтен ашлыҡ һымаҡ өйөгөҙ. Уны тулыһынса юҡҡа сығарығыҙ, Бер нәмәһе лә ҡалмаһын.

27 Бөтә үгеҙҙәрен боғаҙлағыҙ, Салыу урынына килтерегеҙ. Баштарына ҡайғы! Сөнки уларҙың көнө, яза мәле етте.

28 Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!

29 «Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе.

30 Шуға күрә егеттәре майҙандарҙа йығылып ҡалыр, Ул көн бөтә яугирҙәре һәләк булыр», – тип белдерә Раббы.

31 «Ҡара, Мин ҡаршымын һиңә, Эй тәкәббер Бабил! – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки һинең көнөң, Һине язалар ваҡытым етте.

32 Тәкәббер һөрөнөп барып төшөр, Уны торғоҙоусы булмаҫ. Ҡалаларына ут һалам, Тирә-яғын үртәп юҡ итәсәк».


Раббының Үҙ халҡын ҡотҡарыуы

33 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Исраил да, Йәһүҙә халҡы ла иҙелә. Уларҙы тотҡонға алыусылар ҡаты тота, Һис тә ысҡындырырға теләмәй.

34 Әммә уларҙың Йолоп алыусыһы ҡеүәтле, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме. Үҙенең халҡын Ул мотлаҡ яҡлар, Илдәренә именлек килтерер, Бабилда йәшәүселәрҙең тыныслығын алыр.

35 Халдейҙарға ҡаршы – ҡылыс! – тип белдерә Раббы. – Бабилда йәшәгәндәргә, Түрәләренә, аҡыл эйәләренә – ҡылыс!

36 Ҡылыс ялған пәйғәмбәрҙәренә төшһөн! Ахмаҡлыҡтары ярылып ятһын. Ҡылыс һуғышсыларына төшһөн! Уларҙың ҡото алынһын.

37 Ҡылыс аттарына, яу арбаларына, Килмешәктәрҙән торған ғәскәренә төшһөн! Уларҙы ҡурҡаҡ ҡатындар итһен! Хазиналарына ҡаршы ҡылыс килһен! Улар барыһы ла таланасаҡ.

38 Һыуҙарына ҡоролоҡ килһен! Улар тотош кибеп бөтһөн! Сөнки Бабил – боттар иле, Халҡы ҡурҡыныс һындар арҡаһында Аҡылдан шашты.

39 Шуға күрә унда ҡырағай хайуандар, Һыртландар, дөйәғоштар йәшәр, Быуындан-быуынға һис кем төйәкләнмәҫ.

40 Содомды һәм Ғамораны Тирә-яғындағы ҡалалар менән Алла нисек тар-мар иткән, Унда ла һис кем йәшәмәҫ, Әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ, – тип белдерә Раббы.

41 Ана, төньяҡтан бер халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем һәм бик күп батшалар Ер сигенән күтәрелә.

42 Ҡулдарында – йәйә, һөңгө; Улар аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ. Тауыштары диңгеҙ олоуындай; Аттарҙа сабып киләләр, Бер кешеләй яуға теҙеләләр Һиңә ҡаршы һуғышырға, эй Бабил-ҡыҙ!

43 Бабил батшаһы улар хаҡында хәбәр алды, Ҡулдары һәленеп төштө; Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек, Әрнеү-ғазап йәнен өттө.

44 Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин бабилдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?»

45 Шуға күрә Раббының Бабилға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ. Халдей иленә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ. Хаҡтыр, көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр, Раббы кешеләре арҡаһында Бабилдың көтөүлектәрен дә һәләк итер.

46 Бабил яулап алыныр, шауынан ер тетрәп торор. Иңрәүҙәре халыҡтар араһында ишетелер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan