Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 5 - Изге Яҙма


Йәрүсәлимдең гонаһы

1 Раббы былай ти: «Йәрүсәлим урамдарын ҡыҙырып сығығыҙ, Ҡарағыҙ, тикшерегеҙ! Майҙандарынан эҙләгеҙ: Әгәр ғәҙел эш иткән, Дөрөҫлөк эҙләгән кешене тапһағыҙ, Мин ҡаланы ярлыҡайым.

2 Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһә лә, Асылда, биргән анттары ялған».

3 Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.

4 Шунда мин эстән уйланым: «Былары – ярлы, наҙан кешеләр. Улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белмәй.

5 Мин затлыларына барайым, Улар менән һөйләшәйем; Әлбиттә, улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белә», – тинем. Әммә улар ҙа ҡалыптарын емергән, Бауҙарын өҙгәндәр икән.

6 Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында ҡаплан һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты.

7 «Нисек Мин һине ғәфү итәйем, Исраил? Балаларың Мине ташланы, Алла булмағандар менән ант итәләр. Мин уларҙы туйҙырҙым, ә улар зина ҡылды, Фәхишәләрҙең өйҙәренә ағылды.

8 Әйтерһең дә, һимертелгән айғыр: Һәр береһе күршеһенең ҡатынына кешнәй.

9 Мин уларҙы бының өсөн язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?

10 Барығыҙ уның йөҙөм баҡсаларына, ҡырығыҙ, Әммә тотош төпләмәгеҙ. Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Инде улар Раббыныҡы түгел.

11 Исраилдың һәм Йәһүҙәнең халҡы Миңә бөтөнләй хыянат итте», – тип белдерә Раббы.

12 Улар Раббы тураһында ялған һөйләнеләр. «Ул бер нәмә лә эшләмәйәсәк, Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк, Һуғышты ла, аслыҡты ла белмәйәсәкбеҙ.

13 Пәйғәмбәрҙәр – тик ел генә; Алланың һүҙе уларҙа түгел. Юрағандары үҙ баштарына төшһөн», – тинеләр.

14 Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы былай ти: «Шулай тип һөйләгәндәре өсөн, Эй Йермеяһ, һүҙҙәремде һинең ауыҙыңда ялҡынға әйләндерәм, Был халыҡ иһә утын булыр, Ут уларҙы яндырып бөтөр.

15 Эй Исраил халҡы, Мин алыҫтағы бер ҡәүемде ҡуҙғатам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы һеҙгә ҡаршы ебәрәм. Улар көслө, бик боронғо ҡәүем. Һин уларҙың телдәрен белмәйһең, Уларҙың телмәрен аңламаҫһың.

16 Һаҙаҡтары – гүйә асыҡ ҡәбер, Барыһы ла батыр яугир.

17 Улар һин үҫтергән уңышты, Икмәгеңде ашап бөтөр; Ул-ҡыҙҙарыңдың башына етер; Мал-тыуарыңды тамаҡлар; Йөҙөм һәм инжиреңде ҡалдырмаҫ; Ышанған нығытмалы ҡалаларығыҙҙы Ҡылысы менән емерер.

18 Әммә хатта ул көндәрҙә лә Мин һеҙҙе бөтөнләй ҡырып бөтөрмәм, – тип белдерә Раббы. –

19 Кешеләр: „Аллабыҙ Раббы ни өсөн беҙгә бөтә быларҙы эшләне?“ – тип һораған ваҡытта, былай тип яуап бирерһең, Йермеяһ: „Һеҙ Мине ташланығыҙ, үҙ ерегеҙҙә сит илаһтарға хеҙмәт иттегеҙ. Шуға күрә сит ерҙәрҙә яттарға хеҙмәт итерһегеҙ“».

20 Быны Яҡуп йортонда һөйләгеҙ, Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ:

21 «Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла.

22 Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла, үтә алмаҫ.

23 Әммә был халыҡтың йөрәге тиҫкәре, фетнәсел; Улар боролоп үҙ юлдары менән китте.

24 Эстән генә: „Үҙ мәлендә ямғырын яуҙырған, Яҙын, көҙөн еребеҙҙе һуғарған, Уңыш йыйырға йыл һайын ваҡыт биргән Аллабыҙ Раббынан ҡурҡайыҡ“, – тимәне.

25 Ҡылған енәйәттәрегеҙ ошоларҙан мәхрүм итте, Гонаһтарығыҙ ошо бәрәкәттән айырҙы.

26 Халҡым араһында яман әҙәмдәр бар. Улар ҡош аулаусылар һымаҡ тоҙаҡ ҡоралар; Боҫоп ятып, кеше аулайҙар.

27 Ҡоштар менән тулы ситлек кеүек Уларҙың өйҙәре хәйлә менән тулы. Шул арҡала үрләнеләр, байынылар,

28 Һимерешеп, ялтырап киттеләр, Яманлыҡтары саманан ашты. Улар үкһеҙҙәрҙең дәғүәләрен Ғәҙел хөкөм итмәй, Фәҡирҙең хоҡуҡтарын яҡламай.

29 Ошолар өсөн уларҙы язаһыҙ ҡалдырайыммы? – тип белдерә Раббы. – Ошондай ҡәүемдән үс алмайыммы?

30 Был илдә дәһшәтле һәм ҡурҡыныс хәл бара:

31 Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan